Бәпес һөйгән мәлдәре
«Һағынғандар сабыр була, сабырҙар түҙә инде», – тип йырлаған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Алһыу Бәхтиеваның сәхнәнән юғалыуына инде дүрт йыл тулып килә. Тамашасылары уны яңы ролдәрҙә күрергә өмөтләнеп, сабыр ғына көтөүен дауам итә. Маһир кеше тормошоноң ҡайһы өлкәһенә күңелен һалһа ла, уны шау гөлгә күмергә һәләтле, тиҙәр. Йырсының әле бауыр баҫып ғаиләһен ҡараған, сабыйҙарының һәр көнөн бәхет, шатлыҡҡа сорнарға тырышып донъя көткән мәле. Өлкән улы, барыһына ла бәләкәйҙән телевидение аша яҡшы таныш Азамат бөгөн әрме хеҙмәтендә. Яңы бер шылтыратҡанында: «Һинән айырылып торған ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа кеше өсөн әсәнән дә ҡәҙерлеһе юҡ икәнен аңланым. Бөтөн Ер шары минән йөҙ борғанда ла һинең, улым, тип йән атасағыңды беләм һәм был мине көслөрәк итә», – тип әсәһен илатып та алған. Өйҙә уны ике йәш ярымлыҡ Фатима һәм дүрт кенә айлыҡ Зәйнәб һеңлеләре көтә. Фатима ағаһын бигерәк тә һағына икән. «Ҡыҙым шаҡмаҡлы шәкәр ярата, теше боҙолмаһын тип, көнөнә берҙе генә бирәбеҙ. Тағы ла һораһа, ҡалғаны Азаматҡа, ҡапыл ҡайтып төшһә, уға нимә ашатабыҙ, тиһәк, үҙе үк шәкәрҙе йыйып ҡуя ла, быға теймәгеҙ, ул минең ағайыма, тип ашағыһы килһә лә, тыйылып йөрөй. Шул бәләкәй генә ҡыҙҙағы туғанлыҡ хисенең көсөнә иҫебеҙ китә», – ти әле бәпестәрен тәрбиәләү араһында йорт һалыу мәшәҡәттәре менән дә мәшғүл Алһыу Исмәғил ҡыҙы.
Моңло йырҙары менән күптәрҙең күңелен яулаған һоҡланғыс пар, башҡорт сәхнәһенең күрке булған Лилиә Биктимерова менән Фәдис Ғәниевтарҙың яңыраҡ улдары тыуҙы. Бәпескә Кәрим тигән матур һәм мәғәнәле исем һайлағандар. «Ҡыҙым Гөлназды тапҡанда үҙем дә йәш инем, әммә әсәлек тойғолары уға ҡарамай икән. Бер аҙ донъя күреп, тормош тәжрибәһе туплағас алып ҡайтҡан бала тәме шулай ҙа икенсерәк, һәр ҡыланышына, хәрәкәтенә, тауышына ҡыуанышып туя алмайбыҙ. Атаһы бигерәк тә улының эргәһенән китмәй, миңә шул тиклем ярҙам итә, Аллаға шөкөр! Гөлназ ҡыҙыбыҙ ҙа ҡустылы булыуына һөйөнә. Өйҙә һауа таҙа булһын тип, иҙәндәрҙе көн дә һөртөп кенә тора, төндә лә тороп ҡараша баланы. Гөлназдың әле каникулы, эргәлә булғас, миңә лә рәхәт. Ул – консерватория эргәһендәге Әүхәҙиев исемендәге Ҡаҙан музыка колледжы студенты. Үҙем ун йәштә генә әсәйһеҙ ҡалып, апайым тәрбиәһендә үҫтем. Шуға балаларыма мөмкин тиклем күберәк әсә наҙы, әсә һөйөүе биреп ҡалырға тырышам. Йырҙар яҙҙырырға тәҡдим итһәләр ҙә, әлегә студияға ашыҡмайым, бәпесем янында булыуҙы өҫтөнөрәк күрәм. Яңы ролем, буласаҡ егет кешенең әсәһе булыу, моғайын да, йөрәгемдә бығаса булмаған хистәр уятып, ижадыма ла танһыҡ бер һулыш өҫтәр, тип өмөт итәм шулай ҙа», – ти Лилиә ханым.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА әҙерләне.
Теги: