Гәүһәрҙәй сағыу, усаҡтай йылы

Гәүһәрҙәй сағыу, усаҡтай йылыБашҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Лилиә Рауил ҡыҙы Ишемйәрова – мәҙәниәтебеҙ күгендә баҙлап янған яҡты йондоҙ. Һәләтле йырсы, халыҡ йырҙарын башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланы. Уның тәүге сығыштары шул хәтлем күңел көмбәҙен тетрәтте, кем булыр, юлдары ҡайҙа илтер был моңло баланың, тип ҡыҙыҡһынып күҙәтеүселәр бихисап ине. Исемен, уны ишетеү менән ҡолаҡтарын ҡарпайтты, сихри тауышына арбалып, моң даръяһының туҡтамауын, һәр ваҡыт яңғырап тороуын теләне. Ә Лилиә үҫте. Тамашасыһын хайран ҡалдырып, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә артылды. Фестивалдәр, бәйгеләрҙә баһалы урындар алды. Байрамдарҙа, концерттарҙа уның ҡатнашыуы тамашасыһы күңеленә айырыуса бер шатлыҡ, дәрт, елкенеү өҫтәне. Шулай итеп ул рухиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнеп, мәңге үҙенә тартып торған, төрлө ҡырҙары һәм төҫмөрҙәре менән балҡыған шәхес кимәленә күтәрелде. Сәнғәт күгендә урын алыу бер, ә унда оҙаҡ йылдар ҡалыу өсөн ныҡышмалы хеҙмәт итеү, йоҡоһоҙ төндәр арнау, йәнеңде фиҙа ҡылыу кәрәк. Уның тормош юлына сәхифә ваҡытында быны үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ.

Яҙмыш билдәләгән булмыш
Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында тыуған ҡыҙыҡай бәләкәй саҡтан йырларға яратҡан. Ул яҡтарҙа шәл бәйләмәгән кеше юҡ, кистәрен, ҡул эштәрен алып, бер-береһенә ултырмаға йөрөйҙәр. Лилиә апайҙарға ултырғысҡа баҫып концерт ҡуйған: йыр йырлаған, шиғыр һөйләгән. Әйткәндәй, радиотулҡындар аша йыш яңғыраған «Өс егет» – бала сағы репертуарынан. Шәрбәт яратҡан бәләкәй ҡыҙҙы, йырлаһаң, ҡайнатма ҡаптырабыҙ, тип алдаштырғандар. Ысынтылап сәхнәгә сығыуы 1991 йылда Иҫәнғолда «Башҡорт йыры» радио конкурсында халыҡ йырын башҡарыуынан башлана. Өфөнән килгән баһалама ағзалары Лилиәнең һәләте барлығын, уҡырға кәрәклеген әйтә. Йырсыға уҡырға барам, тигән теләгенә әсәһе менән атаһы бер-береһенә ҡарашып ала ла артист тормошоноң ни хәтлем ауыр булыуын төшөндөрөргә тотона.
Бына ул ҡанатланып Өфө сәнғәт училищеһына юллана. Ҡайтайыҡ та китәйекме әллә, ти атаһы, оҙатҡанда түгелеп илаған ҡыҙын йәлләүенән йөрәге өҙөлөп. Лилиә хисле булһа ла, ебеп ҡала торғандарҙан түгел: өс турҙан торған конкурсты үтеп, студент булып китә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғас: «Ҡыҙығыҙ – студентка!» – тип телеграмма һуғыуы ниндәй бәхет! Тап тыуған көнөндә, 19 июлдә, ауылға ҡайтып төшә Лилиә.

«Атайсалым, Сибайым!..»
Уҡый башлағас, яңы мөхиткә, серле донъяға, кешеләр менән аралашыуға өйрәнеп китеүе еңел булмаһа ла, вокал уҡытыусыһы Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимова ҡурсыуында, атаһы менән әсәһенең даими хәстәре ярҙамында маҡсатына табан бара. Әсәһе Нәзифә Дауыт ҡыҙы санитарка булып эшләй, атаһы Рауил Собханғол улы – тимерлектә күзнис. Үҙенән бәләкәй ике һеңлеһе – Фәнилә менән Фәриҙә хаҡында ла уйлай Лилиә. Сибай башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә ҡайтыуына фатиха бирһә лә, ауыл клубында тәүге концертын ҡуйғас, артистарға һарыҡ һуйып һыйлап ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан атаһына ҡыҙының диплом эйәһе булыуына ҡыуанырға яҙмай. Бик иртә мәрхүм була.
1993 йылда Лилиәне, өсөнсө курс студенткаһын, Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикаға яңылыҡ, бер сағыу күренеш булып балҡыясаҡ яңы асылған филармонияға ул ваҡытта художество етәксеһе Альмира Ҡыуатова эшкә саҡыра. Үҙенә ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтеүҙәрен, һынатмаҫҡа тейешлеген аңлап, Лилиә өлгөрөргә, өлгәшергә тырыша. Сәнғәт училищеһын ҡыҙыл дипломға та­мамлай. Гармония – математика һымаҡ ҡатмарлы дәрес, унда бер-береһенә күскән аккордтарҙы төҙөп мәсьәләләр сисеү күптәргә ауыр бирелә. Өҫтәлмә рәүештә шөғөлләнеп, был һабаҡты ла яҡшы үҙләштерә тырыш ҡыҙ. Сибай филармонияһы ҙур танылыу ала, халыҡ-ара фестивалдәргә, бәйгеләргә сит илдәргә саҡыралар. Лилиәнең күңеленә хуш килерлек хәтирәләр тап ошо сәфәрҙәрҙән ҡалған. Белгородта ун ете илдән килгән коллектив ҡатнашҡан Гала-концертта тап уны солистка итеп һайлайҙар. Үҙенә ниндәй ҙур ышаныс һәм хөрмәт күрһәтеүҙәрен аңлап та етмәгәндер әле йәш йырсы. Һинд йырын башҡарғанда испандарҙың кастань­еттар менән ҡеүәт биреп тороуы, ә сәхнәнең һыуҙа булыуы бер матур әкиәт кеүек хәтеренә уйылған.
Дан да, тамашасы һөйөүе лә өҫтөнә ҡапыл аумай, уңыш ныҡышмал хеҙмәт менән яйлап килә Лилиәгә. Юлы эстрада буйынса китмәһә, кем була алыр ине икән? Опера йырсыһы йүнәлешен һайлар инем, тип шым ғына әйтеп ҡуйыуы режиссер Альмира Ҡыуатованың күңеленә инеп ҡала. Классик әҫәрҙәргә тартылған, опера йырсыһы булырмын тигән остоҡ ҡына өмөт йөрөткән ҡыҙыҡай Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға стажировкаға килә. Сибайҙа үткән «Яҙғы моңдар-1992» бәйгеһендәге еңеүенән бигерәк, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурста классик әҫәрҙәрҙе башҡарыу буйынса бәйге дипломанты булыуын ҙур ҡаҙаныш тип һанай Лилиә. Хыялым тормошҡа ашҡан кеүек булды, ти. Әммә был йүнәлештә үҫергә яҙмай, ике һеңлеһе бәләкәй, ата-әсәһенә лә ярҙам итергә кәрәк, яңы асылған филармония «йота», эстрада үҙенә ялмап ала. «Сыҡ миңә кейәүгә, Лилиә!» тип исемләнгән беренсе концертын, Фәнил Әбделмәновтың әҫәре буйынса сце­нарий яҙып, режиссер Альмира Ҡыуатова ҡуя. Тормош юлдашы, бейеүсе Урал Мортазин менән тап ошо тамашаға репетиция ваҡытында та­нышалар. Лилиәнең концерты өсөн Сибай төбәгендә бейергә теләгән йәш, янып торған егеттәрҙе йәлеп итеп, махсус кордебалет йыялар. Концерт уңышлы үтә. Ул программа менән Өфө тамашасыһы алдында ла сығыш яһайҙар. Баштан-аяҡ эшкә сумып, донъяны онотоп ижад менән яныу тап Сибайҙа мөмкин була. Ошонда уға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Күңел һалып эшләмәһәң, тамашасыны тулҡынландырып булмай. Ҡала башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов филармонияға эшкә килгән бөтә артистарға ла бушлай фатир бирә. Шуға ҡалала үткән бер саранан да ситтә ҡалырға хоҡуғыбыҙ юҡ, тип ҡабул ителә. Лилиәнең, ниндәй генә телдә булмаһын, кистән һүҙҙәрен өйрәнеп, иртән барып йырлаған осраҡтары күп була. Сынығыу үтеп, эшкә өйрәнеп килә ул баш ҡалаға.

Гәүһәрҙәй сағыу, усаҡтай йылыИке йондоҙ
БДУ-ның математика факультетын тамамлаған Урал, «Ирәндек» бейеү ансамблендә сәнғәткә ылығып, бейеүсе яҙмышын һайлай. Яңы асылған филармонияға ул да эшкә килә. Лилиә менән Өфөлә гастролдә саҡта бер табында осрашып һөйләшеп китәләр. Францияла булған ваҡытта аралары йылына. Унан ҡайтҡас, Урал Лилиәгә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. 19 йәше саҡ тулған ҡыҙын әсәһе йәлләй, эшләй бир әле, ти. Ошо егеткә сыҡмаһам, башҡаға бармайым, тип ҡырт киҫкәс, риза була. «Урал мине ниндәй булғанмын, шулай яратты. Тумалаҡ ҡына, түңәрәк кенә килеш. Шулай ҡабул иттем, тине. Ябыҡ, тип талап ҡуйманы. Зөлхизә тыуғас, матдәләр алмашыныуы көйләнеп, кәүҙәм еңеләйҙе. Ныҡ ябығып киткән осраҡта, ҡоро һөйәккә ҡалма, тип борсола ине. Сәхнәлә эшләгәс, еңел булырға кәрәк, артыҡ ауырлыҡ ҡамасауламаһын, эстетик яҡтан да һомғол буй отошлораҡ, тип үҙемә аныҡ маҡсат ҡуйҙым. Ул ваҡытта Альмира апайҙа йәшәнем. Ул да маҡсаттан тайпылмаҫҡа таяныс булды. Лилиәгә был ярамай, теге ярамай тиһә, уның әсәһе Зәйтүнә апай, ҡуй, Альмира, кеше балаһын йонсотма, ти торғайны. Тумалаҡ ҡыҙҙың зыр әйләнгән орсоҡҡа әүерелеүен, үҙенә яңы имидж эшләүен тамашасы айы­рыуса бер ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Тырышһаң, бына бит, булдыраһың, тинеләр.
Ир менән ҡатындың бер бөтөн булып тормош һуҡмағын үтеүе генә түгел, бер әҫәр башҡарыуы, бер-береһенә ҡарап серле йылмайыуы, мөхәббәткә тулыуы барлыҡ тамашасыларҙы йылыта. Сихри һөйөү нурҙарына ҡойоноп, улар йәшәүгә дәрт-ҡеүәт ала, күңеле нескәрә. «1997 йылда альбом яҙҙыра инем. Гөлдәр Ишҡыуатованың «Ҡояшым» тигән йырын башҡарырға ир-ат йырсы эҙләнем. Ҡыҙыбыҙға йөклө саҡта Урал мине эшкә оҙатып бара ине. Йыр­латып ҡараныҡ, тауышы тап килә. Һүҙҙәрен ятлайһың да килеп яҙҙырабыҙ, тип ҡарар иттек. Хәҙер инде уның менән дуэттарыбыҙ байтаҡ», – ти Лилиә.
...1997 йылдың майында Зөлхизә тыуа. Балаға ҡырҡ көн тулыр-тулмаҫтан «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсының дипломанты булараҡ сәхнәгә сыға. «Ишектәр асыҡ, ел һуҡҡан, «тиҙ ярҙам» саҡырып укол яһайҙар ҙа сәхнәгә сығып йырлайым. Шул тиклем бирелеп эшләгәнмендер инде», – тип хәтерләй ул. «Ирәндек моңдары – 1996» еңеү килтерһә, «Урал моңо – 1998» башҡорт йәштәре республика конкурс-фестивалендә Ҡабарҙы-Балҡарҙан килгән Амурбей Текуев менән Гран-приҙы бүлешә.
Зөлхизә менән Арыҫланбайҙың аралары ун бер йәш. Оҙаҡ көттөргән, татлы бала ул. Тәүҙә уҡыу, концерттар менән бала ҡайғыһы булмай, аҙаҡ... килеп сыҡмай. Көтмәгәндә яҙған бәхеткә ул юл бирә: үҙен бошондорған йә көсөргәнергә мәжбүр иткән ҡайһы бер нәмәләрҙән баш тарта. Шул иҫәптән автомәктәпкә йөрөүҙән дә. Арыҫланбай – үҙ баһаһын белеп кенә алдында бейеткән бала. Унан йәш ярымға ғына кесе Ишморат иһә – Аллаһ Тәғәләнең бүләге. Лилиә уға йөклө икәнен дүрт ай тигәндә генә белә. Бер-береһенә иптәш, терәк булып үҫеп килә улдары. «Эш тип йүгерһәм, балаларҙы ваҡытында тапмаһам, үкенер инем. Сәнғәткә өсәүһенең дә барымдары бар. Зөлхизә Фирүзә Париждың ҡыҙы Нәркәс менән «Наҙ» төркөмө ойоштороп йырлап йөрөнө. «Гранде» ритм-балетында бейене. Әммә сәнғәт юлынан китмәне. Зөлхизә – артист тормошон үҙ елкәһендә татыған бала. Шуға беҙ ҙә йонсотмайыҡ тинек», – ти әсә кеше.
Урал 20 йыл сәхнәлә бейегәндән һуң, мөғәллимлеккә күскән – Өфө сәнғәт училищеһында математиканан уҡыта. Был сәнғәтте ҡалдырған, тигән һүҙ түгел, яратҡан артисыбыҙҙы беҙ йыш ҡына сәхнәлә күрәбеҙ. Шулай уҡ ул «Глобус» балалар үҙәгендә уҡтан атыу буйынса дәрестәр бирә, уҡыусылары Учалыла 1-се, 3-сө урындарҙы яулап ҡайтҡан. «Гүзәл-данс» бейеү студияһында ла билдәле сәнғәт йондоҙоноң һабаҡтарына мохтаждар.
«Беҙҙе өс бала, бер-беребеҙҙе тойоу, хәлебеҙгә инә белеү бәйләй. Һөйләшергә уртаҡ темалар күп. Икебеҙ ҙә ижади кешеләр. 20 йылдан артыҡ йәшәнек, бер-беребеҙҙе күрмәнек тә шикелле, гастролдәр менән үтте тормош. Был балалар менән тағы бер 20 йыл күңелһеҙ булмаясаҡ, тип көлөшәбеҙ. Үҫергә, эшләргә бер-беребеҙгә ҡамасауламайбыҙ. Ижад кешеһенә ҡиммәттәрҙе, көн тәртибен икенсе йүнәлешкә көйләү, әлбиттә, ауырға тура килә. Уралға тәбиғи һәләте ярҙам итте. Ул хәҙер үҙен педагог булараҡ аса», – ти Лилиә.
Урал ҡала егете булһа ла, бала сағы Учалы яҡтарында үткән. Шуға ла аптырап тормай, ауыл егеттәре башҡарған бөтә эшкә лә маһир, кәрәкһә, аш-һыуын да яраштыра белә. Әсәһе Фәниә Һиҙиәт ҡыҙы – Мәләүез районынан, оҙаҡ йылдар Өфө балалар йортонда логопед булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Атаһы мәрхүм Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазин – профессор, математика фәндәре докторы, БДУ-ла уҡытҡан. Уларҙан да уңа Лилиә. Әллә улар, мин булған ерҙә рәхәт һәм еңел булырға тейеш, тип ҡараған килендән уңа тип әйтеү дөрөҫөрәкме?!
Малайҙар тыуғас, гастролгә йөрөү сикләнә, балаларын үҙе бағырға тырыша йырсы, шуның өсөн дә филармониялағы Индира Илдус ҡыҙы Әсәҙуллина етәкләгән әҙәби-музыкаль лекторийға бик теләп күсә.

Сәнғәт юлындағы маяҡтар, таяныстар
Сибай башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән саҡтағы етәкселәрен: Фәтих Салауат улы Хөснөтдиновты, Ринат Исҡужа улы Ишмуллинды, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Айҙар Хисбулла улы Зөбәйҙуллинды йылы һүҙҙәр менән телгә ала йырсы. Республикала билдәле режиссер Альмира Ҡыуатова менән һаман да аралашып йәшәүенә һөйөнә. Сулпан Рәил ҡыҙы Асҡарова менән дә оҙаҡ йылдар дуҫ булыуҙарына шат. Режиссерҙарҙан Салауат Итбаев, Илшат Фәхердинов менән эшләгән концерт програм­маларын һағынып хәтерләй. 2000 йылда баш ҡалаға күсеп килгәндән алып Өфө тамашасыһын улар ярҙамында ҡуйылған төрлө кон­церттар менән һөйөндөрә.
Һуңғы арала йәш йырсы Тимур Рамазанов менән уңышлы дуэттар яҙҙырҙы. «Башҡорт йыры»нда уларҙың «Алтын балыҡ» йырын тамашасы йылы ҡабул итте.
Өсөнсө курста «Салауат» студияһында эшләй башлағас, Салауат Низаметдинов ижадына яҡыная. Юлай Үҙәнбаев, Зөһрә Фәйзуллина кеүек билдәле композиторҙарҙың йырҙарын халыҡҡа үҙенә генә хас башҡарыу манераһы менән еткерҙе. Төрлө жанрҙағы һәм стилдәге йырҙарҙы һайлауы, бер төрлөлөктән ҡасыуы, һис шикһеҙ, уның ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Йырсының 33 халыҡ йырынан торған «Халҡым моңо» альбомы беҙгә генә түгел, килер быуындарға ниндәй ҙур бүләк булыуын ваҡыт баһалар.
«Хитҡа әйләнгән йыр бәхетле осраҡ менән бер. Ҡайһы ваҡыт уйламаған әҫәр тамашасының күңеленә хуш килеп ҡуя. Ижади кеше шуғалыр ҙа һәр ваҡыт эҙләнә. Рәсәй эстрадаһында кумирым – София Ротару. Бала саҡтан Мадоннаның ижадын үҙ итәм. Улар һымаҡ һәр ваҡыт йәш ҡалып, кешеләрҙе ҡыуандырыуҙы дауам итергә хыял­ланам», – тигән һүҙҙәре лә үҙе ҡуйған маҡсаттарына тап килә. Саҡматаштай ныҡ, гәүһәрҙәй сағыу, усаҡтай йылы халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы Лилиә Ишемйәрованың таланты яңы ҡырҙары менән балҡыр әле.
Гөлназ ҠОТОЕВА.



Теги: Ғаилә Лилиә Ишемйәрова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook