Ҡайнатылмаған һөт бәләһе
Инде сирек быуат ҡалала йәшәһә лә, Миңһылыу күңеле менән ауыл ҡыҙы булып ҡала. Баҙарҙа ауыл ҡатындары килтергән һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡоротто алырға тырышыуы ла тыуған яҡҡа тартылыуынандыр. Ләкин ҡапыл сәсрәп ауырып киткәс, табиптың: «Һеҙҙә – бруцеллез. Ҡайнамаған һөт эсеү арҡаһында сирләгәнһегеҙ», – тип әйтеүе уны шаҡ ҡатырҙы.
Билдәле шәхестәр араһында ла бруцеллез менән ауырып, һаулыҡтан яҙыусылар бар. Мәҫәлән, күренекле совет актрисаһы Екатерина Федоровна Савинова «Иртәгә килегеҙ» тигән фильмды төшөргән саҡта баҙарҙан алған һөттө эсеп, сирләп китә. Ваҡытында дауаламау арҡаһында нервы системаһы, баш мейеһе зарарланған актрисаның ғүмере фажиғәле тамамлана. Даими авторыбыҙ, йоғошло ауырыуҙарҙан дауалаусы табип Эльвира Барый ҡыҙы ЯМАЕВА ҡайнатылмаған һөт бәләһе – бруцеллез хаҡында бәйән итә.
Ҡала кешеләре «яңы һауылған һөт һаулыҡ өсөн ифрат файҙалы», тип балалары менән бергә ауылдағы туғандарына һөт эсергә ҡайта торған. Ләкин сәләмәтлектәрен нығытаһы урынға сир эләктереүселәр, һирәк булһа ла, осрап тора. Ауырыуҙы бруцелла бактерияларын йөрөткән һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ-кәзә тарата. Кешегә ул сирле мал һөтөнән, итенән, шулай уҡ уның йөнөн, тиреһен эшкәрткәндә эләгеүе мөмкин.
Бруцеллездың билдәләре башҡа сирҙәрҙекенә оҡшаған булыуы уны асыҡлауҙы ҡатмарлаштыра. Ләкин был вирусты йоҡтороусыларҙың зары башлыса бер үк төрлө. Иң тәүҙә быуындар һыҙлай башлай: бигерәк тә аяҡ, умыртҡа һөйәге, бил ауырта. Мускулдар, һеңер тирәһе шешә. Лимфа төйөрҙәре ҙурайып, ауыртыбыраҡ тора. Тәнде хәлһеҙлек солғай, температура күтәрелә. Кеше тирләй, айырыуса төнөн шыбыр һыуға бата. Ауыҙҙа аш тәме юғала, ауырыу ябыға, ярһыусанға әйләнә. Йоҡоһо боҙола, башы ауырта. Бит, муйын – ҡыҙарып, аяҡ-ҡул, тән тиреһе, киреһенсә, ағарып китә.
Сирҙең аҙыуы төрлө ағзаларға зыян килтерә: бауыр, талаҡ ҙурайыуы, йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуы, нервы системаһы сирҙәре: менингит, энцефалит, неврит (күҙ, бит нервылары зыянлауы) барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тын юлдары, үпкә ялҡынһыныуы мөмкин. Бруцеллалар енси ағзаларға үтеп инеп, түлһеҙлеккә килтергән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ваҡытында дауаламау төрлө өҙлөгөүҙәр менән тамамлана, кешенең ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыуы бар. Йөрәк клапандарының эше боҙолоуы – эндокардит – иң ауыр өҙлөгөүҙәрҙең береһе. Бала көткән ҡатындарҙың йөгө төшөүе, сабыйы үле тыуыуы, ваҡытынан алда бәпәйләүе мөмкин.
Бруцеллез диагнозын лаборатор тикшеренеүҙәр ярҙамында асыҡлайҙар. Дауаланғандан һуң тағы ла ике йыл дауамында даими рәүештә табипҡа күренеп торорға кәрәк.
Был сирҙе булдырмаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим:
*һөттөң ҡайнатылғанын йәки пастеризацияланғанын ғына эсегеҙ;
*гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгеҙ. Ит бүлеү өсөн айырым бысаҡ, таҡта ҡулланығыҙ, уларҙы тотонғандан һуң ҡайнар һыу һәм сода менән йыуығыҙ. Ит бүлгәндә йоҡа резина бирсәткә кейһәгеҙ, яҡшы булыр;
*ҡурағыҙҙағы малдарҙы вакцинациялау хәстәрен күрегеҙ.

Теги: