Күҙ теймәһен ҡулдарыңа!
Матурлыҡты күреп, тойоп ҡына ҡалмай, шул гүзәллекте, йылылыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырған оҫталар була. Уларҙың бөтә күңелен һалып башҡарған эштәре бар донъяны яҡтырта, йәм бирә, сөнки ижад өлгөләрендә оҫтаның булмышы, яҡты уйҙары сағыла. Бөртөкләп йыйылған алтын кеүек улар. Хәйбулла районы Федоровка ауылында йәшәүсе Рәсимә Әүхәҙей ҡыҙы Солтанова – тап шундай алтын ҡуллы кешеләрҙең береһе.
Бер сарала уның күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәренә иғтибар иттем. Йәйғор төҫөндәге ептәрҙән төрлө салфеткалар, сәскәләр, ултырғыс-мендәрҙәргә, гөл һауыттарына япмалар, сөм һауыт тулған меңләгән ваҡ сәйләндәрҙе, уларҙан яһалған күп тажлы сәскәләрҙе, һалынып төшкән япраҡлы ағастарҙы күргәс: «Был матурлыҡты тыуҙырыр өсөн күпме түҙемлек кәрәк!» – тигән аптырау ҡатыш һоҡланыу тойғоһо кисерҙем. Күҙ алдында терелгән ал сәскәләр әле генә өҙөлгән тиерһең, сәйләндән эшләнгән яңы баш ҡалҡытҡан умырзаялар, бешкән ҡып-ҡыҙыл еләктәр бына-бына алдыңа өҙөлөп төшөр төҫлө.
Кемдән күскән уға бындай оҫталыҡ, сере нимәлә?
Гүзәл ИШКИЛДИНА.
Хәйбулла районы.
Хәйбулла районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡулыңдан һөйөн