«Алтын ҡуллы, ихлас күңелле»

«Алтын ҡуллы, ихлас күңелле»Төрлө байрамдарҙа ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәләре халҡыбыҙҙың үткәне менән бөгөнгөһөн бәйләүсе һәм киләсәккә күпер һалыусы изге йолаға, шулай уҡ хужабикәләребеҙҙе матурлыҡҡа, оҫталыҡҡа, маһирлыҡҡа әйҙәүсе нәфис ғөрөф-ғәҙәткә әйләнде, тиһәк тә хата булмаҫ. Ысынында, өлгөр ҙә, егәрле лә икән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Үҙебеҙҙең Ҡотош ауылын ғына алайыҡ. Китапхана эргәһендә «Оҫтабикә» түңәрәге эшләп килә. Әүҙем ҡатнашыусыбыҙ – иң өлкән апайыбыҙ Миңлегөл Әхмәткәрәй ҡыҙы Ҡулбаеваға 66 йәш. Матур, сағыу итеп сигелгән әйберҙәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Йәштәрҙән ырғаҡ менән бәйләргә лә өйрәнде, биҙәкле, матур шәлдәрен бүләк итергә ярата. Тәмле аштары менән дә күңелде яулай ул. Оҙаҡ йылдар Урта Азияла йәшәгән дәүерендә өйрәнгән ризыҡтарҙы бешереү серҙәре менән бүлешә, татлы торттар менән һыйлай. Талантлы кеше бөтөн яҡтан да талантлы инде. Миңлегөл апай «Сәлимәкәй» фольклор төркөмөндә йырлай ҙа. Ауылдың ағинәйе булып, мәсетте лә ҡарап тота ул.
Ыҡсым, матур итеп буялған өйөндә ике улы менән донъя көтә Миңлегөл апай. Күпләп ҡош-ҡорт, һыйыр аҫрай. Егәрле, алтын ҡуллы, ихлас күңелле Миңлегөл Әхмәткәрәй ҡыҙы ауылдаштарының ихтирамына лайыҡ.
Резидә Ғайсина.
Ырымбур өлкәһе,
Новосергиевка районы.



Теги: Лайыҡлы тормош




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook