Лайыҡлы тормош бәхете

Яңынан Иҫке Яҡуп ауылына ҡайтып, колхозға эшкә сыға. Күптән күсеп килеп ошонда көн күргән ҡаҙаҡ егете Ғиззәт менән яҙылышып, Япарһаҙ ауылында йәшәй башлайҙар. Биш ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улдары үлеп ҡала. Хәҙерге ваҡытта һигеҙ балаһы, Аллаға шөкөр, иҫән-һау, тыуған йорттарына ҡайтып әсәһенең хәлен белеп тора.
– Тәүҙәрәк, балалар бәләкәйерәк саҡта, Ҡаҙағстан яҡтарына барып йәшәп ҡараныҡ. Балалар ул яҡты оҡшатмағас, ике йылдан һуң кире Япарһаҙға ҡайттыҡ. Тормош иптәшем Петропавловка ауылында тимерсе булып эшкә төштө, беҙҙе лә шул ауылға күсереп алып барҙы. Шулай итеп, 1967 йылдан ошонда йәшәйем, – тип хәтер йомғағын һүтте Маһира Хафиз ҡыҙы.
Маһира инәйҙең балалары, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, күркәм кешеләр булып үҫеп етә. Әсәләрен ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырып, уға терәк булып йәшәйҙәр. «Йәш, көслө саҡта ауырлыҡтарҙы нисек тә күтәрәһең, ә бына оло йәшкә еткәс, яҡындарың хәстәренә мохтажһың. Шөкөр, балаларымдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күрәм. Нисә йыл инде Зәйдулла улым һәм Зөлфирә киленем менән йәшәйем. Киленем менән үҙ-ара татыубыҙ. Балалар менән көн үткәрәм инде, килеп хәлемде белеп торалар», – ти инәй.
«Оҙон ғүмерле булыуығыҙҙың сере нимәлә ?» – тигән һорауыма ул:
– Беҙҙең ваҡытта ауырып ултырырға мөмкинлек булманы, йүгереп эшләп йөрөнөк. Әле лә тик ултырырға яратмайым, хәрәкәттә булырға тырышам. Атай-әсәйем дә оҙон ғүмерле булды, бәлки, нәҫелдән дә киләлер, – тип яуапланы.
Ғүмер йомғағының артта ҡалған йылдарын барлағанда ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, үткәндәр өсөн йөҙө ҡыҙармаҫлыҡ итеп лайыҡлы йәшәүенә һөйөнә ағинәй. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Намыҫлы, тырыш йәшәгәндәр бына шулай бәхетле ҡартлыҡҡа лайыҡ.
Гүзәл ИШКИЛДИНА.
Хәйбулла районы.
Хәйбулла районы.
Теги: Лайыҡлы тормош