Хыялдарың сик белмәһен, ғалимә!

Хыялдарың сик белмәһен, ғалимә! Тәүге осрашыуҙан алған тәьҫораттар әҙәми заттарҙы нисектер ымһындырыусан, ысынбарлыҡҡа бигүк тап килмәй, ашығыбыраҡ яһаған һығымталар хаталарға илтә, тигәнерәк һүҙҙәр ишетелеп ҡуя халыҡта. Бер күреүҙән генә түгел, байтаҡ йылдар яҡындан аралашһаң, бот-бот тоҙ татыһаң да, кешеләрҙең эске донъяһын, күңел төпкөлдәрендә ниҙәр ятҡанын, булмышын тулыһынса төшөнөп бөтөү мөмкин түгелдер. Шуғамы, йыш ҡына «Кеше күңеле – ҡара урман» тибеҙ. Һәм был фекерҙә хаҡлыҡ юҡ, тип өҙөп кенә әйтеп булмай. Әле килеп, ҡалыплашҡан фекерҙе инҡар итмәксемен. Донъяла шундай заттар бар икән. Улар менән тәүге осрашыу-танышыу, һүҙ-лөғәт, фекер алышыу тиҙ арала яҡынайта, быға тиклем ниңә танышманыҡ та, баяғы бот-бот тоҙҙо ниңә иртәрәк татыманыҡ, тип уйлайһың.

Бер нисә йыл элек беҙгә йәш ғалимә – педагог, психолог Лилиә Халиҡова менән танышыу насип булды. Башҡортостан телевидениеһы журналисы Уйылдан Ғәлин «Арыҫлан» тапшырыуына өс шәхесте саҡырғайны. Әңгәмәсе-оппоненттар эстрада йырсыһы Иҙрис Кәлимуллин һәм Лилиә Рәшит ҡыҙы менән бән фәҡирегеҙ. Беҙ ҡораһы әңгәмә – «Ир һәм ҡатын-ҡыҙ араһында дуҫлыҡ буламы?» Эстрада йырсыһы һәм актер Иҙрис Кәлимуллин «Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ араһында ысын дуҫлыҡ булырға мөмкин түгел, ундай мөнәсәбәттәр тик мөхәббәт нигеҙендә барлыҡҡа килә» тигәнерәк фекерҙе сурытты, миҫалдар килтереп, әйткәндәрен ышаныслы дәлилләне. Һүҙ юҡ. Дуҫлыҡтан башланған мөнәсәбәттәр ҡайһы бер осраҡта мөхәббәткә күсеүен ишеткән бар. Ә беҙ – ике педагог бер тауыштан: «Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ араһында мөхәббәткә бәйләнмәгән ысын дуҫлыҡ була, бында енес айырмалығының ҡыҫылышы юҡ», – тип хәбәр һалдыҡ.
Үҙебеҙ бәхәсләшәбеҙ, ә мин быға тиклем таныш булмаған коллегама ҡарап алам. Йәш, белемле, фекерен асыҡ әйтә, фәнни нигеҙләй белә, туған теленең моң-аһәңен оҫта файҙалана, педагог һәм психолог булараҡ, ғилми терминдарҙы урынлы ҡуллана, телмәрендә хис-тойғо менән логик фекерләү ыҡсым ғына үрелеп бара. Төҫ-ҡиәфәт, буй-һын – ыҡтымат! Килмәгән ере юҡ.

Шуныһы ҡыуаныслы: беҙ артабан да «БЮТ», «Ашҡаҙар», «Юлдаш» радио каналдары тапшырыуҙарында ихлас ҡатнашып йөрөнөк. Беребеҙ туған тел мәсьәләһен күтәрҙе, икенсебеҙ ғаилә, башҡорт балаларын ниндәйерәк психологик шарттарҙа тәрбиәләү, формалаштырыу, тәрбиә барышында милләтебеҙгә хас менталь үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу кеүек проблемаларҙы уртаға һалды. Лилиә Рәшит ҡыҙы менән бөгөн дуҫтар ғына түгел, ә хеҙмәттәштәрбеҙ ҙә. Ең һыҙғанып, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында хеҙмәт итәбеҙ.

Алһыу йөҙлө бала саҡ
Буласаҡ уҡытыусы һәм ғалимә Лилиә Халиҡова 1976 йылда Баймаҡ районының Йомаш ауылында көтөп алынған, бәхетле бала булып донъяға килә. Ғаилә башлығы Рәшит Ҡотлобирҙин – Башҡортостан ауыл хужалығы инситутында иҡтисадсы һөнәре алған йәш белгес. Ә әсәһе, Темәс һылыуы Флүрә Сафа ҡыҙы, Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлаған алдынғы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Һәр ғаилә үҙенсә бәхетле. Ҡотлобирҙиндарҙың бәхете – рухиәттә. Йәш ғаилә, күптәр ярышып гәлсәр ваза туплағанда, матди байлыҡ артынан ҡыуғанда, өй тултырып китап йыя. Донъя, рус һәм башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре томдары – үҙе оло китапхана. Рәшит Ҡорбанбай улы тыуасаҡ ҡыҙына бынамын тигән исем дә әҙерләп ҡуя – Фәнисә! Мәғәнәһе «фән эсә», йәғни ҡыҙы белемгә тартылыр, башкөллө фәнгә сумыр, ғилемде һыу кеүек эсер, юғары үрҙәр яулар. Дөрөҫ, атаһының уй-хыялы ла ерле юҡтан түгел. Яҡын ҡәрҙәштәре Сәбилә Сөләймәнова ил-йортобоҙҙа фән һәм мәғариф әһеле, педагогия фәндәре кандидаты, доцент булып танылған. Уның тормош юлы бик күптәргә өлгө, ҡыҙы ла Сәбилә инәһе юлынан китһә, насар булмаҫ... Әммә әсә кеше ҡыҙының, ниндәй генә һөнәр һайлауына ҡарамаҫтан, сәскәләй наҙлы булыуын теләгән, күрәһең, Лилиә тип исем ҡушалар.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
филология фәндәре кандидаты.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook