Сәхнәбеҙ биҙәктәре
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры быйылғы миҙгелде Туфан Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар» драмаһы менән асты. Дөрөҫөрәге, уның премьераһын Өфөгә гастролгә килгән саҡта уйнап, һуңынан үҙҙәрендә лә күрһәтеп, был спектакль менән дә сираттағы тапҡыр халыҡ күңелен яулауға өлгәште. Бигерәк тә төп ролде башҡарыусы Резеда Әмәкәсованың ихлас, геройын яратып уйнауын, образдың үҙенә килешеп тороуын күптәр һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Мәҙинәгә мин драманы уҡып сыҡҡас та ғашиҡ булдым һәм был ролде миңә тапшырыуҙарын яҙмыш бүләгеләй ҡабул иттем», – тип шатлығы менән уртаҡлашты тамашасыға шулай уҡ «Гәлсәр һандуғас» телепроекты аша йырсы булараҡ та таныш һөйкөмлө һәм һәләтле актриса. [/code]Дуҫтары Резеданы, театрҙан ҡайтып инмәйһең, тип шаяртһа ла, матур-матур образдар ҙа ижад итеп, труппа мөдире эшен дә алып барырға өлгөргән һылыу яҡындарына ла йөрәк йылыһын йәлләмәй. Ҡыҙҙар һымаҡ ҡына күренгән актрисаның инде үҫмер ҡорона ингән, үҙе һымаҡ сәнғәткә ғашиҡ Нәркәс исемле ҡыҙы үҫеп килә. «Ай булмаһа, йондоҙ бар» спектаклендә әсәле-ҡыҙлы ролдәрҙе, Мәҙинә менән Талияны икәүләп уйнауҙары үҙҙәренә лә бик оҡшай икән. «Ижад һәм ғаиләм – минең ике ҡанатым», – тине Резеда һылыу, эше һәм ғаиләһе хаҡында һөйләүҙе үтенгәс.
Билдәле йырсы, Мәсетле һылыуҡайы Гөлназ Ҡәҙербирҙина быйыл көҙ тамашасыларын «Йырлап йәшәйек бергә» тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән һөйөндөрҙө. Асҡар исемле баһадирҙай ул үҫтереп декрет ялында ултырған йырсыны бер аҙ юғалтып торған халыҡ, ниһайәт, яратҡан башҡарыусыһының йырҙарын туйғансы тыңлап кинәнде. Әйткәндәй, бәләкәс бәпес тә әсәһенең йырҙарын бик ярата икән, яҙмалар араһынан уның тауышын айыра, хатта «Йәшәгеҙ һеҙ парлашып» тигән йырының һүҙҙәрен отоп, үҙ теленә әйләндереп йырлап, ата-әсәһен аптыратҡан.
Төрлө халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеләрендә яңынан-яңы еңеүҙәр яулап, һылыуҙарыбыҙ башҡорт ҡыҙҙарының иң-иңдәре икәнлеген иҫбатлап тора. Ҡытайҙа үткән халыҡ-ара «Азия супермоделе – 2014» конкурсынан да яңыраҡ «Һылыуҡай» студияһы тәрбиєләнеүсеһе Гөлназ Ҡотлозаманова 4-се урын алып ҡайтты. Тәүге өсәү исемлегенә инергә уға бер генә мәрәй етмәгән. Быға тиклем дә бер нисә тапҡыр халыҡ-ара сибәрлек бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар алған ул. Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында тыуып үҫкән Гөлназ хәҙер Өфөлә йәшәй. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында белем ала. «Еңеүгә өмөтләндем, тип әйтә алмаһам да, ныҡлы әҙерләнеп барҙым. Ҡытайҙарҙың һәр бәйгесегә булған хөрмәтле, кеселекле мөнәсәбәте оҡшаны» – ти һылыу. Гөлназды ойоштороусылар ҡиммәтле биҙәүестәр менән бүләкләгән. Тағы ла бер яңылыҡ: «Һылыуҡай» берләшмәһе етәксеһе Линара Рауил ҡыҙы Таһирова ла быйыл абруйлы бәйгенең баһалама ағзалары составында булған, был донъя кимәлендәге матурлыҡ конкурстарын ойоштороусыларҙың башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын ғына түгел, башҡорт моделдәр мәктәбен дә юғары баһалауы хаҡында һөйләй.
«Ҡош юлы» гитарала уйнап йырлаусылар фестивале йондоҙо, моңло тауышлы Миңзәлә Яхинаны иһә йыш ҡына ҡыҙы Наҙгөл менән апалы-һеңлеле тип уйлап яңылышалар икән. Һуңғы ваҡыт улар сәхнәлә лә йыш ҡына бергә күренә башланы шул. Башҡортостан телевидениеһында эшләп йөрөгән Миңзәләнең быйыл, рок төркөмө төҙөргә ине, тигән күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан. «Нектория» төркөмө «Дала рухы» фестивалендә уңышлы сығыш яһап та өлгөргән, яңыраҡ улар шағир Азамат Юлдашбаевтың ижад кисәһендә, иркә Өфө тамашасыһы алдында ла лайыҡлы сығыш яһаны. Төркөмгә тағы ла ике Учалы таланты: Альбина Шәмсетдинова һәм Тимур Ямалов, йәнә лә етәксе ролен үҙ өҫтөнә алған Әбйәлил егете Ришат Сөләймәнов инә. Рухлы, дәртле йәштәргә бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ! Тынғыһыҙ Миңзәләнән тағы ла бер яңылыҡ – быйыл ул барабанда уйнау серҙәрен дә үҙләштергән. Үҙе яҙған йырҙарҙы башҡарыусы оҫта йырсы, тамашалар алып барыусы, режиссер булараҡ танылған һылыуҙың барабансылар ярышына ла сығып китеүе бар, былай булғас. Хәйер, ниңә аптырарға ти, һәләтле кеше һәр яҡлап та камиллыҡҡа ынтыла инде ул, яңынан-яңы үрҙәрҙән арбала.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА
әҙерләне.

Теги: