Сысҡан таратҡан хәтәр сир

Йәннәттәй йәйге айҙар – тәбиғәт ҡосағында, баҡсаларҙа ял итеп, көс туплай торған ваҡыт. Әммә урман-ҡырҙарҙа йәй йәмен йыйғанда, баҡсала рәхәтләнгәндә бер оло хәүеф – сысҡан биҙгәге сирен йоҡтороу ҡурҡынысы һағалауын оноторға ярамай. Сир бөйөрҙө ныҡ зарарлағанға күрә, табиптар уны бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк тип йөрөтә.

Республикабыҙҙа был хәтәр ауырыуҙың таралыуына тәбиғәт шарттары бик ҡулай. Урмандарыбыҙҙа йүкә һәм имән ағастары күпләп үҫә, сир таратыусы сысҡандар, уларҙан ҡойолған орлоҡто ашап, йылдам үрсей. Башҡортостанда сысҡан биҙгәге йоҡтороуҙың иң юғары кимәле 1997 йылда теркәлгән. Ул йылда 10 мең кеше был мәкерле ауырыуға дусар булған, 34-е үлгән.

Исеменән күренеүенсә, сирҙе ваҡ кимереүселәр йоҡтора. Вирус уларҙың тиҙәге, кесе ярауы, шайығынан тирә-йүнгә тарала. Һауа саңы менән ҡушылған вирус тын юлдары аша үтеп инә. Ҡаралты-ҡураны, байтаҡ йәшәлмәгән баҡса йорттарын таҙартҡанда, бесән әҙерләгәндә, йә иҫке бесәнде аҡтарғанда, балыҡҡа, һунарға сыҡҡанда, еләк, бәшмәк йыйғанда сысҡан биҙгәген йоҡтороу­сылар күп. Тәбиғәттә ҡул йыумайынса тәмәке тартыу, сысҡан кимереп йә ҡағылып киткән ризыҡты ашау сәбәпле сиргә тарығандар ҙа бихисап. Геморрагик биҙгәкте йоҡто­роусылар – башлыса 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге эшкә һәләтле кешеләр. Әлегә был сиргә ҡаршы вакцина юҡ.

Вирус эләгеп, ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем яҡынса ике-өс аҙна (һирәк осраҡта – ете аҙна) үтә. Сир киҫкен башлана, температура 39-40 градусҡа ҡәҙәр күтәрелә. Күҙ ҡыҙарып тороуы, урыны менән тән сабыртыуы ихтимал. Биҙгәк тотоуға баш ауыртыу, тән һыҙлау ҡушыла. Бил тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килә, ахыр сиктә бәүел тәүлегенә 500 грамдан алып 50 грамға тиклем ҡалыуы, ҡан килеүе бар.

Ауырыуға кисекмәҫтән, ваҡытты һис әрәм итмәйенсә, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был осраҡта һәр көндөң ғүмергә торош булыуы мөмкин. Геморрагик биҙгәк иң ҡурҡыныс йоғошло сирҙәрҙән һанала. Ул бөйөрҙө генә түгел, башҡа ағзаларҙы ла зарарлай, ваҡ ҡан тамырҙарына зыян килтерә. Хатта ҡайһы берәүҙәрҙең көнө аҙаҡ “яһалма бөйөр” аппаратына ҡала. Ғөмүмән, сысҡан биҙгәге менән сирләгәндәр бик оҙаҡ һауыға. Шуныһын әйтергә кәрәк: сир кешенән кешегә йоҡмай.

Башҡортостанда кимереүселәргә ҡаршы көрәш етди ҡуйылған. Йыл һайын ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға йылға-күл буйҙары, парктар, шифаханалар тирәһе, райондарҙағы ҙур-ҙур биләмәләр махсус эшкәртелә. Ләкин һәр кем был ҡурҡыныс сирҙән һаҡланыу иң башта үҙенә бәйле булыуын онотмаһын ине. Урман-яланда булғандан һуң ҡулды мотлаҡ һабынлап йыуырға кәрәк. Бысраҡ ҡул менән аҙыҡҡа үрелмәгеҙ. Сәхрәлә ял иткәндә ризыҡты сысҡан теймәҫлек ерҙә, мәҫәлән, ябыҡ машинала йәки ағасҡа элеп тотоғоҙ. Ял итер өсөн түңгәкле, ҡороған ағаслы ерҙә түгел, асыҡ аҡланда туҡтау хәйерле. Баҡса өйөн йыйыштырғанда саң борхотмағыҙ, битлек, бирсәткә кейегеҙ, иҙәнде 3 процентлы хлорамин иретмәһе ҡушылған һыу менән йыуығыҙ, һауыт-һабаны ла шулай уҡ эшкәртергә мөмкин. Түшәк-яҫтыҡты ҡояшта әйләндереп елләтегеҙ, саңын ҡаҡҡанда битегеҙҙе ҡаплағыҙ. Баҡ­сағыҙға сысҡан эйәләшмәһен өсөн, сүп-сарҙы, иҫке ботаҡтарҙы даими яндырығыҙ. Ер ҡаҙығанда, сүп йолҡҡанда туҙан танауығыҙға инмә­һен тиһәгеҙ, тупраҡҡа һыу һибеп алығыҙ. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе күҙәтһәгеҙ, үҙегеҙҙе хәтәр сирҙән – сысҡан биҙгәгенән ҡурсаларһығыҙ.

Эльвира БАРЫЕВА,
табип-инфекционист.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook