ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ФИРҘӘҮЕС!

Дәрәжәләр түгел мәңгелек
Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын булдырыусы, 1994 – 1999 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 1995 – 1998 йылдар арауығында Башҡортостан Мәғариф министрлығында министр йөгөн тартҡан эшлекле ханымдың данға, дәрәжәгә ҡарашы үҙенсәлекле. «Министрлыҡтан алғанда Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе инем. Мәж килеп конференция үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Вазифанан бушатылғас, ауырып дауаханаға ятыр, бик борсолор, тип фаразлайҙар. Ҡайтҡас, инәйем менән сәй эсергә ултырҙыҡ та уға хәбәр иттем. «Ярай, атайың ҡалдырып киткән урын түгел бит, ана китаптарыңды яҙып тик ултыр», – ти. Ысынлап та, министрлыҡҡа килгәнсе үк филология фәндәре докторы инем, бихисап хеҙмәт яҙғайным. Институтҡа барҙым да эшкә сумдым. Тәүҙә урынбаҫар, аҙаҡ директор итеп һайланылар. Ҡайҙа, кем генә булып эшләмәйем, бурысымды бөтә күңелемде һалып башҡарҙым. Шуның менән бәхетлемен», – тип йылмая ул.

...«Ҡатын-ҡыҙҙар ырыуҙы һаҡлау тигән бурысты алған. Ирҙәргә мәжбүри, ә ҡатын-ҡыҙға Хоҙай Тәғәлә һалған вазифа ул. Йола тураһында хәҙерге заман әсәйҙәренең күбеһе һөйләй, мәғлүмәт бирә алмай. Донъяуи кимәлдә әсәлек инстинкты кәмей, тип саң һуғалар. Сәбәбе – традицион тәрбиәнән алыҫлашыу. Ҡыҙҙарға әсә тәрбиәһе етмәй. Беҙҙең заманда әле бер ҡатын өлкән балаһын ташлап, бәләкәсен алып, икенсе иргә китте лә барҙы. Халыҡ шаҡ ҡатҡайны. Хәҙер хатта ике балаһын да ҡалдырып киткәндәр бар. Замана тәьҫирендә менталь үҙенсәлектәр үҙгәрә. Беҙҙең халыҡҡа хас булмаған ҡылыҡтар ҡылына. Ғаилә төшөнсәһе юғала икән, бала ҡалдырып китеү, ата-әсәһен ҡарттар йортона тапшырыу бер нәмә түгел. Нәҫелдәр, быуындар бәйләнеше юҡҡа сыҡҡас, Өфө халҡына әйләндек. Был үҙ сиратында телде онотоуға алып килә. Рухи байлыҡты тапшырыу – ҙур проблема. Китап уҡыу кәмене. Рухи байлыҡты Интернетҡа индереүҙе әүҙемләштереү мөһим. Быуындар бәйләнешен нисектер юғалтмаҫҡа тейешбеҙ. Шул сылбыр һаҡланғанда, тел дә юғалмаҫ, рух та һаҡланыр», – тиеүендә лә ағинәйҙең халҡыбыҙ, уның киләсәге өсөн борсолоуы ярылып ята...
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.
Теги: