«ТОРМОШОБОҘ БАЛАЛАРҘА ҠАБАТЛАНА»
Үтә лә тыйнаҡ был ханым матбуғатта, радио-телевидениела сығыш яһарға, ғөмүмән, үҙе, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләргә яратмай. Тыйнаҡлығы баҫалҡылыҡтан түгел, ғәжәйеп тәрән әҙәптән. Ләкин ул телмәр тота икән, ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙен алтынға бәрәбәр күреп, йотлоғоп тыңлайҙар, һәр ғилми эшен ҙур асышҡа тиңләйҙәр, ә уҡыусыларын төбәк иҡтисадында иң көслө белгестәр тип таныйҙар. Оло ғалимә, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты кафедраһы мөдире Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы БӘХЕТОВАНЫҢ исем-шәрифтәрендә үк сағылған яҙмышы менән танышып, күптәр «Бәхет ҡапҡаларына, ҡаҙаныш-ихтирамға илткән юл ҡайҙа?» тигән һорауға яуап табыр, моғайын.
...Ул һөйөү йәшәгән, бәхет күҙ ҡарашында һирпелгән ғаиләлә үҫә. Өйҙәрендә белем алтындан ҙур хазина һанала. «Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәтенән имен ҡайтҡандан һуң педагогия институтын тамамлап, мөғәллим, идарасы булып эшләгән атайым да, дүрт класс ҡына бөтөрһә лә, иҫ киткес эске мәҙәниәткә эйә әсәйем дә беҙҙе яҡшы уҡырға, маҡсатлы, мәғәнәле йәшәргә әйҙәп үҫтерҙе. Ғаиләбеҙҙәге дүрт баланың да юғары белемгә генә түгел, һөнәри танылыуға өлгәшеүе улар һалған тәрбиәнән килә, – тип һөйләй Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы, күңеленән бала саҡ йылдарына ҡайтып. – Оло ағайым Рим оҙаҡ йылдар партияның Өфө ҡала комитеты беренсе секретары вазифаһын башҡарып, мәркәзебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе булараҡ тарихҡа инһә, һеңлем Роза – медицина фәндәре докторы, баш ҡалабыҙҙа билдәле балалар табибы. 39 йәшендә генә вафат булған Риф ағайым да ҙур нефть ойошмаһында баш технолог булараҡ абруй ҡаҙанғайны...
...Ғәзиз кешеләремдең, күрәҙәселәй, киләсәкте алдан күреп йәшәүселәр икәнен, бәләкәй генә килеш мине Красный Восход ауылы мәктәбенә биреүҙәре ни тиклем дөрөҫ, аҡыллы аҙым булғанлығын ваҡыт үҙе раҫланы». Сөнки тап ошо мәктәптә ул теүәл фәндәрҙең сикһеҙ серенә арбала, яҙмышын билдәләүсе төп йүнәлеш тап ошонда һалына. Волгоградтан күсеп килгән йәш математика уҡытыусыһы Василий Ромисов, ифрат көслө физик Галина Пастухова, һыҙма дәрестәрен уҡытҡан Лидия Хөсәйенова Рәйләлә бик һирәк осрай торған сифат – ҡеүәтле фекерләү үҙенсәлеген күреп, уны үҫтереүҙе үҙҙәренең намыҫ эше тип һанай. Республика, район кимәлендә был фәндәр буйынса олимпиадаларҙа гел беренсе урындарҙы яулап, еңеү тәмен татыған ҡыҙ һигеҙенсе кластан һуң уҡыуын Өфөлә данлыҡлы 1-се башҡорт мәктәп-интернатында дауам итә. Артабан, имтихандарҙы уйнап тигәндәй генә тапшырып, Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты студенткаһы булып китә.
...Мауыҡтырғыс ғилем иленә сумыуҙан, илгә генә түгел, донъяға билдәле академиктар А.Ф. Леонтьев, Ю.Н. Фролов, А.М. Ильин, В.В. Напалковтарҙан белем алыуҙан башы күккә тейеп йөрөгән сағында, икенсе курста, Рәйлә ғашиҡ була.
– Дөйөм ятаҡ кухняһында сәй ҡайнағанын көтөп тора инем, яҡташ-әхирәтем: «Таныш бул, беҙҙең Иглин егете Радик!» – тигәнгә боролоп ҡараһам, йөрәгемдән йәшен уты үттеме ни! Һигеҙенселә уҡығанда Оло Теләктә бер генә, ситтән яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалыуҙан үҫмер күңелемә ингән, осҡор ҡарашы күҙ алдынан китмәгән егет ине ул! Шул кистә беҙ уның менән, һис һүҙебеҙ бөтмәйенсә, биш сәғәт буйы һөйләштек һәм бүтән айырылышманыҡ та инде. Күрер күҙгә сибәр генә түгел, хайран ҡалырлыҡ тәүәккәл, энциклопедик белемгә эйә Радикҡа ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине. Кеше ул хәтлем дә тәрән, ҡайнар хистәр ялҡынында бер генә яналыр, – тип хәтерләй ғүмеренең иң бәхетле, сағыу төҫтәрҙән торған мәлен Рәйлә ханым...
...Иҡтисади ғилем өлкәһенә ул тәүләп аяҡ баҫҡан 90-сы йылдар һис хәтеренән сыҡмаҫ. Илдә барған үҙгәртеп ҡороу иҡтисадты шаңҡыта. Заман тармаҡта социалистик политэкономия түгел, яңы белемдәр кәрәклеген күрһәтә. Уға яуап итеп, Башҡорт дәүләт университетында иҡтисад факультеты асыла. Шул осорҙа физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен яҡлаған Бәхетоваға иҡтисадта математика алымдары, иҡтисади информатика курстарын алып барыу йөкмәтелә.
...Был ваҡыттан сирек быуаттан ашыу ғүмер үткән. 2012 йылда факультет Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты итеп үҙгәртелгән. Бәхетова етәкселек иткән «Иҡтисадта математика алымдары» кафедраһы бөгөн институтта иң мөһиме булып һанала...
... Ғалимә иң ҡатмарлы финанс хәлдәрендә лә күҙ йомоп йүнәлеш алырлыҡ шәкерттәре – уңышлы эшҡыуарҙар, билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, банк өлкәһен, халыҡ хужалығын үҫтереүселәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана...
...Тик остаздың шатлыҡтары ғына түгел, көйөнөстәре лә етерлек: талантлы йәштәрҙең республиканан йылдан-йыл күберәк китеүенә әсенә ул. Ситтә белем алыусы ҡыҙҙар һәм егеттәребеҙ, тәжрибә туплап, кире ҡайтыр, тиеүселәр яңылыша. Тыуған төйәге ҡеүәтен арттыраһы, үҙҙәре лә унан һут алып үҫәһе белгестәр ғүмерлеккә уҡыған ерендә ҡалыусан. Кендек ҡаны тамған тупраҡтан айырылған балалар быуындар бәйләнешен юғалтып, ҙур терәктән яҙа. Араларында йән тетрәнеүе кисереп, үҙҙәрен яңғыҙ тойоусылар күп. Тапҡан бәпестәре өләсәй-олатай һөйөүенән, улар бирә торған ҡиммәттәрҙән мәхрүм булыуын фажиғә тимәй, нимә тип атарға, тип һыҙлана Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы.
Ғалимәнең йәштәргә ҡағылышлы тағы бер хафаһы бар: тест алымы буйынса белемгә өҫтөнлөк биреү тәрән, эҙмә-эҙлекле уйлау үҫешен сикләй, тип борсола. «Уй сылбыры ни тиклем оҙонораҡ, эҙмә-эҙлеклерәк булған һайын, шул тиклем яҡшыраҡ. Донъяуи ҡарарҙар ҡабул иткәндә лә сағылыш таба был һәләт – тормош мәсьәләләр сисеүҙән тора бит. Ғүмер юлында хәл-ваҡиғаларҙың бер-бер артлы килеүе һис кенә лә осраҡлы түгел. Уларҙың эске бәйләнешен күрә белеү үҙ яҙмышыңды тәрәнерәк аңларға ярҙам итә», – ти Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы.
Милләтебеҙ булмышы, яҙмышы хаҡында уның аныҡ фәндәр күҙлегенән сығып йөрөткән фекерҙәре лә үҙенсәлекле, бер кемдекенә лә оҡшамаған: «Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Иҫәп-хисап буйынса түгел, хис-тойғоға таянып йәшәй ул. Ләкин күптәр хис-тойғоноң бер ни менән тиңләп булмай торған зиннәт икәнен белеп бөтмәй. Был хазинаны сарыф итмәй һаҡлау, йыш сайпылтмау мөһим. Уны туплай барып, ҙур маҡсаттарға илтеүсе ғәйрәткә әйләндерергә өйрәнеү зарур. Сөнки хис – ғәжәйеп тығыҙ энергия сығанағы. Бер һайлаған юлдан, фәндә әйтелгәнсә, магистраль траекториянан тайпылмауҙың ғына яҡты хыялға алып барыуын онотмаһын ине йәштәребеҙ».
Күңелде ҡояшлы иткән оло хыялға, бер һайлаған юлға, бер һайлаған йәргә тоғролоҡтоң бик һирәктәр өлгәшә торған бөтөнлөккә илтеүен һоҡланғыс ханымдың үҙенең ғүмер юлы дәлилләй.
– Ҡанаттарымдың береһе бәләкәйҙән үҙемә ҡаҡшамаҫ ышанысты нығытҡан ата-әсәм булһа, икенсеһе – һоҡланыулы ҡарашы менән иң матур һыҙаттарымды балҡытҡан ирем ине. Мин үҙем дә тамырҙарында ғәййәр башҡорт ҡаны аҡҡан ирек һөйөүсән хәләлемдә ғәжәйеп сифаттар: ҡаялар яулар ҡыйыулыҡ менән ташты иретер йылылыҡтың бер булып үрелеүенә таң ҡалып йәшәнем.
Радик балаларының күңелен күккә күтәреүсе атай ҙа була белде. Зиләгә яңы күлдәк алһаҡ, уның көҙгө алдын да өйөрөлөүен ҡарап, эй, тамаша ҡыла торғайны. «Һай, минең ҡыҙым! Донъяла иң матуры, иң аҡыллыһы бит ул!» – тип маҡтауынан Зиләбеҙ үҙен һылыуҙарҙан-һылыу итеп тойоп, ҡоштай осоп йөрөй башлай. «Һеҙ ҡабатланмаҫ һәләтле!» – Балалар атаһынан гел шул һүҙҙәрҙе ишетеп үҫте. Улыбыҙ Ринатҡа, «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ», – тип, үҙе студент саҡта төҙөлөш отрядында үҙләштергән һөнәрен – балта эшен өйрәтте, – тип хәтер дәфтәрен байҡай Рәйлә ханым. – Иремде иптәштәре лә иң элек шул яғы – уларҙың башҡалар күрмәгән фиғелдәрен асып, дәртләндерә белеүе өсөн яратҡандыр.
Бәхетовтарҙың ҡунаҡсыл йортонан дуҫтары, һөнәрҙәштәре – физиктар, иҡтисадсылар, фән әһелдәре өҙөлмәй. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул, тиҙәр бит. Ринат менән Зилә икеһе лә – танылыу яулаған даланлы иҡтисадсы. Ринат Санкт-Петербургта «Газпромнефть» йәмғиәтендә ҙур бүлекте етәкләй, күп йыллыҡ тәжрибәгә нигеҙләнгән ике тиҫтәләй ҙур-ҙур хеҙмәттәре донъя күрһә лә, ғилми дәрәжәләр яҡлауға ҡарағанда ғәмәли эш менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынған сағы. Зилә – иҡтисад фәндәре кандидаты, республика юғары уҡыу йорттарында мәғлүмәт технологиялары серен төшөндөрә.
...Гөрләп кенә йәшәрлек саҡта, алты йыл элек ғүмере өҙөлгән ҡәҙерле ире хаҡында хәтирәләр ваҡыт үткән һайын Рәйлә ханым күңелендә баҙығыраҡ төҫ ала. «Радик эске тойомлауы көслө иҡтисадсы-эшҡыуар ине. Ләкин уның өсөн һәр ваҡыт табыш алыуҙан алда выждан юғары булды. Хәтеремдә, бер банк ябылғанда үҙен тышҡы идарасы итеп тәғәйенләгәс, ғүмер буйы йыйған табышын шунда һаҡлаусы ауыл халҡына тоҡ-тоҡ аҡса алып барып, таратып йөрөнө, – тип һөйләй ул. – Икебеҙ ҙә ғаиләне, туғанлыҡ хисен иң ҙур ҡиммәт күргән нәҫелдән булыуыбыҙҙы бәхет тип һананыҡ. Оябыҙҙы ла шуға нигеҙләнеп ҡорҙоҡ – һәр беребеҙ, ҡайҙа ғына булһаҡ ла, усағыбыҙ йылыһын, өйөбөҙ ашын, ишеккә төбәлеп беҙҙе көткән ғәзиз ҡараштарҙы һағынып ҡайтыр инек.
Ринат менән Зилә лә шул ҡиммәтте йәндәй күреп ҡәҙерләй, бер-береһенең, минең йөрәк тибешен саҡрымдар аша тоя. Уларҙың ғәмәлдәребеҙҙе дауам итеүен, ейәндәребеҙ Батыр менән Маратта үҙебеҙҙең йөҙ һыҙаттарын, фиғелебеҙҙе күреп, тормошобоҙ балаларҙа ҡабатлана, тием». Яҙғы йәмле көндәрҙә ғүмер байрамын билдәләүсе аҫыл замандашыбыҙ ошондай кисерештәр солғанышында йәшәй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.

Теги: