Ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы – ғаиләһенең байлығы

Ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы – ғаиләһенең байлығы «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 30 проценты, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа мам­мологта булмаған. «Ауыртмағас, ниңә табипҡа йөрөргә?» – тип һанай улар. Ә бит эшкә һәләтле йәштәге гүзәл заттарҙың үлеменең төп сәбәпсеһе булып түш яман сире тора», – тип һөйләй Рес­публика клиник онкология диспансерының маммология бүлеге мөдире, медицина фәндәре кан­дидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиәкбәр улы ҒӘЛИЕВ. Октябрь – түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы. Билдәле табип ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ һаулығына йылына бер айҙа ғына түгел, һәр даим иғтибарлы булырға саҡыра.

Бер нисә йыл элек октябрҙә Австрияның баш ҡалаһы Венала булырға тура килгәйне. Бар ерҙә: метрола, туҡталыштарҙа, хатта мэрия бинаһында түш яман шешенә ҡаршы көрәш айлығына арналған плакаттар эленеүе, танылған шәхестәрҙең ошо айлыҡҡа әүҙем ҡушылыуы миңә ныҡ йоғонто яһаны.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле беҙҙә йәмәғәтселек был сирҙең бөтә хәтәрлеген аңлауҙан алыҫ. Ә бит Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙа асыҡланған яман шеш ауырыуҙары араһында түш рагы беренсе урынды биләй – яман шешкә дусар һылыуҙарҙың 19 проценты ошо сирҙән яфалана.

Һәр һигеҙенсе гүзәл заттың түш яман шеше менән ауырып китеүе ихтимал. Был хәүеф ҡырҡ йәштән һуң йылдан-йыл арта бара. Башҡортостанда йыл һайын 1500-ҙән ашыу ауырыу асыҡлана, ун ике меңдән артыҡ кеше ошо диагноз менән иҫәптә тора. Төп проблема шунда: 30 проценттан ашыу осраҡта сир һуң, һауығыу мөмкинлектәре кәмегәс, асыҡлана. Ә иртә, I – II стадияла диагноз ҡуйылғанда, 95 – 100 процент ауырыуҙар тулыһынса һауыға. Асыҡланған шеш ни тиклем бәләкәй булһа, дауалау уңышына өмөт шул тиклем ҙур. Башҡортостанда был ҡатмарлы сирҙе дауалау замандың һуңғы талаптарына ярашлы, бөтә донъяла раҫланған алдынғы алымдар буйынса алып барыла. Башта химия терапияһы менән шештең күләмен бәләкәсәйтеү операция ваҡытында туҡымаларға ныҡ зыян килтермәҫкә ярҙам итә. Ә гүзәл заттың һаулығы, матурлығы өсөн генә түгел, күңел торошо, тормош сифаты өсөн дә был бик мөһим. Түш алынған хәлдә лә, артабан уны тергеҙергә тәҡдим итәбеҙ. Юғары технологиялы ул операциялар бушлай, йәғни Мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә башҡарыла.

Асылы буйынса яман шеш ул – системалы сир. Мәкерле күҙәнәктәр бер ағзала асыҡланған икән, улар башҡа ағзаларҙа ла бар тигән һүҙ, тик улар үҙҙәре хаҡында әлегә белдертмәй. Онкологияның киләсәге лә – системалы дауалауҙа. Шуға күрә беҙ бөтә организмды дауалаусы алымдарға өҫтөнлөк бирәбеҙ.

Хәүеф төркөмөнә кемдәр ҡарай?
• Яҡын туғандары – әсәһе, апай-һеңлеләре был ауырыуға тарыған ҡатын-ҡыҙҙар.
• Гендарында түш яман шешен тыуҙырыусы үҙгәрештәр булған гүзәл заттар. Күҙәнәктәрҙең дөрөҫ үҫеше өсөн яуаплы BRCA -1, BRCA -2 тигән гендарҙа үҙенсәлекле тайпылыштарҙы ҡан анализы ярҙамында асыҡлайҙар.
• Гормондар эшмәкәрлегендә тигеҙлек боҙолған ҡатын-ҡыҙҙар. Күреме 13 йәштән иртә башланған, 53 – 55 йәштән һуң туҡталған, бала тапмаған йәки һуң әсәй булған, гөмандарын төшөргән ҡатын-ҡыҙҙар. Күрем циклы боҙолоуҙан, енси ағзалары ялҡынһыныуҙан, фибромиома, эндометриоз кеүек сирҙәрҙән интегеүселәр.
• Түш биҙҙәре тығыҙ һылыуҙар.
• Артыҡ ауырлыҡтан яфаланыусылар.
• Оҙайлы ваҡыт көсөргәнештә йәшәүселәр.
• Тәмәке тартыусылар.


Ҡатын-ҡыҙҙарға: «Түштәрҙәге бәләкәй генә үҙгәреш тә табипҡа барыуға сәбәп булырға тейеш», – тип мөрәжәғәт итәм. Сөнки һеҙҙең һаулыҡ – ғаиләгеҙ именлеге лә, балаларығыҙҙың болотһоҙ киләсәге лә.
Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.


• Егерме йәштән һуң ҡатын-ҡыҙға йыл һайын маммологҡа күренеү зарур.
• 35 – 40 йәшкә тиклем йылына бер тапҡыр түш биҙҙәренә ультратауыш тикшереүе үткәреү мотлаҡ.
• 35 – 40 йәштән һуң 2–3 йылға бер маммография яһау талап ителә.
• Күрем бөткәндән һуң билдәле бер көндә ай һайын көҙгө алдында түштәрҙе тикшерергә кәрәк. Тире күгәреберәк, ҡыҙарыбыраҡ, шешмәкләнеп, бөрөшөбөрәк, эскә тартылыбыраҡ тормаймы? Имсәк баштары икеһе бер кимәлдәме, батыбыраҡ китмәгәнме? Уларҙан ҡан ҡатыш эренле бүлендек сыҡмаймы? Һул ҡул менән уң түште, уң ҡул менән һул түште ашыҡмайынса тикшерегеҙ, ҡултыҡ аҫты төйөрҙәрен дә ҡарағыҙ. Саҡ ҡына тығыҙ урын да, һиҙелер-һиҙелмәҫ төйөр ҙә, тиренең аҙ ғына үҙгәреүе лә һеҙҙе һағайтырға тейеш.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook