Ғүмергә торошло хата

Ғүмергә торошло хатаXX быуат афәте тип аталған ВИЧ/СПИД бөгөн дә донъя тарихындағы ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе булып ҡала. Ер йөҙөндә бөгөнгө көнгәсә унан 40 миллионға яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән. Уға ҡаршы көрәшкә иң көслө табиптар тырышлығы йүнәлтелһә лә, сир «еңелергә» йыйынмай. Илебеҙҙә был вирусты йоҡторғандар бер миллионға яҡын иҫәпләнә. Башҡортостанда әле ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе 17179 кеше йәшәй. Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Гүзәл Рим ҡыҙы Ғәбитова менән әңгәмәбеҙ – үткән быуаттан әлегеһенә күсеп ҡолас йәйгән ошо хәтәр ауырыу хаҡында.

... – Элегерәк СПИД башлыса хәүеф төркөмөнә ҡурҡыныс тыуҙырһа, хәҙер бөтә ҡатламдарға янауы менән һиҫкәндерә...

– Тап шулай. Бөгөн ВИЧ йоҡтороусылар араһында хәүеф төркөмөнә ҡараусылар – наркотик ҡаҙаусылар, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусылар, төрмәлә ултырыусылар ғына түгел, ҡәҙимгесә йәшәп ятҡан кешеләр ҙә бик күп. Йәш саҡтағы осраҡлы бәйләнеш йылдар үткәс ҙур фажиғә булып ҡалҡып сыҡҡан хәлдәр, икенсе яртыларына күҙ йомоп ышанып, уларҙан «бүләккә» ВИЧ алған йәш ҡатындар, ирҙәр бихисап.
Кешеләр, битарафлыҡ күрһәтеп, сирҙең оло бәлә икәнен баһалап еткермәй. Күптәр уның хаҡында бик аҙ хәбәрҙар. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың «ВИЧ эпидемия төҫөн ала» тип саң ҡағыуы буштан түгел. Мәғлүмәттәр буйынса, илдә ВИЧ йоҡтороу кимәле йыл һайын 10 процентҡа арта. ВИЧ йөрөтөүселәрҙең өстән бер өлөшө үҙҙәрендә сир барлығын белмәй. Вирус тәүге йылдарҙа йоҡомһорап ятып, үҙе хаҡында һиҙҙермәүе менән мәкерле, был осорҙа организмдың ҡаршы торор көсө тамам кәмей,саҡ ҡына һалҡын тейеү ҙә кешене аяҡтан йыға.
ВИЧ – сөскөргәндән, йүткергәндән эләгә торған киҙеү түгел. 1990 – 2000 йылдарҙа ул башлыса наркотик ҡаҙаған энәнән күсһә, әле күпселек осраҡта – енси бәйләнеш аша. Мәҫәлән, быйыл вирус беренсе тапҡыр асыҡланған кешеләрҙең 60 проценты уны ошо рәүешле йоҡторған. Дауаланмаған осраҡта, ВИЧ йөрөтөүсе әсәләрҙең яртыһының бәпесе вирус менән тыуа. Ләкин был ҡатындар ваҡытында махсус терапия ала икән, сәләмәт бала табыу мөмкинлеге 98 процент тәшкил итә. Быйыл ВИЧ-ҡа дусар әсәләрҙән 364 сабый донъяға килгән...
Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА
әңгәмәләште.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook