ШӘМДӘЙ ШИҢДЕРЕҮСЕ СИР

ШӘМДӘЙ ШИҢДЕРЕҮСЕ СИР Нәфис әҙәбиәттә бер сир ҙә туберкулез кеүек киң һәм тулы сағылыш тапмағандыр. Бөйөк А. Чехов, Л. Толстой, В. Белинский, Н. Добролюбов һәм башҡа күп әҙиптәр яфаланған унан. XIX быуат яҙыусылары был сирҙе «аҫыл һөйәктәр» ауырыуы тип һанап, геройҙарының фажиғәле яҙмышын һыҙыҡ аҫтына алыр өсөн уларҙы туберкулез менән «сирләткән». Халыҡта «сихут» тип йөрөтөлгән ҡурҡыныс ауырыу медицина тарафынан «еңелеп», сигенгән еренән һуңғы йылдарҙа яңынан баш ҡалҡытты. Бөгөн уның менән башлыса кемдәр ауырый, мәкерле сирҙән нисек һаҡланырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы урынбаҫары Миңнур Миңлеәхмәт ҡыҙы АЗАМАТОВА яуап бирә.

...– Сирҙең тәүге билдәләре ниндәй?

– Туберкулездың билдәләре шунда уҡ беленмәй. Ауырыу башланғанда күптәр «әллә грипп, әллә киҫкен киҙеү эләкте» тип уйлай. Хәлһеҙләнеп, аппетиты юғалыуына, төндә тирләп уяныуына, ябығып китеүенә улар иғтибар итеп бармай. Бактерия үпкә туҡымаларының байтағын зарарлағанда инде температура күтәрелә, оҙайлы йүтәл барлыҡҡа килә. Йүткергәндә сыҡҡан ҡаҡырыҡта ҡан булыуы ихтимал. Ауырыу бик тиҙ арый, ярһып бара, уның эшкә һәләтлелеге кәмей. Ошо билдәләрҙең береһен тойған хәлдә лә ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сир алҡымдан алмаҫ борон, тиҙ арала дауалай башлау мөһим, ә хафаланырлыҡ урын булмаһа инде, билдәһеҙлектән арынырһығыҙ. Сирлеләр дауаханала ятып дауалана. Дауалау оҙайлы (өс айҙан бер нисә йылға тиклем) һәм ҡиммәтле. Сығымдарҙың тулыһынса дәүләт иҫәбенә ҡапланыуын әйтеп үтер инем...
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook