«Донъялар имен булһын»
Әсәйем Мәмдүҙә Низам ҡыҙы Хисаметдинованың тормош юлы бик еңелдән булмай. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың 2 ноябрендә Салауат районы 1-се Иҙелбай ауылында ябай ғаиләлә донъяға килә. Атаһын бер тапҡыр ҙа күрмәй үҫә ул, бары фотонан ғына ҡарап белә. Ауыр һуғыш йылдарында өс баланы өләсәйем аяҡҡа баҫтыра. Бала сағын һөйләргә яратмай әсәйем, аслыҡ-яланғаслыҡ үҙәгенә үткәндер инде. Хәҙерге көндөң, булғандың ҡәҙерен белегеҙ, татыулыҡта ғына ғүмер итегеҙ, тип беҙгә яҡшы кәңәштәрен биреп ултыра.
Бик йәшләй генә фермала һыйыр һауа башлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы 35 йыл һауынсы булып эшләй ул. Атайым менән биш балаға ғүмер бирәләр, барыһын да уҡытып сығаралар, әлеге көндә һәр береһе үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Эшендә һынатмай: һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, бер нисә тапҡыр ауыл, район советына депутат булып та һайлана. Хаҡлы ялда ла тик ятмай, мал тоталар, баҡса тултырып йәшелсәһен үҫтерәләр. Буш ваҡыттарын бәйләү эшенә бағышлай ҡәҙерлем. Яңынан-яңы биҙәктәр өйрәнеп, өйөнә төрлө япмалар яба, ҡорама ҡора, сәскәләр бәйләп, балаларына, туғандарына бүләк итә. «Башҡортостан ҡыҙы»н йәш саҡтан яратып уҡый, һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Бай йөкмәткеле, матур журнал шул! Яратҡан баҫмаһы аша әсәйемә Йүрүҙән йылғаһындай оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡ таҙалыҡ, муйыл сәскәһендәй ап-аҡ бәхеттәргә төрөнөп, балаларының изгелеген күреп ғүмер итергә яҙһын, донъялар имен булһын, тип теләйбеҙ.

Фирзиә ҒӘНИЕВА.
Салауат районы.
Салауат районы.
Теги: Лайыҡлы тормош