Бейеүендә – йөрәк нәжәғәйе
Ҡайҙа ла, ниндәй шарттарҙа ла үҙ асылына тоғро ҡала алғандар һәр саҡ һоҡландыра. Быйылғы «Байыҡ» телевизион башҡорт бейеүҙәре бәйгеһендә яңғыҙ башҡарыусылар араһында беренселекте яулаған Зәбиҙә ханым Хажиева тап шундайҙарҙан. Тамырҙары Федоровка районына, Ашҡаҙар буйҙарына тоташҡан Юрматы һылыуының нәҫеле йөҙ йыл элек милли мөхтәриәт өсөн көрәштә алғы һыҙыҡта булып, ҡыҙылдар яулап ҡына алған дәүләтселекте ҡыҫҡас, Уйғыр иленә, Турфан далаларына китә, унан Ҡырғыҙстанда төпләнә. Зәбиҙә апайҙың әсәһе лә өс сабыйы менән ярты быуат самаһы элек Башҡортостандан улар янына барып һыйына. Бала сағы уҙған Бешкәк ҡалаһы ла, хеҙмәт юлын бағышлаған Мәскәү ҙә ғүмер буйы хисапсы булып эшләгән ҡатындың йөрәгендә халҡына, туған теленә, мәҙәниәтенә йөрөткән һөйөүҙе тоноҡландыра алмаған, киреһенсә, йөрәк утын көсәйткән генә. Был ут уның бейеүҙәрендә лә асыҡ сағыла. Зәбиҙә Хажиеваға еңеү килтергән, хореограф Йәмилә Бикбаева һалған үҙенсәлекле «Ҡумыҙ сыңы» бейеүе шул утты хәрәкәттәр арҡылы асҡан, балҡытып ебәргән. Тыпырлау аша сәхнә иҙәнендә саҡматаштай сағылған был йөрәк нәжәғәйе баһалама ағзаларын да, тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Теги: «Байыҡ» телевизион башҡорт бейеүҙәре бәйгеһе