Йырлы-моңло ғүмер юлы, Күңелендә илһам тулы

Альбина Имаева... Был исем Баш­ҡортостан һәм Татарстан йыр-моң һөйөүселәренә күптән таныш, сөнки ул өс тиҫтә йылдан ашыу башҡорт, татар, рус телдәрендә күңелдәргә үтеп инерлек йырҙар ижад итә.
Альбина Имаеваның ижадын баштан уҡ күҙәтеп барам. Уның хаҡындағы тәүге мәҡәләне лә мин яҙҙым шикелле. Бына ул һорауҙарыма яуап рәүешендә тормошо, ижады хаҡында һөйләй, ә мин уның сәнғәттәге фиҙакәрлеге, булдыҡлылығы хаҡында уйланам. Мәҙәниәтебеҙ үҙәге булған Өфөнән ситтә йәшәп тә, күпме уңыштарға өлгәшкән ул.

Ижад емештәрен дүрт китап, аудио-видеотаҫмалар итеп сығарыу, Туймазы тиклем ерҙән Өфөгә балалар алып килеп, телевидениела клиптар, тапшырыуҙар эшләтеү, ике туғандаш республиканан һәләтле балаларҙы, артистарҙы йәлеп итеп ижади конкурстар үткәреү, Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Бөтә Союз «Татар йыры» конкурсы лауреаты тигән исемдәргә лайыҡ булыу Өфөлә йәшәп ижад итеү­селәрҙең дә ҡайһыһына эләгә әле?! Альбина Имаева, һис шикһеҙ, йыр-моң яратыусылар араһында абруй яулаған йырсы-композитор. Шуға ла уны Туймазы, Өфө, Ҡазан ғына түгел, ә Сәмәрҡәнд, Ҡағалым, Лангепас, Боғорослан, Рига тамашасылары ла алҡышлап ҡаршылай.

Һирәк композиторҙар сәхнәлә үҙ йырҙары менән сығыш яһарға батырсылыҡ итә. Ә Альбина, ижад юлын йырсы булараҡ башлағанғамы, тормошон йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Лирик йырҙарын халыҡҡа иң тәүҙә үҙе еткерергә ярата. Унан һуң инде, тауыш мөмкинлектәренә ҡарап, башҡа йырсыларға тәҡдим итә.

Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Айҙар Ғәлимов, Лилиә Букеева, Сәйҙә Ильясова, Венер Абдуллин, Флорида Исмәғилева, Асаф Вәлиев, Радик Динмөхәмәтов кеүек күренекле йырсылар үҙ репертуарҙарына индереп, тиҫтә йылдар йырлар инеме лә аҙаҡ яңы ижад емештәрен көтөп алыр инеме?!
«Мин тәүҙәрәк йырҙарымдың һүҙҙәрен дә үҙем яҙа инем, һуңынан аңланым, йырҙың һүҙҙәрен шағир, көйөн композитор яҙырға тейеш, шулай булһа ғына ул юғары кимәлдәге сәнғәт әҫәре булып, тамашасы күңелен яулай ала», – ти йырсы-композитор.

Күп яҡлы ижади талантҡа эйә Альбина Азат ҡыҙы. Йырсы-композитор булыуҙан тыш, ул 1973 – 2007 йылдарҙа музыка мәктәбендә йыр-музыка дәрес­тәре уҡыта. Унан һуң «Альбина» исеме менән үҙенең вокал-хореография студияһын аса. Был студияла балалар йыр-бейеүгә генә түгел, сольфеджио, композиция, сәхнә оҫталығы һәм фортепиано дәрестәре лә ала. Һәр кемгә мәғ­лүм, балалар йырҙары, төрлө жанрҙағы музыка әҫәрҙәре етешмәй беҙҙә. Биге­рәк тә башҡорт, татар балалары өсөн ижад ителгәндәренә ҡытлыҡ.

Ошоно күңеленә яҡын алғаны өсөн дә тотонғандыр Альбина ханым был мөһим ижад төрөнә. Төрлө йәштәге балалар йырҙары менән бер рәттән, уларға фортепиано өсөн пьесалар, дуэттар, фортепиано һәм скрипка өсөн ансамблдәр, хор әҫәрҙәре ижад итә. Балалар өсөн яҙылған йырҙарын Башҡортостанда ла, Татарстанда ла яратып йырлай кескәй башҡарыусылар һәм үҫмерҙәр.
Йырлы-моңло ғүмер юлы, Күңелендә илһам тулы
Ул ижад иткән 500-гә яҡын йырҙың яртыһы кескәйҙәргә һәм мәктәп йәшендәгеләргә арналыуы педагог-композиторҙың бала күңелен, уларҙың зауыҡтарын, башҡарыу мөмкинлектәрен һәм, әлбиттә, йырҙарҙың тәрбиәүи ролен иҫтә тотоп яҙыуы хаҡында һөйләй.
Альбина Имаеваның уңғанлығы, түҙемлелеге, уҡыусыларҙы яратып, уларға шәхес итеп ҡарауы үҙ емештәрен бирә. Педагог-композиторҙа белем алыусыларҙың байтағы, мәҫәлән, Альбина Хәбибуллина, Динә Шакирова, Роберт Янгуров, Әҙилә Хәмзина ижад юлын музыка менән бәйләне. Ә инде Саша Карташов – Өфөлә иң шәп аранжировкалаусыларҙың береһе.

Альбинаның ижадына һәм педагогик эшмәкәрлегенә арналып, ҙур сәнғәт байрамы итеп уҙғарылған йыр-моң бәйгеләрендә ҡатнашырға насип булды. Был конкурстарҙа ҡатнашыусылар һаны ла, географик даирәһе лә арта бара. Мәҫәлән, 1993 йылда 5-тән 50 йәшкә тиклемге 120 кеше сығыш яһаһа, 1998 йылғы конкурста Башҡортостан һәм Татарстан ҡала-райондарынан 200 ҡатнашыусы көс һынашты, 2008 йылда үткәрелгәне лә күркәм сараға әүерелде. Ҡатнашыусыларҙы саҡырыу, урынлаштырыу, бүләктәр, сәхнә кейемдәре әҙер­ләү, баш ҡаланан жюри ағзалары һәм етәкселәре итеп Рөстәм Сабитов, Сәй­ҙә Ильясова, Рим Хәсәнов, Нәзифә Ҡадирова, Айҙар Ғәлимов кеүек сәнғәт оҫталарын йәлеп итеү күпме көс, түҙемлелек, яуаплылыҡ һәм матди сығымдар талап итеүен күҙ алдына ла килтереүе љыйын. Бындай ҙур күләмле эштәрҙең ниндәйҙер абруйлы ойошмалар тарафынан түгел, нигеҙҙә, бер кешенең тырышлығы арҡаһында ойошторолоуына ышаныуы ла ауыр. Ә балалар өсөн улар­ҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бындай саралар уларҙы яуаплылыҡҡа, маҡ­сатҡа ынтылышҡа, еңә һәм еңелә белер­гә өйрәтә. Сәхнәлә үҙҙәрен нисек тотоу, йыр һәм күңелгә яҡын кейем һайлау, тамашасылар менән рухи бәйләнешкә инеү кеүек мәсьәләләрҙә кәрәкле тәжри­бә туплай бәләкәй артистар.

Был кисәләрҙә Башҡортостандың һәм Татарстандың күренекле артистары ҡатнашты. Улар менән бер сәхнәлә сығыш яһау, быға тиклем йырҙарын ишетеп кенә һоҡланған кумирҙарының баһаһын алыу күпме ҡыуаныстар, иҫтәлектәр бүләк итә балаларға!

«Альбина» йыр-моң һәм бейеү үҙәгенең маҡсаты – композиторҙар ижадын халыҡҡа ишеттереү һәм, һәләтле йәш йырсылар табып, уларҙы ижади яҡтан үҫтереп, сәхнәгә сығарыу. «Уҡыусыларыбыҙ менән гастролгә лә йөрөйбөҙ, – ти Альбина Азат ҡыҙы. – Күбеһенсә республикабыҙҙың ҡала һәм район мәктәптәрендә сығыш яһайбыҙ. Йәш артистарға ла, уларҙың тиңдәш тыңлаусыларына ла һәр яҡлап файҙалы һәм фәһемле бындай осрашыуҙар. Уңыштарыбыҙ яңы еңеүҙәргә дәртлән­дерә. Йәш артистарҙы сәхнәгә сығырға әҙерләгәндә йыш ҡына үҙемдең тәүге сығышымды хәтерләйем. Оркестр етәк­сеһе ауырып киткән солистка урынына минең йырлауымды һораны. Был эште еңелгә һанап, репетиция яһап торманым. Зал тулы кеше, сәхнәгә ҡыҙыҡ­һынып ҡараған йөҙәрләгән күҙ мине ҡаушатты. Йырҙың һүҙҙәрен оноттом да ҡуйҙым. Нисек сығыш яһап, сәхнә­нән китеүемде томанлы ғына хәтерлә­йем. Үкһеп илай башланым. Мине нисек йыуатырға белмәйҙәр. «Ҡабат бер ваҡытта ла сәхнәгә сыҡмаясаҡмын», – тип күҙ йәштәремде һөртәм. Алып барыусы яныма килеп: «Уңышһыҙлыҡтар онотола ул, ә сәнғәткә һөй­өү ҡала», – ти. Йылдар үткәс, Бөтә Союз «Татар йыры – 90»-да ҡатнашып, лауреат исеме алғас, алып барыусының әлеге һүҙҙә­ре иҫкә төштө. Шуға ла мин уҡыусыла­рымды еңеү шатлығы ғына түгел, уңыш­һыҙлыҡтарҙы ла лайыҡлы кисерергә өйрәткәндә, үҙем менән булған әлеге ваҡиғаны миҫал итеп килтерәм».

Талантмы, әллә тырышлыҡмы ижад кешеһенә нығыраҡ кәрәк? Был хаҡта быуаттар буйына бәхәстәр бара. Әлеге мәсьәләлә тәбиғи һәләттең беренсел булыуы бер кемде лә шикләндермәй. Ата-әсәнең, ата-бабаларҙың ҡаны (гендары) кешенең булмышын хәл итә. Альбина ханымдың матурлыҡҡа, музыка донъяһына тартылыуын да уның үҫкән ғаиләһенән эҙләргә кәрәктер.

Альбинаның атаһы Азат Ғәлим улы Насиров, ветеринар һөнәрен һайлаһа ла, йырлы-моңло кеше була. Аккордеонда өҙҙөрөп уйнағанын, көйгә ҡушылып, татар, башҡорт, рус йырҙарын баш­ҡарғанын кешеләр таң ҡалып тың­лаған. Ул хатта операларҙан ариялар ҙа йырлай торған булған. Үҙенең йәш­лек хыялдарын ҡыҙы тормошҡа ашырыуына өмөтләнеп, Альбинаның музыкант булыуын теләй атай кеше. Әсәһе Мәрйәм Зәйнулла ҡыҙы ла шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡ. Музыка донъяһында үҫеп, йыр-моң һәр күҙәнәгендә сыңлап торған баланы өгөтләү ҙә кәрәкмәй, сөнки ул үҙе лә сәнғәткә тартыла.
Туймазы ҡалаһының 3-сө мәктәбен­дә уҡып йөрөгән ҡыҙыҡай бер юлы музыка мәктәбендә лә белем ала. Аҙаҡтан Октябрьскийҙа музыка училищеһын тамамлай. Лидерлыҡ сифаттары, ойоштороу һәләте студент йылдарында асыла. Ул тыуған ҡалаһында йәш музыканттарҙы йыйып, эстрада оркестры ойоштора. Улар йәш тамашасыларҙы һоҡландырып та, ҡайһыларын көнләштереп тә ҡала күләмендә үткәрелгән концерттарҙа, кисәләрҙә, дискотекаларҙа сығыш яһай. Училищела уҡыған йылдарында уҡ йәш музыкант йырҙар ижад итеп, үҙе үк уларҙы башҡара башлай. Йырҙарының халыҡҡа оҡшауы, ижадының кешеләргә кәрәк икәнлеген аңлау авторға илһам, дәрт-көс өҫтәй.

Альбинаның тәүге йырҙарының береһе һәм тиҫтә йылдар буйы яратып йырлаған йыры яҡты донъяларҙан иртә китеп барған атаһына арналған.
...Атай ҙа юҡ инде, гармун да юҡ,
Тик моңдары ҡалды һағындырған.
Нисә йылдар инде, һүрелмәйсә,
Шул моң йәшәй миндә сабыр ғына.
Иҫкә алам бик йыш мин атайҙың
Йырлай-йырлай гармун уйнағанын.
Тик беләһем килә, шул гармунын
Уйнағанда ниҙәр уйлағанын?..

Ҡазанда йәшәүсе яҡташыбыҙ, күренекле шағир Роберт Миңнуллин ижад иткән был шиғырға яҙылған Альбинаның үҙәктәргә үтерлек моңло көйө бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Ниндәй тап килеш! Роберттың да мәрхүм атаһы иҫән сағында гармун уйнарға яратҡан икән. Популяр йырсыбыҙ Айҙар Ғәлимов башҡарыуында сәхнәләрҙән генә түгел, аудиотаҫмаларҙан, дискыларҙан һәм радио-телевидение тулҡындары аша ла меңәрләгән йыр-моң һөйөүсене моңландыра ул.

Композиторҙың «Мин барыһына әҙер мөхәббәттә» (Р.Миңнуллин ши­ғыры), «Ишелеп уңды сейә баҡсабыҙ­ҙа» (М.Хисамова шиғыры), «Ишегемде кемдер ша­ҡый» (Х.Шәмсетдинова ши­ғыры), «Ҡоштар китә» (Ә.Бикмәтова шиғыры), «Мө­хәббәтем, һине һағы­нам» (З.Йосопов шиғыры), «Ләйсән», «Йондоҙло ай» (Г.Юнысова шиғырҙа­ры), «Аҡ ҡарҙар» (Н.Яхина шиғыры), «Ҡайҙа минең күк атым?» (Д.Булгакова шиғыры), «Йырлап алайым әле» (З.Биишева шиғыры) һәм башҡа бик күп йырҙарын күренекле артис­тар ҙа, йәш йырсылар ҙа йыш яњѓырата.

Альбина Азат ҡыҙының ғаиләһе хаҡында әйтеп үтмәй мөмкин түгел.
«Мин – сәнғәт кешеһе, йорт эштә­ренән азат булырға тейешмен», – тигән уй-фекерҙәр ят Альбина ханым өсөн. Уның өйө һәр ваҡыт ялт итеп тора. Аш-һыуы телеңде йоторлоҡ. Өлгөр ҡатындың һәр эше яйға-көйгә һалын­ған. Ике ҡыҙын да уңғанлыҡҡа өйрәтеп үҫтерә ул. Шуға ла хәҙер инде үҙҙәре хужабикә булған музыкант һәм педагог Светлана менән йырсы-музыкант Луиза өсөн йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Әйткәндәй, Луиза әсәһе менән бергә эшләй. «Һәр эштә минең уң ҡулым, – ти уның тураһында Альбина Азат ҡыҙы. – Ә инде тормош иптәшем Шамил Мөнир улы һәр эштә кәңәшсем дә, илһам биреүсем дә»

– Ҡәйнәм менән ҡайнымдан да уңдым. Улар башта уҡ мине яратып ҡабул итте. Ҡәйнәм минең ижад кешеһе икәнемде аңлап, әсәйем менән балаларҙы үҫтерешергә ярҙам итте, – ти бөгөн инде үҙе лә өләсәй булған Альбина ханым.

Ышанғы ла килмәй: әле булһа күҙҙәренән нур-моң ағылып торған, төҫ-башы, буй-һынына һоҡланып туймаҫлыҡ Альбина Азат ҡыҙы күркәм юбилейын үткәрә. Ошо уңай менән 17 ноябрҙә йырсы-композиторҙың Башҡортостан һәм Татарстандың сәхнә йондоҙҙары ҡатнашлығында, Өфө «Нур» театрында, ҙур ижад кисәһе гөрләп үтмәксе. Уңыштар теләйбеҙ. Күңелең һис көҙҙәрҙе тоймаһын, ижад шишмәләрең тынмаһын, хөрмәтле Альбина Азат ҡыҙы!

Гөлфиә ЮНЫСОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook