ЙӘШӘҮ КӨСӨ – МӨХӘББӘТТӘ!
Февралдең сатлама һыуығында тыуғанғалыр, ул иҫ киткес йылы кеше. Һуғыштан һуң донъяға килгәнгәлер, ул ошо күңел сыуаҡлығын барыһына ла өләшергә, рух күтәрергә, йәшәүгә яратыу, үҙ ғүмереңә ихтирам менән бағырға бер өлгө, саҡырыу. Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле эшҡыуар, «РУМИКС» ғилми-етештереү фирмаһы ЯСЙ-һы директоры йөгөн тартҡан Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинованың әйтер һүҙе, бүлешер шатлыҡтары, һөйләр уңыштары, кәңәше, фәһеме бар.
Күңел мәңге йәш
Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы өсөн йәш мөһим түгел. «Йәшәлгән йылдарым – байлығым, тип алтмышымда алтын миҙгелемде кисереүемде аңлаһам, етмешемә шатлыҡ тауына артылғандай елкенеп аяҡ баҫам», – ти ул. Әлшәй районы Сурай ауылында тыуып үҫкән мең ырыуы ҡыҙы бала сағында әсәһенең «һәр ваҡыт кешенең һәйбәт яғын күрә белергә кәрәк» тигәнен тота. Үҙе лә кешеләргә ыңғай яғы менән асыла. 60 йәштә инглиз телен өйрәнеүҙе маҡсат итеп, 4-се курс студенттары менән шөғөлләнә башлағас, илке-һалҡы ғына йөрөгән егет-ҡыҙҙарға, баш сайҡап, һеҙҙе предприятиема эшкә алмаҫ инем, тиеүе тегеләргә сәмләнеүгә бер этәргес була. Юғиһә, тел белмәгәс, сит илдәрҙән килгән эшҡыуарҙар менән нисек аралаша аласаҡтар?
«Үҙемдән байтаҡҡа йәшерәктәр, эшмәкәрлегемде күҙәтеп, 60 йәш әле ҡарт түгел, ә йәшәргә була икәненә төшөнә. Кәрәкме, кәрәкмәйме – аңлатырға түгел, ә үҙем һау, өлгө булырға тейешмен. Ә уның өсөн күңелең, тәнең сәләмәтлеге шарт», – тип иҫәпләй ул.
Алтын мәлем, тип әйтерлек тә шул, Мәккәгә хаж ҡылыуҙары, Лондондан алтын стандарт тажын алыуҙары тап ошо осорға тура килә. Ә етмешен рухиәтебеҙ һағында тороусы ил инәһе, үҙ-үҙенә, яҡындарына ышанған һәм бәхет өләшкән һөйкөмлө, эшлекле ханым булып, ҙур уңыштар менән ҡаршылай.
Бала сағым – ҡолон сағым
Әсәһенең таңдан уятып, тәмле йоҡаның (көлсә) береһен ашатып, икенсеһен ҡулына тоттороп, күрше ауылға мәктәпкә оҙатыуын, йылғаға һалынған баҫма аша йәйәүләп белем алырға, тип сығып китеүен хәтерләй Миңзәлә. Әсәһе Ғәлиә апай бик сибәр, йырлағанда тауышы селтер шишмә кеүек ағыла, бер ваҡытта ла уфтанғанын, ауырыйым, тип ятҡанын күрмәй ҡыҙы. 8 сабыйын да бик яратып, шатланып бағалар. «Атайым заманына ҡарата уҡымышлы ине. Күп балалы ғаиләлә үҫкән. Аслыҡ йылдарында башҡорт ауылдарында балаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн Себергә ебәргәндәр. Атайым староверҙарға эләккән. Русса уҡырға-яҙырға өйрәнгән, эш рәтенә төшөнгән уларҙан. Илгә муллыҡ килгәс, ситкә ебәрелгәндәрҙе йыйып алып ҡайтҡандар. Инәйем менән өйләнешкәс, һуғыш башланған. Ғаиләһе менән хушлашып та өлгөрмәй, бер ауылдаш аша, әйт Ғәлиәгә, беҙ һуғышҡа киттек, тигән хәбәре генә килеп етә. Севастополь өсөн яуҙа ҡатнашып, ҡаты яралана. Ғүмерлеккә сатан булып ҡала, әммә иҫән-һау. 1943 йылда – апайым, 1946 йылда – мин, 1948 йылда ҡустым тыуған. Атайыбыҙ фельдшер булып эшләне. Тырантастар, кошовкалар үреп, уларҙы ҡараға буяп ҡуйһа, һоҡланып туймаҫтар ине. Инәйем – ҡул эштәре оҫтаһы: балаларына бөтә нәмәне бәйләп кейҙерҙе. Ҡулдан текте. Өҫтөбөҙ таҙа, бөтөн булды. Ике эшсән кеше ғаиләһендә балалар ҙа тәрбиәле үҫте», – ти Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы.
Ауылым – рух мәккәһе
Уның: «Ауылыбыҙҙан 189 кеше изге яуға киткән, шуларҙың 67-һенә генә кире әйләнеп ҡайтыу бәхете яҙған. Ә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына шуларҙың берәүһе генә иҫән ҡалған, ул да булһа – һуғышта ҡатнашҡан берҙән-бер ҡатын. Йәмғеһе 444 кеше йәшәй. 220 йорт бар. 9 йыллыҡ мәктәбебеҙ, мәсетебеҙ гөрләп эшләп тора. Быйыл Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусыларға арнап бынамын тигән һәйкәл ҡуйҙыҡ!» – тип һөйләүендә ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та сағыла. Тыуып үҫкән ерендә мәсет һалып, уның эшмәкәрлеген тәьмин иткән, туҡтауһыҙ тәрбиә эштәре алып барған, республиканың билдәле шәхестәрен һабаҡ биреүгә йәлеп иткән апайға нисек һоҡланмайһың инде! «Доғаларыбыҙҙа ауылыбыҙға иман ҡайтыуын, эш урындары булдырылыуын, йәштәр күбәйеүен, мәктәбебеҙҙең урта белем биреүсе усаҡҡа әйләнеүен һорайбыҙ», – ти Миңзәлә ханым.
Әйҙәүсе, үҙе артынан эйәртеүсе кемдер булырға тейеш, мин булмаһам, кем, тигән күҙлектән эште башлаусы, тәрбиәләүсе, юл ярыусы ла ул.
«Ҡайһы ваҡыт кешеләрҙән үҙе, ғаиләһе, һаулығы өсөн яҡшы ғәмәлдәр ҡылыуын талап итәм кеүек күреп китәм. Уның башта теләге булмай. Аҙаҡ барыбер ыңғайлай. Шуны төшөнгәндән һуң, үҙен генә ҡарамай ул, тирә-йүндәгеләрен дә хәстәрләй башлай.
Атай-инәйем балаларын бер ваҡытта ла әрләмәне-ҡарғаманы. Рәхмәт төшкөр, тип әйтә торғайнылар. Һүҙҙең үҙҙәренә кире ҡайтыуын белгәндәр. Ауырыйым, тип йөрөй икән, сир, һүҙҙән көс алып, ҡабара, ҙурая. Йыһан ҡанунылыр был. Изге китап – Ҡөрьән аша Аллаһтың нуры иңә. Тән һау булһын өсөн хәрәкәт мөһим. Күнекмәләр эшләү зарур.
Изге эш гел хупланмай, ҡаршылыҡтар осрай. Шайтан, ҡара көстәр һәр кемдең ҡанында бар, тиҙәр. Хәҙистәрҙә, Аллаһы Тәғәләм, уйламаған ерҙән килеү ихтималы булған асыуҙарҙан һаҡла, тип һорарға өйрәтелә. Тәүбәгә килеү – әйттең дә кире эшләнең түгел, хаталарҙы кире ҡабатламаҫҡа тырышыу. Донъя күп ҡырлы. Кемгәлер ул күберәк асылған. Кемгәлер ябыҡ. Сәскән орлоҡ шунда уҡ емеш бирмәй. Минең өсөн һәр кеше уҡытыусы. Йәштәргә лә һоҡланам, үҙемдән өлкәнерәктәрҙән дә фәһем йә ғибрәт алам», – ти Миңзәлә апай.
Бергәләшеп икеһенең дә тыуған ауылдарында иман йорто һалдыра Фазлетдиновтар. Учалы районының Рафиҡ ауылында «Әбдрәхим» мәсете Ҡадурий ағайҙың ата-әсәһенә бағышлап төҙөлһә, Әлшәй районы Сурайҙа асылған «Ағинәй» – Миңзәлә апайҙың яҡташтары менән бергәләп булдырған ғибәҙәтхана.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, Әлшәй районының Сурай ауылында һәйкәл ҡуйыу ҙа Фазлетдиновтарҙың тырышлығы һәм сығымдары менән атҡарыла. Билдәле шағир Мәүлит Ямалетдиндың «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабын баҫтырыуҙы ла матди яҡтан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты менән берлектә улар хәстәрләне.
Тәүге һөйөү, тәүге яратыу...
1-се республика интернат-мәктәбендә 8-се кластан бергә уҡып, көн дә күрешкән ҡыҙға ҡарата мөхәббәт хистәре бөрөләнеүен һиҙмәй ҙә ҡала Учалы егете. Сығарылыш кисәһе алдынан класташы аша Миңзәләгә хат юллай. Ҡыҙҙың: «Дуҫ булып ҡалайыҡ», – тигән яуабы күңелен һындырмай. Юлдар Ҡадурийҙы – нефть, Миңзәләне авиация институтына илтһә лә, класс менән осрашып, хәлдәрен белешеп торалар.
...Донъяла барыһы ла шыма ғына бармай. Миңзәлә ҡышҡы ялда йығылып, дауаханаға эләгә. Йәш ваҡытта бирелгән һынауҙы йәшлек, йәшәү көсө, ынтылыш аша еңеп сығып, уҡыу йортон һабаҡташтарынан ҡалмай тамамлай ныҡыш ҡыҙ. Ауыр саҡта иң ҡуйған әхирәте Светлана Ғиззәтуллинаға сикһеҙ рәхмәтле ул. Миңзәләнең һиҙгер йөрәге барыбер ҙә ҡасандыр үҙенә мөхәббәт хистәрен аңлатҡан, хәҙер инде һыу һөлөгө кеүек егеткә әйләнгән Ҡадурийҙы һайлай. Диплом алғас, осрашып, аңлашып, ике йәш йөрәк бергә ҡалырға ҡарар итә.
Ғаилә ныҡлығы – һөйөү вә тоғролоҡта!
Миңзәлә ханымдың: «Табип йәш күренеүемдең серен һораша. Ирем күтәреп йөрөтә, тип яуаплайым. Һеҙ бәхетле, тип йылмайғанға, мин дә уны күтәрәм бит, тип өҫтәйем», – тип шаяртыуында дөрөҫлөк тә бар. Йыһан, Аллаһ тарафынан бүләк ителгән һөйөү бер-береңә иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә булғанда һаҡлана. Ә Фазлетдиновтар бынан 47 йыл элек, февраль айында никахлаша. Ижәпте Өфөгә килеп, Ҡадурий ағайҙың атаһы Әбдрәхим мулла уҡый.
Ғаилә башлығы хәтирәләр ебен һүтә: «Өфөлә йәшәгән Ғәлиәхмәт ағай менән Менәүәрә еңгәләр, аҡ мендәргә баҫтырып, килен төшөрҙөләр. Иртәгәһенә яҙылыштыҡ та Сурайға киттек. Туй 4 көнгә һуҙылды ла ҡуйҙы. Көнөнә 3-4 өйҙә булдыҡ. Өфөгә ҡайтыуға ҡайғылы хәбәр шаңҡытты: бер туған ғына Нилә апайым мәрхүмә булып ҡалған икән. Шулай Рафиҡ ауылына ла ҡайттыҡ.
Инәйем Хафаса Низам ҡыҙы сабыр холоҡло, аҡыллы ҡатын ине. Кәләшемде асыҡ күңел менән ҡабул итте. Фәһимә, Нура апайҙарым, Фәлсәфә исемле һеңлекәшем уны үҙ туғандары кеүек ҡаршы алды».
Бөтә класс менән төшкән фотолағы ҡыҙҙар араһынан «ошо үҙебеҙҙең килен буласаҡ» тип ихлас төртөп күрһәткән апайҙарына өндәшмәй ҡала Ҡадурий. Әммә яҙмыш тап үҙе хыял иткән ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, уны ҡәҙерләп, йөҙөк ҡашы итеп балҡыта.
«Етәксе һәләте үҙемдә бар икән, тип уйламай ҙа инем. Хәләлем шуны күрә белгән. Бөтәһе өсөн һин үҙең яуаплыһың. Тик үҙеңә генә ышанырға тейешһең. Һыуғоярҙы ябып ҡына ҡыҫаларҙа тотоп булмай. Ышанып тапшырҙылар, ҡамасауламайҙар, кәрәк ваҡытта ярҙам итәләр, әммә һуңғы ҡарарҙы үҙем ҡабул итәм – рәхәтләнеп эшлә генә», – тип бәхетле йылмая тормошта үҙ урынын, тәғәйенләнешен тапҡан Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы.
Һөйөү нигеҙе
«Эшебеҙгә эшҡыуарлыҡ тип ҡарамайбыҙ. Фәнни-техник етештереүҙе дауам итеп, шуны үҫтерәбеҙ. Ышаныслы кешеләр янда булһа, эш ырамлы. Торбаларҙың эсен таҙартыу өсөн ҡорамалдарҙы үҙебеҙ уйлап табып эшләп сығарабыҙ. Ҡатынымдың үҙенең бер тармағы. Ике улыбыҙ – Азамат һәм Ринат – ныҡлы терәгебеҙ. Улар икеһе лә ошо фирмаларҙың киләсәктә уңышлы предприятие булып ҡалыуын хәстәрләп, эште лайыҡлы дауам итергә әҙер, – ти Ҡадурий Әбдрәхим улы. – Өйҙә тыныслыҡ булһын өсөн эште бүлешмәү мөһим. Иҙән, кер йыуыумы, донъяуи эштәрҙе бергәләп, кемдең ваҡыты бар, шул башҡарырға тейеш. «Мин – баш, ирмен» тип кенә йәшәп булмай. Ҡамасауламайынса, бер-береңде тыңлай белеп, ишетеп, кәрәк ваҡытта иңеңде ҡуйып, ышанып, ҡәнәғәт булып йәшәү – ғаиләләге татыулыҡтың төп нигеҙе».
Байтаҡ тормош тәжрибәһе туплағас, үҙ эштәрен асҡан улар. Фазлетдиновтар ойошторған «Семигорье» һәм «Румикс» фәнни-етештереү фирмалары халыҡ-ара һәм Рәсәйҙә үткәрелгән абруйлы конкурстарҙа еңеп сыға, төрлө премиялар, миҙалдар, донъя һәм Рәсәй кимәлендәге кубоктар яулай. Былтыр, мәҫәлән, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы менән Ҡадурий Әбдрәхим улы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Ҡаҙанда үткән «Перспектива – Төбәк» конгресында ҡатнашып, «Төбәктең алтын фонды» орденына лайыҡлы булды, шулай уҡ «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһы ойошторған «Йыл кешеһе» республика конкурсында еңде. Миңзәлә апай менән Ҡадурий ағай ейән-ейәнсәр бәхетен татыған. Яңыраҡ ҡына кинйәләренең улы тыуыуы шатлығын кисергәндәр. Мең ырыуы ҡыҙы менән тиләү егете ҡорған ғаиләнең нигеҙе ныҡ, ышаныслы. Етенсе тиҫтәләрен улар мул уңыш, бәхет-ҡыуаныс менән ҡаршылай. Күркәм парҙар – илебеҙ ҡото, рухиәтебеҙ таянысы. Собханаллаһ, күҙ теймәһен. Йөрәктәр һөйөү менән берекһен, ошондай татыу ғаиләләр ишәйһен.

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: