Моң ҡуба йән йылыһынан
Шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә-Юлдашева шиғырҙарынан, һәлмәк ижад йөгөнән донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған ҡаһарман рухлы ил инәһе күҙ алдына баҫа. Тормошта ул – биш балалы ябай ғаиләлә донъяға килгән һөйөклө бала, сабыр аҡыллы шағир ҡатыны, уңған килен, һөлөктәй өс улдың – Искәндәр, Данияр, Рамазандың әсәһе, һөйөклө ҡәйнә... Моңло ҡәләм эйәһе булыуҙан тыш, әүҙем йәмәғәтсе, йәш ижади көстәрҙе бәпләп үҫтереүсе, әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡандарға профессиональ ярҙам күрһәтеүсе. Уға ҡағылған мөғжизәүи ҙә, серле лә тойолған ваҡиғалар тәрән уйлы, йомарт йөрәкле, нурлы булмышынан, ғүмерҙе сикһеҙ бәхет тип ҡабул ҡылмышынандыр.
Ҡанатлы бала саҡ
«Хоҙай Тәғәлә һәр кеше ғүмеренә, холҡона таманлап, хикмәтле йә ғибрәтле уйын эсенән һала – ут эсенә һаламы ни?! Кеше, шул сихырлы ут эсенән сығырлыҡ көс таба алһа үҙендә, Хоҙайҙың рәхмәтен яулай, тиҙәр.»
(«Утлы ҡулса» хикәйәһенән)
Торатау киңлектәрендә ултырған бәләкәй генә Ҡыяуыҡ тигән ауылда донъяға килгән ул. Ҡыяуыҡ йылғаһына бәпкәләр төшөргән, яр япрағы, еләк сәскәһе серенә арбалған. Ә бына үҙенең ҡатын-ҡыҙ затынан икәнен тәүләп аңлағанында шул хәтлем эсе бошҡан. Ағаһына эйәреп уҡ атып, көслө, ғәйрәтле, ғәййәр ир-егет булырмын, тип күҙ алдына килтереп йөрөгән дә баһа быға тиклем! Башмаҡ мөгөҙҙәренә эләгеп тә, ат арбаһы аҫтына тәгәрәп тә мөғжизә менән иҫән ҡалғас, ҡурҡаҡ ҡына бәләкәс ҡыҙыҡай икәнеңде нисек танымайһың инде! Өс йәшенә тиклем һөйләшмәгән Тамараның теле китап уҡып тигәндәй асыла. Бер ваҡыт, өйҙә бер үҙе ҡалғандан һуң, ҡулдарын ҡош ҡанаттары шикелле елпеп: «Ә мин шиғыр оттом!» – тип ҡаршылауы Сания апай менән Ишбулды ағайҙы тамам хайран итә. Өс йәштә «Башҡортостан» гәзитенән шиғырҙы үҙе уҡып ятлаһын әле! Тел биҫтәһенә әйләнгән ҡыҙҙы тыйып ҡына ла булмай икән аҙаҡ! Өндәшмәүҙең дә ҡайһы саҡ алтын икәнен, ваҡытында әйтелгән һүҙ ниндәй көскә эйә булһа, уны әйтмәй тыйылып ҡалыуҙың да тылсымлы ҡөҙрәтен аңларға һынауҙар үтәһе бар әле бәләкәс Тамараға. Ауылдарын утлы өйөрмәләрҙән ҡурсып, кешеләрен һаҡлап ятҡан Әүлиәнең аҫыл һөйәктәре, уның бөйөк рухы алдында үҙенең ни хәтлем бәләкәйлеген тойоп, Хоҙайҙың илаһи ҡөҙрәтенә, тылсымына ышанып буй еткерә донъяны тәрән фәләсәфәүи тойомлау аша ҡабул иткән хисле ҡыҙсыҡ.
Хыял – ымһындырғыс көс
«Йөрәгем терелер тик шиғри мускулдан!»
(«Шиғриәт мускулы»)
Шағирәне үҫкән мөхите тәрбиәләй. Шиғыр сығара торған ҡыҙ бул да, байрамдарҙа һүҙеңде әйтмәй ҡал, имеш. Тамара сәмләнеп ижад итә, йә, шиғырыңды һөйлә тиһәләр, бер ҙә инәлтеп тормай. «Башҡортостан пионеры»нда ижади бәйге иғлан ителгәс, бер туҡтауһыҙ шиғыр, хикәйәләрен яуҙыра. Һөҙөмтәлә ҡыҙ еңеүсе тип иғлан ителә, Бөтә Союз «Артек» пионер лагерына путевка менән бүләкләнә. Шулай инде, уҡытыусы балаһы булғас, тиҙәр. «Беҙ түгел, үҙе тырышҡан бит!» – ти ата-әсәһе, аптырап. Ҡыҙыҡай ошо бәләкәй генә ҡаҙанышы менән, әйтерһең, рухи үҫешкә юллама ала. Бөтә ил балалары араһында үҙен лайыҡлы тотоп, юғалып ҡалмайынса, русса алып барылған фәндәрҙән һынатмай, ҙур сәхнәнән үҙенең шиғырҙарын уҡып танылып, бер башҡа үҫеп ҡайтып төшә ул «Артек»тан.
Атаһының, кеше ҡушҡаны түгел, үҙең белеп эшләгәне генә Эш һанала, тигәне сәменә тейә бит! Үҙ һүҙле, еңмеш ҡыҙыҡайға әүерелергә лә, аҙаҡ шул ныҡышмаллыҡты ауыҙлыҡларға ла өйрәнергә тура килә әле уға.
Йәнырыҫта урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға барырға хыяллана. Әммә, документтар был уҡыу йортона ике йыл эшләгәндән һуң ғына ҡабул ителә, тигән талапҡа буйһоноп, Тамара, яҡындарын шаҡ ҡатырып, Ишембай трикотаж фабрикаһына тегенсегә өйрәнсек булып эшкә урынлаша. Егәрле, бөтмөр ҡыҙыҡай журналислыҡҡа уҡырға китергә йыйынғас, цех начальнигы уны ебәрмәҫкә булып сат йәбешә, һинең кеүектәр бына беҙгә кәрәк ине, ҡойоп ҡуйған технолог булыр инең, үҙебеҙгә уҡытып алырбыҙ, ти ул ҡыҙға нисек тә тәьҫир яһарға теләп. Тамарамы инде алдына алғанды ҡуя торған кеше! БДУ-ға, филология факультетының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә ул. Ә үҙе ижадҡа тартыла. «Шоңҡар» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы булып китә.
Йөрәктә ятҡан яҡтылыҡ
«Бер ихтыярҙа, бер ынтылышта, бер фекерҙә! Ижадым шул саҡта ғына тотош бер йәндәй, уйнап, көлөп, тартып торасаҡ!»
(«Уйынсыҡ ишәк» хикәйәһенән)
Үҙенең ижад кредоһы хаҡында 30 йыл элек яҙылған «Уйынсыҡ ишәк» хикәйәһендә әйтеп бирә шағирә. Ғүмере буйына эҙләгән сергә, рухи бейеклеккә ынтылыш, илаһи нур ҡанатына тотоноу, ғажиз иткән моң артынан эйәреү, тормош ысынбарлығын танып, өлөшөнә төшкән көмөшөн ҡәҙерләү, үҙ тәғәйенләнешен асыҡ тойоу ул. 2014 йылда «Ағиҙел» журналында донъя күргән «Тимер быуат» поэмаһында ла лирик геройҙы, гүйә, тап ошо һорауҙар ҡамсылай. Бер Шағирәнең генә йәнен көйрәтәме ни был һорау? Тотош заманға ҡуйылған мәсьәлә бит был. Күптәр матди байлыҡ артынан ҡыуып, донъяла үтәргә килгән төп тәғәйенләнешен дә онотҡан болғауыр заманда, әҙиәбәнең төп инанысы – иман. Изгелек барында ҡатын-ҡыҙ үҙе булып ҡала ала. Ут әҙер хәлендә бик һирәк осраған шикелле, изгелек тә үҙенән-үҙе генә тыумай, уны ла тәрбиәләр кәрәк.
«Атайыбыҙ әсәйебеҙгә ҡарата ихтирамды беҙҙә бәләкәйҙән тәрбиәләне. Әсәйем серем итергә ятып торһа, йүгертеп өҫтөнә берәүебеҙ шәл яба. Ултырғыстың иң йомшағын уға тип килтерәбеҙ. Алма-емештең иң матурын уның өсөн айырып ҡуябыҙ. Ә әсәйем иһә беҙҙең менән мотлаҡ бүлешә – ошонда сағылмаймы ни тәрбиә? Бала, өҫтәл янына килеп, ризыҡтың иң матурына үрелгәндә, асыуланырҙан, дәғүә белдерерҙән алда, ғаиләлә бер-береһенә хөрмәт тәрбиәләргә тейеш бит атай-әсәй», – тиеүе лә уның тормоштағы күҙәтеүсәнлеге, яҡындары менән ниндәй мөғәмәлә ҡороуы хаҡында һөйләй.
Тамара Искәндәриәнең «Уйынсыҡ ишәк» хикәйәһендәгесә, ҡолон тигәнең ҡарышҡаҡ ҡына ишәк булып сыҡһа? Майшәм һауытымы, әллә эсендәге утымы ҡиммәтле, тигән һымаҡ, һәр хәлдә лә күңелдә яҡтырған нур мөһимерәктер. Шулай булмаһа, уйынсыҡ ишәкте хәрәкәткә килтергән еп уға йән керетмәҫ, тояғынан «осҡондар» сәсрәттермәҫ ине бит.
Бер мәлдең ике ҡанаты
«Һинме ни был, берҙән-бергенәм,
Һинме ни был, минең йәргенәм?»
(«Ике ҡанат»)
Буласаҡ тормош иптәше, Әҙәбиәт институтында уҡып йөрөгән Хисмәт Юлдашев менән ул Өфөлә ижади йәштәр конференцияһында таныша. Шағир егет, яңы ғына яҙылған шиғырҙарын уҡып, ҡыҙҙың нескә, бай күңелендә үҙе өсөн илһам сығанағы табыуын асып һала. Йәштәр бер-береһендә иш булыр яртыһын таный. Ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән уттай янып торған Хисмәт менән шаян тәбиғәтле алсаҡ Тамара, ҡулға-ҡул тотоношоп, ел-ямғырға бирешмәй, ғүмер һуҡмағынан бергә килә. Башҡорт әҙәбиәтендә уларҙың моң ауаздашлығын «Шағирҙар дуэты» тип тәҡрарлайҙар. Ике төрлө ағымды бер нисек тә ҡушып булмағандай, шиғри ауаздары ла һәр ҡайһыһы үҙенә башҡа. Һәм улар шуның менән ҡыҙыҡлы ла.
Ғәфү итә белгәндәр генә рухи бейеклеккә өлгәшә, тип һанай Тамара ханым. «Китап» нәшриәтендә быйыл донъя күргән «Бәрәкәтле көн» китабындағы «Утлы ҡулса» хикәйәһендә әҙәм яҙмыштары бөгөлдәрен үҙгәртә алмаясағын тойған тәрбиәсе лә елгә ҡаршы барыуын аңлай. Берҙән-бер юл тормошто ҡабул итеү булыуына инана. Кешеләрҙе, хәләлеңде, балаңды нисек бар, шулай ҡабул итеү – бәхет асҡыстарының береһе. Ысын күңелдән ярата белгән кешеләрҙең һөйөү сере был.
Киләсәк хаҡына
«Рухыбыҙға, ҡайҙан көс алһаҡ та, күктәр генә итә идара»
(«Моң- тәлгәш» китабынан)
Быйыл яҙын Тамара Искәндәриә етәкселегендә үткән ҡәләм тибрәтеүсе балаларҙың «Бәпембә» фестивале – телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ киләсәге, ошо мөҡәддәс төшөнсәләр хаҡында хәстәрлек күреү сағылышы. «Һәләтле балаларҙы билдәләү маҡсатынан ойошторолдо был сара. Республиканан 60-ҡа яҡын йәш ижадсы ҡатнашҡан фестивалдең емештәре бер саҡ өлгөрөр, үҙҙәрен киләсәктә танытырҙар әле», – ти Тамара Ишбулды ҡыҙы.
Уның, тау-тау ҡулъяҙмалар уҡып, ҡәләмдәштәрен йыйып, фекер алышып, кәңәштәр, баҫылыр китаптарға фатиха биреп, йәш яҙыусыларға юл ярыуын да беләм. Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы рәйесе булараҡ, үтә лә яуаплы ҡарай ул үҙенә йөкмәтелгән был вазифаға.
Сит республикаларҙа башҡорт әҙәбиәтен танытыу, яҙыусылар форумдарында ҡатнашыу, башҡа телдәргә әҫәрҙәрен тәржемә итеү өлкәһендә лә өлгөрлөк күрһәтә әҙибә. Йәнә лә бер һөйөнөслө яңылығы – «Инеш» нәшриәтендә уның рус телендә «Таш йылға» исемле китабы сыҡты.
Мөғжизәләр ҡуна усына
«Нисә йылдар буйы, донъянан таң ысығындағылай гәлсәр төҫтәр йыйып, мөғжизә яһайым, тип тырыштым».
(«Уйынсыҡ ишәк» хикәйәһенән)
Һәр ғәҙәти көндә, мөғжизәүи ваҡиғалар аша үҙенең барлығын һәм берлеген белдереп ҡуя бөйөк ижадсы Аллаһы тәғәлә, ти Шағирә. Бер ваҡыт улы менән ҡабаланып эшкә китеп барғанда, «мин көндән-көн бәхетлерәк» ише тылсымлы һүҙҙәрҙе ҡабатлап атлайҙар. Шул мәлдә ҡаршыларына йылп итеп бер тейен йүгереп сыҡмаһынмы! Шағирә: «Эй сабыйымды!» – тип ҡулдарын һоноуы була, йәнлек уға үрмәләй башлай. «Ҡаушап ҡалып, уны ергә төшөрҙөм, ә тейен улыма үрмәләй. Туҡталыштағы кешеләр, сыр-сыу килеп, фотоға төшөрә. Был хаҡта һөйләгәс, бер танышым, дәүләт (ҙур ярҙам) булған бит һеҙгә, тине. Ысынлап та, ул саҡтағы эсте бошорған хәлдәр ыңғайға үҙгәрҙе. Аҙаҡ, эх, ниңә тейенде ҡулыма алырға ҡурҡтым, ошо ваҡиға ихласлығыма, мөғжизәне ҡабул итергә әҙерлегемә һынау булманымы икән, тип уйландым», – ти ул.
Моң тулы күҙҙәре менән усы йылыһында иҙрәгән һары беснәк, тәҙрәһе төбөндә төн сыҡҡан уйсан күгәрсен, юлда осраған серле ҡарсыҡ – һанай китһә, мөғжизәләр тап булып ҡына тора уға. Әммә тормош көндәлек мәшәҡәттәр, хәстәрҙәр менән үрелеп бара шул. Аҡ һыҙаттарҙы ҡаралары алмаштыра. Һынауҙар ҡуя. Шуныһы менән дә ҡәҙерлелер ул йәшәү. Шағирә мөғжизәне үҙе тыуҙыра. Илаһи бер яҡтылыҡ менән янған күңел уты, йән һиҙгерлеге, йөрәк һүҙе, нурлы булмышы менән.

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: