Бәхтейәр алып килгән бәхет

Бәхтейәр алып килгән бәхетМәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының «Антигона» (Ж. Ануй, режиссеры Ф. Бикчәнтәев) драмаһы быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарылған төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивалендә ҙур уңыштарға өлгәште. Беренсенән, ул «Иң яҡшы спектакль» тигән баһа алһа, Креон ролен башҡарған Олег Ханов «Иң яҡшы ир-егет роле», ә Антигонаны уйнаған Лилиә Ғәлина «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияларында еңеүсе тип табылды. Башҡорт театрын яратыусылар өсөн яңы 98-се миҙгел алдынан был ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Боронғо әҫәрҙең мәңге иҫкермәҫ туғанлыҡ һәм ғаилә ҡиммәттәренең яһалма ҡанундарҙан юғарылығын иҫбатлаған йөкмәткеһе тулыһынса фестиваль концепцияһына тура килеп кенә ҡалмай, хатта уның атамаһына һалынған тәрән кинәйәне лә асып һала бит. Ғаилә һәм бала культын театр артистары сәхнәлә генә түгел, тормошта ла ҡәҙер итеп йәшәй, шөкөр! Туғыҙ ай элек тәүгә әсәй булған һәләтле актриса Лилиә Ғәлина улына юҡҡа ғына Бәхтейәр тип исем ҡушмаған, тылсымлы исем йөрөткән малай Лилиәне генә бәхетле итеп ҡалманы, әсәһе уйнаған әҫәрҙәргә лә уңыш килтерҙе, тип һөйөнә театр коллективы.

Бәхтейәр алып килгән бәхет
Театрҙа футбол булырмы?

Театр сәнғәтте үҫтереүгә генә түгел, ғаилә институтын нығытыуға, демографияны яҡшыртыуға ла мул өлөш индерә. Быйыл иң йәш актер Алмас Йосопов та кәләш алған, Алмас Шәмсетдинов менән Морат Рафиҡов та үҙ иштәрен тапҡан. Әйткәндәй, коллективта һуңғы ваҡыт күберәк малайҙар донъяға килә. Гөлназ менән Руслан Хайсаровтарҙың Алангир, Зилиә менән Айнур Ситдиҡовтарҙың Айбулат, Зилә менән Ринат Баймырҙиндарҙың Айтуған исемле бәпестәре тыуҙы. Актриса Ирада Ҡадырова (Фазлаева) ла Таһир исемле малайға әсәй булды. Театрҙа шаяртып, бер-бер артлы тыуған йәш сабыйҙарҙы «Ғафури театрының футбол командаһы» тип йөрөтәләр икән.
Буласаҡ «футболсылар» декабрь аҙаҡтарында тәүгә осрашасаҡ. Сөнки тап ҡыштың тәүге айында йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған балалар өсөн әкиәт сәхнәлә күрһәтеләсәк. Уның иң һөйөнөслөһө шунда: тамаша быйыл рус телендә лә, башҡортса ла әҙерләнә. Тимәк, саф башҡорт исемдәрен йөрөткән әртис бәпестәре лә, башҡа бәләкәй милләттәштәребеҙ ҙә рәхәтләнеп үҙебеҙсә әкиәт ҡараясаҡ.

Бәхтейәр алып килгән бәхет
Ҡайны менән килен дуэты

Ғафури театрының иң хисле актерҙарының береһе Алмас Әмиров Әнгизә килененең драматург булып танылыуына һәр яҡлап булышлыҡ итә. Айнур Асҡаровтың тип аталған, бөтә Рәсәй прокатына сыҡҡан «Өфөнән һөйөү менән» тәүге башҡорт фильмында уйнап танылыу алған Эмиль Асҡаровтың ҡатыны Әнгизә Ишбулдина – өмөтлө йәш драматург. Әле ул Екатеринбург ҡалаһында белемен камиллаштыра. Һәр роле менән тамашасы күңелен яулай белгән Алмас Әмиров бынан бер нисә йыл элек «Йүгер, Харис, йүгер» комедияһында үҙен режиссер булараҡ һынап ҡарағайны инде. Килененең «Кеҫәлле ярҙарҙа» тигән әҫәре буйынса төп театрыбыҙҙа ҡуйыласаҡ спектакль уның был юҫыҡтағы икенсе эше буласаҡ. Премьера йыл баштарында үтер тип самалана.

Бәхтейәр алып килгән бәхет
Юрағандары юш килде

Башҡортостанда киң билдәлелек алған «Юлдаш йыры» – мәртәбәле бәйгеләрҙең береһе. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре инде етенсе тапҡыр милләтебеҙ ынйыларын халыҡҡа танытып ҙур, сауаплы эш башҡарҙы. Бәйгелә быйыл йөҙ егерме кеше ҡатнашырға теләк белдерһә, шуларҙың егермеһе финалға үтте. Гран-при алған Зәбирә Әбсәләмованың яҙмалары йыл башында радио аша яңғырау менән тамашасы уға шунда уҡ еңеү юраны. Зәбирә ханымдың йырҙарҙы тәрән тойоп, еренә еткереп башҡарыуы, ҡабатланмаҫ тауышы барыһын да әсир итте. Йәш сағында байтаҡ йыр бәйгеләрендә еңһә лә, үҙен сәнғәткә арнарға насип булмай уға. Тормош иптәше, арҙаҡлы шәхес, физика-математика фәндәре докторы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяларҙан иртә киткән Салауат Сабирйән улы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. «Уландарым – төп ижад емешем», – ти ул. Ҡәҙерлеләре бөгөн ҙур урындарҙа эшләй, кемеһе – министр урынбаҫары, кемеһе – эшҡыуар, һәр береһе илһөйәр, телһөйәр. Зәбирә Әбсәләмова йөҙҙән артыҡ башҡорт халыҡ йырын белә. Ә «Һаҡмар»ҙы үҙенең визит карточкаһы тип иҫәпләй, тап ошо әҫәр уға «Юлдаш йыры»нда уңыш алып килде лә инде.

Апайҙары юлынан

Бәхтейәр алып килгән бәхет
Бәхтейәр алып килгән бәхет
«Юлдаш йыры – 2017» бәйгеһенең быйыл тамашасыны ҡыҙыҡтырған, һорауҙар тыуҙырған әтнәкәләре етерлек булды. Мәҫәлән, ҡатнашыусылар араһында йәшләй генә арабыҙҙан киткән Сулпан Кейекбирҙинаның бер туған һеңлеһе Зөһрә Иҫәндәүләтованың да барлығын белеп ҡалғас, күптәр унда апайының һыҙаттарын, тауышының сыңын эҙләне. Сулпандың ижадын яратҡан, уны һағынып йәшәгән йыр-моң һөйөүселәр, әлбиттә, тап ошо ҡатнашыусы өсөн янып-көйҙө. Бәйгелә өсөнсө урынға лайыҡ булған һылыуҙың дүрт бала әсәһе булыуы ла радио тыңлаусыларҙа һоҡланыу уятты.
Илгизә Алсынованың да йөҙгә лә, тауышы менән дә бик ныҡ Фирүзә Парижға оҡшап тороуын ярышты күҙәтеүселәр баштан аңғарҙы. Фирүзәгә оҡшарға тырыша, моғайын, билдәле йырсы уның кумирылыр, хатта уның һымаҡ булып күренергә маташа бит әле, тигәндәр ҙә табылды. Һылыуҙарҙың бер туған икәне тәүҙә береһенең дә башына инеп сыҡманы. Баҡтиһәң, Илгизә әлеге ваҡытта республикабыҙҙа тик башҡортса ғына йырлаған ижадсыларҙан торған шәхси бригадаһын төҙөп, башҡорттар йәшәгән бер төбәкте лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышҡан моңло Фирүзә апайының командаһында эшләргә хыяллана икән. Фирүзәнең төркөмөндә әсәһе Флүрә Туйсина, бер туған ҡустыһы, тауыш операторы һәм баянсы Илшат Аллаяров, шулай уҡ билдәле йырсылар Илнур Рамазанов менән Таһир Әсәҙуллин эшләй. Илгизәнең дә был дәртле ҡорға ҡушылырға теләге ҙур, тик әлегә ул икенсегә бәпәй көтә.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА әҙерләне.



Теги: М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook