«Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек»

«Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек» Һәр йәш ҡыҙҙың күңелендә яратҡан кешеһенә кейәүгә сығып, бәхетле ғаилә ҡороу хыялы йәшәй. Берәүҙәрҙең был ниәте тормош һынауҙары артында юғалып ҡала, бәғзеләр иһә тиңдәр араһынан тиңдәрҙе осратып, барыһын да һоҡландырырлыҡ күркәм ғаилә ҡора. Һәм был бәхетте ысын мәғәнәһендә Аллаһы Тәғәләнең бүләге тип әйтергә мөмкин. Ошондай матур, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе – Өфөлә йәшәүсе Нурыевтар. Гөлдәр һәм Фәнилдең ғаилә карабы тормош тигән оло диңгеҙҙә үҙ юлын табып ышаныслы алға бара.

Гөлдәр – Белорет районының Йөйәк ауылы ҡыҙы. Ғәшиә менән Мирсаяф Зәйнәғәбдиновтарҙың татыу ғаиләһендә көтөп алынған тәүге бала. Кешенең яҙмышына тыуып үҫкән ер, мөхит йоғонто яһай тип әйтәләр, хаҡ һүҙҙәр. Моңло тауышы өсөн ауылдаштары «беҙҙең Фидан» тип йөрөткән Мирсаяф Хәсән улы менән балалар өсөн төрлө яҡлап үҫешеүҙең ни тиклем мөһимлеген аңлаған Ғәшиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы сабыйҙарының һәр ижади башланғысын күтәреп алырға тора. Тыуған төйәгенең илаһи тәбиғәте Гөлдәрҙең күңелендә ижадҡа, матурлыҡҡа һөйөү уята, баш бала булыу янындағылар өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләй, өләсәй менән олатай ҡосағында иркәләнеү халҡыбыҙҙың бай тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам, сабырлыҡ, мәрхәмәтлек орлоҡтары һала. Гитарала, мандолинала уйнаған, хатта ҡурайҙа һыҙҙыртҡан ҡыҙ бәләкәй саҡта сәхнә күгендә балҡыу хаҡында хыяллана. Әммә үҫә төшкәс, рус, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан әсәһенең юлын дауам итеү теләге тыуа. Уҡытыусылары ла яҡшы өлгәшкән, маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙҙың ниәтен күтәреп ала, 11-се синыфта Гөлдәр вожатый эшен алып бара, үҙен мәктәп системаһында һынап ҡарай. Һөнәрҙе дөрөҫ һайлағанына төшөнгәс, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Һәм яңылышмай, бында яҙмыш ҡушыуы буйынса килгәнен аңлай. Абитуриент саҡта уҡ ул Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетына инергә килгән Фәнил Нурыевты осрата. Дыуан районының Арый ауылы егете оҙон ҡара толомло, ҡыйғас ҡашлы, тәрбиәле, итәғәтле Белорет ҡыҙына шунда уҡ ғашиҡ була. Гөлдәрҙе иһә Фәнилдең ҡыҙыҡһыныусанлығы, һәр күренешкә үҙ фекерен һаҡлауы, үҙе булып ҡала белеүсәнлеге, ғәҙеллеге һәм иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәте һоҡландыра.

«Әсәһенә хөрмәт менән ҡараған, ғөмүмән, ғаиләһендә ҡатын-ҡыҙға ихтирам тойоп үҫкән ир-егет ҡатынын бер ваҡытта ла рәнйетмәйәсәк, – ти Гөлдәр, танышҡан ваҡыттарын хәтергә алып. – Әле һаман аптырайым, ҡайҙан килгән йәп-йәш ҡыҙҙың башына шуны тойомлау! Танышҡас та, Фәнил мине шул һөйләме менән «эләктерҙе»: «Әсәйеңде ҡыуандырырға теләйһеңме? Улайһа, ошо һауыттарҙы (һөт аҙыҡтарынан бушаған, үҫентеләр өсөн уңайлы) йыйып алып ҡайт». Ә мин уны (ҡоро-һары менән туҡланыусы абитуриент егетте), баҡһаң, ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡурылған помидорлы ризыҡ менән һыйлағанмын икән».

Егет география факультетында уҡыу менән бер рәттән, психолог һөнәрен үҙләштерергә лә, уҡыу араһында эшләп алырға ла өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта ул матди ҡиммәтте, йәғни байлыҡ туплауҙы түгел, рухи үҫеште өҫтөн күрә. Тапҡан аҡсаһын театр-концерттарға йөрөүгә, һөйгәненә бүләктәр эшләүгә тотона, үҙен бар яҡлап та камиллаштырыу өсөн курстар үтә. Гөлдәр Фәнилдең булмышындағы был күркәм сифаттарға нигеҙ ҡайҙа һалыныуын 4-се курста Дыуан яҡтарына килен булып төшкәс аңлай. Фәнилдең атаһы Жәмил Тәфҡәлүн улы менән әсәһе Мөнирә Ғата ҡыҙы – бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған педагогтар. Жәмил ағай кеүек, 30 йылдан ашыу мәктәп директоры булып, шуның менән янып йәшәүселәр районда түгел, республикала ла һирәктер. Хаҡлы ялға киткәс, етенсе тиҫтәне тултырып килгәндә, һинең генә ҡулдан килә, тип, яңынан сығып, ауылдағы мәктәпте төҙөп бөтөп сафҡа индереүен һорайҙар. Атаһының кешеләргә ихтирамлы мөнәсәбәтен, белем биреүгә яуаплы ҡарашын, үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүен күреп үҫкән Фәнилдең дә ағасынан алыҫ төшмәүе аңлашылалыр.

Кешенең яҙмышында мәктәп хәл иткес роль уйнай, иң ҙур инвестиция – төплө белем, тигән девиз менән йәшәй Фәнил Жәмил улы. Ул етәкләгән Республика инженер лицей-интернатында Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән йыйылған һәләтле балалар белем ала. Мәктәп директоры ошо таланттарҙы артабан да үҫтереү, оло тормошҡа ныҡлы нигеҙ һалыу ниәте менән яна.

– Егерме йыл бергә йәшәп, кешене бер ни менән дә аптыратып булмай һымаҡ. Ә Фәнил мине әле һаман аптырата, һоҡландыра – ниндәй генә һорау килеп тыуһа ла, ул уның барлығы тураһында ғына түгел, ә шул мәсьәләне төрлө яҡтан белә булып сыға. Етмеште уҙғас инглиз телен өйрәнә башлаған, ауылда компьютерҙы иң яҡшы белеүсе булараҡ танылған ҡайнымдың балаһы шул! Китап ҡосаҡлап ғүмерең үтте инде, тип һуҡранһа ла, баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ҡәйнәмдең бергә йәшәгән йылдары өсөн иренә рәх­мәтен белдереп китеүе күпте һөйләй, – ти Гөлдәр.

Улдар үҫтергәс, ҡала шарттарында ниндәйерәк кеше булып үҫерҙәр, үҫмерлек осорон нисегерәк үткәрербеҙ икән, тигән борсолоуҙарҙан азат булмай әсә. Уларҙың лайыҡлы шәхес булып буй еткереүҙәренә ышаныуын әйткәс, бәләкәй улдары Ирхан, ә һин шикләнгәйнеңме ни, тигән һорауы менән хатта уңайһыҙландырып ҡуя. Өлкәндәре Иҙел республика халҡына «Тамыр» телеканалының алып барыусыһы булараҡ яҡшы таныш. Инглиз телен һыу кеүек эскән егет үҙен төрлө йүнәлештә һынап ҡарай, ошо көндәрҙә генә халыҡ-ара программа буйынса Германияға барып ҡайтҡан. 8-се класҡа күскән Ирхан иһә олатаһы һымаҡ тарих менән ҡыҙыҡһына. «Ҡыҙҙар әсәй янында үҫә, ә бына улдар өсөн атайҙың бар яҡлап та өлгө булыуы шарт, был йәһәттән мин уңдым», – ти Гөлдәр.
«Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек»
Шамонин ауылында өй төҙөгәндә малайҙары Фәнилгә төп ярҙамсы була. Ғаилә бер эшкә лә кеше ҡушмай, үҙ ҡулың менән башҡарғаның осһоҙға ла төшә, ҡәҙерлерәк тә. Йортта бар йыһазды атай кеше улдары менән эшләгән, тәҙрәләрҙе Гөлдәр күҙ нурын һалып сәскәләп теккән пәрҙәләр биҙәй. Беҙҙең өсөн матди байлыҡ түгел, күңел йылыһы ҡиммәтерәк, ти Нурыевтар. Ғаилә сәләмәт тормош алып барыуға ла өҫтөнлөк бирә. Ҡыш саңғыла, йәйгеһен республика буйлап походтарға сығалар. Быйылғы йыл ажғырып торған яҙғы Инйәр буйлап кәмәлә ағып төшөү, икәүләп Белореттан Дыуанға тура юлдан тауҙар аша мотоциклда артылған ваҡыттағы мажаралары менән иҫтәлекле булған.

Төрлө ҡатнашмалар ҡушылған аҙыҡ-түлек балалар һаулығы өсөн зыянлы, шуға беҙ экологик яҡтан таҙа ризыҡ ҡулланыу яҡлыбыҙ, ти хужабикә. Гөлдәр шуға һауыт-һаба йыуғанда ла химик шыйыҡсаларҙы тотонмай, гәрсис зарарһыҙыраҡ, тигән ҡарашта ул. Ғаилә йәшелсә-емеште үҙе үҫтерә, ҡош-ҡортон да тота. Ә бына түтәлдәрҙәге шау сәскәләр инде күңел өсөн, сөнки кешенең эске донъяһы бөтөн, тыныс икән, ғаиләлә лә, эштә лә ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә.
«Йәшерәк саҡта атай-әсәйемә, хәҙер уларҙың баһаһы юҡ тип, намыҫсанлыҡ, алдаша, яраҡлаша белмәү кеүек сифаттарҙы һеңдергәне өсөн эстән генә үпкәләй инем. Хәҙер инде бөгөнгө булғандар тап шулар арҡаһындалыр тигән уйҙамын һәм ошондай сифаттарҙы балаларымда ла күреп ҡыуанам», – ти Гөлдәр.

Уның менән юғары уҡыу йортон тамамлап, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә мөхәррир булып эшкә килгәс танышҡайныҡ. Етди, эшкә яуаплы, егәрле ҡыҙыҡайҙы коллективта үҙ иттеләр. Етеҙ, әүҙем, һәр башланғысты күтәреп ала белеүе менән абруй яуланы. Төрлө календарҙар төҙөү уға ышанып тапшырылғайны. Уның ижади ҡарашы һоҡландыра торғайны. Һәм тап ошо сифаты уны Башҡортостан телевидениеһына эшкә урынлашып, сәләмәтлек һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ тураһында файҙалы, төплө тапшырыуҙар әҙерләргә этәрҙе лә инде.
«Ғүмеремдең ул осорона иҫ киткес яҡты күңелле, уңған, тормошҡа ғашиҡ, аҡыллы кешеләр менән осраштырғаны өсөн рәхмәтлемен. Уларҙың күңел йылыһын әле һаман тоям кеүек», – ти Гөлдәр.

Бөгөн иһә Гөлдәр Нурыева – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйҙәүсе белгес. Был эш инде хеҙмәткәрҙән йыйнаҡлыҡ, хистәрҙе ситкә ҡуйып эшләүҙе талап итә. Быны ла уңған ханым камиллашыу өсөн бер мөмкинлек тип ҡарай.

«Мөхәббәттән яралған бала ғына ысын мәғәнәһендә бәхетле була, сөнки уның ата-әсәһенә кәрәклеге, ҡәҙерле булыуы яралғы мәлендә үк төпкө аңға һалына һәм ғүмере буйы оҙата бара. Баланы тәрбиәләү мәсьәләһенә килгәндә, ошо ҡарашты тулыһынса ҡабул итәм: баланы тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә, сөнки ул барыбер һиңә оҡшаясаҡ. Ошонан сығып, йәш ҡыҙҙарға әйтәһе һүҙем: ғаилә тормошоғоҙҙоң ниндәй булырын күҙ алдына килтерергә теләһәгеҙ, буласаҡ тормош иптәшегеҙҙең ғаиләһенә, ата-әсәһенең бер-береһенә мөнәсәбәтенә иғтибар итегеҙ.

Яратҡан кешеңдең үҙгәреүенә, һеҙ өнәп бөтмәгән ғәҙәттәренән арынырына ышаныу, уны үҙегеҙгә оҡшағанса «тәрбиәләп» алырға тырышыу мәғәнәһеҙ, сөнки ғаиләлә һалынған холоҡ-фиғел, әгәр кеше үҙе үҙгәрергә теләмәһә, ғүмерлеккә.
Ошо сәбәпле үпкәләшеүҙәргә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауға күпме көс, ваҡыт, энергия китә. Ә бит уларҙы ниндәйҙер уртаҡ маҡсаттарҙы тор­мошҡа ашырыуға йүнәлтеп булыр ине. Тимәк, бәхетле ғаилә ҡороуҙың төп шарты – үҙ тиңеңде иш итеү.

Ғаилә нигеҙен нығытыусы тағы бер сифат – бер-береңдең туғандарына яҡшы мөғәмәлә һаҡлау. Ниндәй генә булмаһын, тормош иптәшең өсөн улар яҡын, яратҡан кешеләр, ҡан менән бәйләнгән туғанлыҡ әле һиңә тиклем үк һалынған, һәм уға хөрмәт менән ҡарау зарур.
Ғүмер бер генә. Бик ныҡ теләһәң дә, уны ике тапҡыр йәшәү мөмкин түгел, шуға ла кеше ошо тормошонда бәхетле булырға тейеш. Нимәлер оҡшамай икән, үҙгәрт, алмаштыр, хәлеңдән килмәһә, ҡарашыңды үҙгәрт», – былары ла үҙен бәхет уртаһында тойған Гөлдәр Мирсаяф ҡыҙы тормош девизы иткән фекерҙәр.

Ғаиләлә бар башланғыстарҙы күтәреп алған, яратып, ҡәҙерләп торған терәк-таяныстарың булғанда бөтә кәртәләрҙе лә үтеп сығырлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ бәхетенең сере – балаларыңа яҡшы атай, үҙеңә ышаныслы йәр булырлыҡ кешене осратыу ҙа. Әммә ошондай аҫыл ир-егет эргәһендә Гөлдәр кеүек аҡыллы, сыҙам, ҡояшлы, изгелекле ҡатын булыуы ла шарттыр. «Бер-беребеҙҙе нимәлер өсөн битәрләү юҡ. Уның туғандары, минең туғандарым тип айырып ҡарамайбыҙ. Өйләнешкәндә үк, айырылышыу тигән һүҙҙе, әгәр етди уйҙар булмаһа, бер ҡасан да, хатта ҡурҡытыр өсөн дә, ҡулланмаҫҡа, тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ, – ти Нурыевтар. – Күптәр йә үткән, йә киләсәк менән йәшәй. Үткәндәре ебәрмәй йә, һәйбәте алдалыр әле, тип бөгөн бәхетле булырға онота. Ә бит беҙҙең тормош – тап ошо кескәй генә мәл, һәм уны үҙебеҙгә үҙебеҙ ҡатмарландырмайынса, матур һүҙҙәрҙе, йылы хистәрҙе йәлләмәйенсә йәшәһәк ине».
Ысынында шулай. Күркәм ғаиләгә тик уңыштар ғына юлдаш булһын. Тапҡан бәхеттәрен сайпылтмай, бер-береһенә терәк булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерһендәр!
Гөлназ ҠОТОЕВА.



Теги: Белорет




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook