УТТАН ҠАЛМАЙ
Янғын кешелек тарихы дауамында әҙәм балаһы өсөн иң ҡурҡыныс һәм шәфҡәтһеҙ ҡаза булып ҡала. Йылъяҙмалар кескәй генә осҡондан ялҡын хасил булып, күҙ асып йомғансы таралған ут тотош ҡалаларҙы юҡ иткән йән өшөткөс фажиғәләр хаҡында һөйләй. Халыҡ «Уттан ҡалмай, бурҙан ҡала», тип белмәй әйтмәгән. Донъяла йыл һайын 90 меңгә яҡын кеше утта янып һәләк була. Республикабыҙҙа шул сәбәпле йыл башынан ундан ашыу ғүмер өҙөлгән. Янғындарҙың 80 проценты һаҡһыҙлыҡ арҡаһында торлаҡта, ҡаралты-ҡураларҙа сыға, тип билдәләй «Тармаҡ-ара институт» мәғариф учреждениеһының «Янғын хәүефһеҙлеге» кафедраһы уҡытыусыһы Вячеслав Николаевич ТАНГАЕВ. Уның оло бәләнән һаҡланыу ҡағиҙәләрен хәтеребеҙҙә яңыртыуы бигерәк тә әле, төбәгебеҙҙә янғын хәүефһеҙлеге айлығы барғанда, бик урынлы.
«Ҡыҙыл әтәс» ҡунмаһын өсөн
Белгес саҡыртып, электр сымы хәүефһеҙлегенә инанығыҙ – сөнки күп осраҡта янғын ҡыҫҡа ялғаныштан сыға. Йортоғоҙ иҫке, ә электр уты күптән үткәрелгән икән, сым яңыртыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Ватыҡ розетканы, һүндергестәрҙе тиҙ арала алмаштырығыҙ. Бер розеткаға бер нисә электр йыһазы ҡабыҙыу бик хәүефле. Көнкүрештә көйһөҙ сәйнүк, фен, плитә кеүек әйберҙәрҙе файҙаланыу бәләгә килтереүе ихтимал. Эшләп ултырған электр йыһазынан ут сыға ҡалһа, һыу һибә күрмәгеҙ.
*Өйҙә газ плитәһе булһа, газ хеҙмәте вәкилдәре ярҙамында уның төҙөклөгөн тикшерегеҙ.
*Ремонт яһарға ниәтләһәгеҙ, утҡа сыҙамлы материалдарҙы һайлағыҙ.
*Йорт эсендә тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса һаҡламағыҙ.
*Көнкүреш, баҡса сүбен ҙур тимер һауытта, йорттан һәм ҡаралты-ҡураларҙан кәмендә 50 метр йыраҡлыҡта ғына яндырыу рөхсәт ителә. Ялҡын телдәре таралмаһын, осҡон сәселмәһен өсөн, усаҡ эргәһендә тороу мотлаҡ. Был эш өсөн елһеҙ көн һайлау мөһим. Эргәгеҙҙә һис юғында биҙрә менән һыу, көрәк торһон.
*Урманда, баҫыуға, бесәнлеккә яҡын урындарҙа усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 4000 һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Бәлә килһә, ни эшләргә?
Ҡурҡыу хисе нисек кенә көслө булмаһын, уны баҫырға, тыныс ҡалырға тырышығыҙ. Сөнки ғүмергә хәүеф янағанда тик сәбәләнмәй генә үҙегеҙҙе, башҡаларҙы ҡотҡара алырһығыҙ. Янғын сығыуын һиҙеү менән стационар телефондан 01 йәки кеҫә телефонынан 112 номерҙары аша шылтыратып, адресығыҙҙы, нимә яныуын, исем-фамилияғыҙҙы әйтегеҙ.
Электр утын тулыһынса һүндерегеҙ. Газды ябығыҙ.
Утҡа ҡарағанда һөрөм еҫе әллә күпмегә ҡурҡынысыраҡ. Һуштан яҙып йығылыу өсөн уны бер нисә һулау етә. Ауыҙ-танауығыҙҙы еүеш сепрәк менән ҡаплағыҙ.
Ялҡын ялмаған бинанан сыҡҡанда туп-тура баҫып түгел, эйелеп хәрәкәт итергә кәрәк. Сөнки аҫта кислород күберәк.
Хәүефһеҙ ергә сығырға мөмкинлек булыу-булмауын, көсөгөҙ етеү-етмәүен самалағыҙ. Мөмкинлек юҡ икән, ут, төтөн юлын ҡаплау сараһын күреп, ишекте тығыҙ ябығыҙ, уға, иҙәнгә һыу һибегеҙ, дымлы сепрәк менән тишектәрҙе ҡаплағыҙ.
Тәҙрәне асмағыҙ. Унан ингән һауа – ялҡынға ҡеүәт.
Ут күп ҡатлы йортта сыҡҡан икән, лифтҡа ултырмағыҙ, электр һүнеү менән лифт асылмайынса, ҡамауҙа ҡалыуығыҙ бар. Запас юлдарҙан, ялҡын ялмамаһа, баҫҡыстар аша төшөгөҙ.
Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын һүндереүселәр беренсе сиратта һеҙҙең ғүмерегеҙҙе ҡотҡарырға тырышасаҡ, унан һуң ғына утҡа ҡаршы көрәшеп, матди ҡиммәттәрҙе һаҡларға ынтыласаҡ.
Балаларҙы фажиғәнән һаҡлағыҙ
Ниндәйҙер бер илдә төрлө ҡитғаларҙан йыйылған балалар сәйәхәт ҡылғанда көтөлмәгән хәл килеп тыуғас, япон малайҙары һәм ҡыҙҙарының иҫ киткес юғары ойошҡанлыҡ һәм тыныслыҡ күрһәтеп, берҙәм рәүештә хәүефһеҙ урынға сығыуы һәммәһен таң ҡалдыра. Был осраҡлы түгел: япондарҙы сабый саҡтан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек һаҡланырға өйрәтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә быға иғтибар юҡ кимәлдә. Баланы бәләнән ҡурсалау өсөн иң кесе йәштән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен төшөндөрөргә кәрәк. Розеткаларға, эшләп ултырған электр йыһаздарына ҡағылырға, бигерәк тә еүеш ҡул менән тейергә ярамауын аңлатығыҙ. Аш бүлмәһе – бәләкәй бала өсөн айырыуса хәүефле урын. Плитә өҫтөндә бешеп ултырған аштан, ҡайнап сыҡҡан сәйнүктән ары булырға өйрәтегеҙ. Сабый шырпы, ҡабыҙғыс менән уйнауҙың ҡурҡыныс икәнен, ғөмүмән, уттың ҙур бәлә килтереү ихтималлығын белергә тейеш. Унда уттан һаҡ булыу теләген уятыу зарур. Иң мөһиме – балаларҙы өйҙә үҙҙәрен генә ҡалдырып китмәгеҙ!

Теги: