Яман шеште ниндәй вирус тыуҙыра?

Яман шеште ниндәй вирус тыуҙыра?
Яман шеш йоҡмай, тибеҙ, ләкин уны булдырыусы йоғошло вирустар барлығын беләһегеҙме икән? Кеше папилломаһы вирустары – енси юлдарҙағы вируслы инфекцияны тыуҙырыусы вирустар. Бөтә донъяла киң таралған был инфекцияны енси тормош алып барыусы ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың күпселеге йоҡтора, ҡайһы берҙәре ғүмер дауамында уны бер нисә тапҡыр эләктереп өлгөрә.

Вирустың йөҙҙән ашыу төрө бар. Күбеһе һаулыҡ өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырмай, дауаламайынса ла бер нисә айҙан юҡҡа сыға. Ләкин кәмендә ун дүрт төрө яман шеш тыуҙырыусы­ларҙан һанала. Аналыҡ муйынтығы яман шеше барлыҡҡа килеүгә 70 процент осраҡта ошо вирустың 16-сы һәм 18-се төрҙәре сәбәпсе. Шулай уҡ арт юл, аналыҡ еңсәһе, ауыҙ ҡыуышлығы һәм йотҡолоҡ рагы үҫешеүе лә ҡайһы бер осраҡта ошо вирус менән бәйле. Вирустың онкология тыуҙырыусы төрҙәре (бигерәк тә 6-сы, 11-се төрҙәре) арҡаһында осло башлы кондиломалар, һулыш юлдарында папилломалар барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Аналыҡ муйынтығы яман шеше донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙағы рак сирҙәре араһында дүртенсе булып тора. 2018 йылда уның яңы 570000 осрағы теркәлгән. Йыл һайын ошо ауырыуҙан 320000 мең ҡатын вафат була, уларҙың 85 проценты – үҫе­шеүсе илдәрҙә йәшәүсе гүзәл заттар. Ә алға киткән илдәрҙә кеше папилломаһы вирусына ҡаршы вакцинация программаһы ғәмәлгә ашырыла, даими рәүештә ҡатын-ҡыҙҙарҙа был вирус инфекцияһы барлығын-юҡлығын тикшереп то­ралар. Тикшереү рак алды сирҙәрен улар аҙмағанда – дауалап булырҙай саҡта асыҡларға ярҙам итә.

Һөҙөмтәле профилактика саралары алып барыу ошо сирҙән үлеүҙәрҙе кәметеү мөмкинлеген бирер ине. Был саралар вакцина­циянан башлана. Ул ҡыҙ балаларға 9 – 14 йәшлек саҡтарында яһала. Беренсел профилактикаға шулай уҡ үҫмерҙәргә аңлатыу эштәре алып барыу ҙа инә. Уларға енси тормошто иртә башлауҙың, осраҡлы бәйләнештәрҙең зыянын ентекләп төшөндөрөү мөһим. Енси тормош менән йәшәй башлағандарға иһә презерватив файҙаланыуҙың зарурлығын аңлатыу мотлаҡ. Улар үҫмер саҡта тәмәке тарта башлауҙың аналыҡ муйынтығы яман шеше һәм онкологияның башҡа төрҙәре тыуыуына булышлыҡ итеүен дә белергә тейеш. Малайҙарҙы сөннәтләү ҙә был тәңгәлдә медицина күҙлегенән файҙалы булыуын билдәләгем килә.

Енси тормош менән йәшәүсе ҡатындар 30 йәштән алып аналыҡ муйынтығы туҡымаларында ғәҙәти булмаған үҙгәрештәрҙе, рак алды сирҙәре барлығын-юҡлығын асыҡлау өсөн тикшерелеп торорға тейеш.

Әлеге мәлдә папиллома вирусына ҡаршы өс вакцина бар. Улар вирустың 16-сы, 18-се төрҙәренән һаҡлай, бер үк ваҡытта онкология тыуҙырыусы бер нисә төрөнә (улар бик таралмаған) кәртә булып тора. Вакцинаның икәүһе шулай уҡ осло башлы кондиломалар барлыҡҡа килтереүсе вирус төрҙәре үҫешен тотҡарлай.

Вакцина организм вирус менән осрашмаҫ борон индерелһә, юғары һөҙөмтә бирә. Шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡыҙҙарҙы енси тормош башламаҫ элек вакцинацияларға кәңәш итә.

Ҡайһы бер илдәрҙә малайҙарға ла прививка яһай башланылар. Сөнки ул ир-атты ла енси ағзаларҙың яман шешенән һаҡлай.

Шуны билдәләп үтергә теләйем: прививка яһатыу тикшерелеп торорға кәрәкмәй тигәнде аңлатмай. Тикшереүҙәр йыш ҡына ҡарап тороуға һап-һау, сирҙең бер билдәһе булмаған ҡатындарҙың аналыҡ муйынтығында рак алды ауырыуҙарын, йә яман шеште асыҡлай.

Былтыр Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡ илдәргә аналыҡ муйынтығы яман шешен бөтөрөүгә йүнәлтелгән сараларҙы көсәйтергә, уларға мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итергә саҡырып мөрәжәғәт итте. Төп өс сараға ошо яҙмала бәйән иткән вирусҡа ҡаршы вакцинация, даими тикшерелеп тороуҙар һәм рак алды үҙгәрештәрен дауалау, шулай уҡ аналыҡ яман шеше асыҡланған ауырыуҙарҙы дауалау инә. Журнал уҡыусы ҡатындарға йәнә һәм йәнә мөрәжәғәт итәм: үҙ һаулығығыҙға, ҡыҙҙарығыҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булығыҙ!
Рәүфә Йәнтилина,
«Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы» клиникаһы акушер-гинекологы, Башҡортостандың
һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, юғары категориялы табип.


Папиллома вирусының аналыҡ муйынтығы рагы үҫешенә килтереү сәбәптәре:
*вирустың яман шеш тыуҙырыусы булыуы;

*иммунитет ҡаҡшауы. Мәҫәлән, ВИЧ йоҡторғандарҙа папиллома вирусы яман шеште тиҙерәк барлыҡҡа килтерә;

*енси юл менән күсеүсе хламидиоз, гонорея, енес ағзаларындағы герпес кеүек сирҙәрҙең булыуы;

*иртә бала табыу һәм күп бәпесләү;

*тәмәке тартыу.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2019) һанында уҡығыҙ.



Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ Рәүфә Йәнтилина




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook