Үлсәүҙәргә һалып яҙмышты
Өфө ҡалаһы 51-се поликлиникаһының профилактикалау бүлеге мөдире, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, I категориялы терапевт Рәйлә Һиҙиәт ҡыҙы Ниғмәтуллинаның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу, уныһы ла эшкә алыныуы хаҡында. Ошо дауаханала тәүге хеҙмәт көнөн башлап, ул инде утыҙ йылдан артыҡ ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Һәр һүҙен үлсәп һөйләгән, һиҙҙермәй генә кешенең тышҡы торошонан күңел халәтен тойомларға өйрәнгән аҡ халатлы ханымдың рухи донъяһы, өлөшөнә төшкән яҙмышын сәбәләнмәй, һәр яҡтан самалап, аҡыл менән ҡабул итеүе — үҙе бер фәһем.
Ҡанат ҡуйған бала саҡ
Ейәнсура районы Абзан ауылында Гөлзәйнәп һәм Һиҙиәт Бикмөхәмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән ҡыҙыҡай уҡыуҙа яҡшы өлгәшә. «Әтейем сельпо рәйесе булып эшләне. Ғәҙел кеше ине ул. Иң тәүҙә башҡаларға булһын тип тырышты. Мал, байлыҡ артынан ҡыуманы. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең аранан ул бик иртә китте. Ҡырҡ йәшен уҙғас та уны инсульт аяҡтан йыҡты. Әнейем балаһы һымаҡ итеп тәрбиәләһә лә, мандый алманы. Ҡәҙерлебеҙ шулай итеп дүрт бала менән яңғыҙы тороп ҡалды. Ике абзыйымдың, Әмир менән Рәмилдең, ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды, Наилә һеңлем менән шуның өсөн дә бик әрнейбеҙ. Әнейебеҙҙе ҡурсалайыҡ, еңелерәк булһын тип, ҡалаға күсереп алдыҡ, әммә уны күнегелгән еренән, яратҡан ауылдаштарынан айырылыу һағышы баҫты. Шуға ла таныштарыма әйтә йөрөйөм: «Атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡарт көндәрендә көсөргәнешкә дусар итмәгеҙ, ғүмер буйына йәшәгән урындарынан ҡуптармағыҙ, зинһар!» – тием.
Ғаиләләрендәге ете ҡыҙҙың береһе Гөлзәйнәп апайҙың моңо, уңғанлығы, маһирлығы, кешеләргә яҡты йөҙлө, татлы һүҙле булыуы ҡыҙҙарына күскән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүмә булып ҡалған инде. Рәйлә ҡыҙына, төҫөм итеп ябынырһың, тип бәйләгән мамыҡ шәле һаман да уның күңел йылыһын һаҡлай кеүек.
Белем тауҙары текә
Таҙлар урта мәктәбен уңышлы тамамлаған ҡыҙыҡай Башҡорт дәүләт аграр институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Табип булырға тигән хыялы тынғылыҡ бирмәгәс, бәхетен һынап ҡарарға теләй. Шулай итеп, бына ул –Башҡорт дәүләт медицина институты студенты! Класташы, хәҙер инде БДУ-ның тарих факультеты студенты Ришат Вәхит улы менән ғаилә ҡоралар. Ҡыҙҙары Эльвира тап студент йылдарында тыуа.
Ире кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлай, милиция полковнигы дәрәжәһен ала. Икенсе ҡыҙҙары Гөлнара тыуыуын ғаиләлә ҙур бәхет итеп ҡабул итәләр. Ике ҡыҙҙары ла Һупайлыла урынлашҡан 136-сы лицейҙы, аҙаҡ БДУ-ның юридик факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Эльвира кейәүгә сығып, тормош иптәше Артур менән Арсен һәм Эмир исемле улдар үҫтерә. Әле ул теркәү палатаһында белгес хеҙмәтен башҡара. Икенсе ҡыҙҙары Гөлнара Мәскәүҙә Рәсәй Финанс министрлығында бүлек консультанты булып эшләй. Әлегә кейәүҙә түгел. Үкенесле, 20 йылдан һуң Рәйлә менән Ришаттың йәшлектә ҡорған ғаиләһе тарҡала. Тормошта килеп тыуған хәлдәрҙе, һынауҙарҙы сабыр ҡабул иткән, сәбәләнеү фиғелендә булмаған Рәйлә ханым яҙмышындағы был боролошто ла тәбиғи тип ҡабул итә. Өмөтһөҙлөккә бирелеү, сәс йолҡоп илау, юҡ нәмәләр өсөн ҡайғырыу, ҡаңғырыу уға ят. Үткәненә сикһеҙ рәхмәтле, киләсәгенә яҡты хыялдан елкән киреп йәшәгән изге күңелле заттарыбыҙҙың береһе бит ул.
Ҡәйнәһе, балаларының өләсәһе, оҙаҡ йылдар Ейәнсура районында китапхана мөдире булып эшләгән, әлеге көндә Өфөлә йәшәгән Мөсфирә Ширғәзе ҡыҙы Ниғмәтуллина менән дә ул ихлас аралашып йәшәй. Дәртләнгәндә илһамланып тормош, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында шиғырҙар яҙа. Юбилейҙарҙа Рәйлә Һиҙиәт ҡыҙы шиғри теләктәр яҙып ҡотлауҙы хуп күрә. Шахматта оҫта уйнай. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән Республика шахмат бәйгеһендә үҙ поликлиникаһының намыҫын яҡларға ла ебәрелә. Мәктәп йылдарынан гармунда ла һыҙҙыра. Ете йәштән шәл бәйләп үҫкән ҡыҙыҡай, ҡул эше башты эшләтә, тип һанай. Был шөғөлөн ул әле лә ташламай, ҙур-ҙур шәлдәр бәйләп ҡуя. Тимер атты ла ауыҙлыҡлаған егәрле ханым. «Төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, бөгөн булған иртәгә үтә лә китә ул. Уның өсөн ҡайғыраһы түгел. Төпкә төшөп фекерләй белмәгән, аҡса тип күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сапҡан кешеләргә аптырайым. Барыһын да аҡыл менән уйлап, үлсәп ҡараһаң, маҡсатыңа ынтылыуҙан туҡтамаһаң, уңыш ташламай. Был донъяға ғүмерлеккә килгән кеүек ҡыланмай, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәүҙән дә яҡшыһы юҡ бит», – ти Рәйлә ханым.
Эш бәхете
51-се поликлиниканың баш табибы Раян Нурулла улы Миһрановтың эште аныҡ ҡора белеүе, яуаплы ҡарауы оҡшай ҡул аҫтындағыларға. Иң мөһиме – Рәйлә ханым эшенә ашҡынып килә, ҡыуанып ҡайта. Үтенес менән мөрәжәғәт иткәндәргә ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
«Сифатһыҙ аҙыҡ менән туҡланыу, экология торошо һаулыҡҡа кире йоғонто яһай. Күптәр хәҙер үҙҙәре дауалана, табипҡа кәңәшкә генә килә. Гипертония – ҡан баҫымы юғары булыуы менән йонсоусылар күбәйҙе. Сөнки көсөргәнештә йәшәйҙәр. Инсульт, шәкәр ауырыуы һәр унынсы мөрәжәғәт итеүселә күҙәтелә. Төрлө ауырыуҙар бар. Элек диагностика булманы. Шуға ла күп сирҙәр асыҡланмай ҙа ҡалған.
Оло йәштәгеләрҙең һаулығы ныҡ, улар оҙаҡ йәшәүсән. Йәштәрҙең үлеме тетрәндерә. Ауыл тирәһендәгеләргә, физик эш яғынан ауырыраҡ булһа ла, рәхәтерәк. Берҙән, үҙ баҡсаһындағы сифатлы ризыҡ, үҙҙәре ашатып үҫтергән малдың ите менән туҡлана, саф һауала йөрөй», – был да Рәйлә ханымдың һығымталары.
Ул үҙе бөтә Ер шары буйлап сәйәхәт итергә ярата. Ҡайһы ғына илдә булмаған! Ситтә йәшәүселәрҙең тормошон күреү, һығымталар яһау өсөн иң ҡыҙыҡлы сәфәр – Европалағы медицинаны өйрәнеү маҡсатынан Францияла уҡып ҡайтыуы. Үҙебеҙҙә барыбер ҙә яҡшыраҡ, ти ул. Унда, баҡтиһәң, ауырып киткән кеше «Тиҙ ярҙам» саҡырта, әммә уның һаулығын даими рәүештә күҙәтеп тороусы участка терапевтары юҡ. Ауырыуҙарҙың да эс-бауырына инеп хәлен белешеү – ят күренеш.
Әсәй, өләсәй, ҡәйнә
Эльвира менән Гөлнараға өлгөлө әсәй ул. Кешеләргә ихласлыҡ, мохтаждарға ярҙамға килергә ашҡыныу, тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек, ҡаршылыҡтарҙы еңел генә үткәрә белеү, йомшаҡлыҡ менән еңеү, өлкәндәргә хөрмәт менән ҡарау кеүек гүзәл сифаттарҙы ҡыҙ балалар әсәләренән күреп өйрәнмәй кемдән өйрәнһен?
Ейәндәре Арсен менән Эмиргә ул яғымлы өләсәй ҙә. Балаларға һалған тәрбиә, бүленгән ваҡыттан да ҡиммәте юҡ икәнен яҡшы аңлай һәм ғәзиздәренә үҙенең рухи көсөн, күңел йылыһын йәлләмәй.
«Кейәү менән бер ваҡытта ла һүҙгә килешкәнебеҙ юҡ. Ҡыҙыма һәйбәт мөнәсәбәттә, бала-сағаларын ҡарай. Шундай кешегә нисек ауыр һүҙ әйтәһең? Артурҙы үҙ балам кеүек күрәм», – ти Рәйлә Һиҙиәт ҡыҙы. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ал, тигәндәр бит. Ҡыҙының үҙ яртыһы менән матур итеп мөнәсәбәт ҡора белеүенә, ғаиләһе өсөн өҙөлөп тороуына һөйөнә ҡәйнә кеше.
Табип кәңәштәре
«Оҙаҡ йәшәү өсөн артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоуға һәм дөрөҫ туҡланыуға иғтибар итергә кәрәк. Шуға ла тәүлектең бер үк сәғәттәрендә ашауҙы яйға һалыу мөһим. Киске табын 7-8 сәғәттән дә һуң булырға тейеш түгел. Әҙ, әммә йышыраҡ туҡланыу мотлаҡ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиһәләр ҙә, ауыр эште артыҡ көсәнеп эшләргә ярамай. Йөрәккә зыян итеүе бар. Моторҙы һаҡларға кәрәк! Күтәренке күңел менән йәшәү ҙә һаулыҡҡа яҡшы. Бәләкәй генә ҡаршылыҡты ла ҙур итеп ҡабул итеп, төшөнкөлөккә бирелеү ҙә һаулыҡҡа хилафлыҡ килтереүе ихтимал. Ауырлыҡты ла еңел генә үткәреү, рәнйеткәнде кисерә белеү ҙә мотлаҡ. Рухи үҫешкә ынтылыу мөһим. Сәнғәт, әҙәбиәт күңелде үҫтерә. Үҙеңдең кәйефеңде күтәрә белеү ҙә һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә. Яҡшылыҡ эшләү, изгелек ҡылыуҙан да ҙур ҡәнәғәтлек табып буламы икән?!» – ти табип.
...Тормошто, кеше күңелендәген, уның кисерештәрен үлсәүҙәргә һалып булмай. Әммә һүҙ ҡеүәтен, рух көсөн, йән йылыһын тойғандар тигеҙлеккә, аһәңгә өлгәшә, йәшәүҙең, ғүмерҙең асылдарын төшөнөү уларҙың һәр аҙымын, һәр тын алышын изгелек менән һуғарырға этәргес бирә. Рәйлә Һиҙиәт ҡыҙы Ниғмәтуллинаның да һәр көнө кешеләргә изгелек ҡылыуға бағышлана. Һөнәр һайлағанда ла яҙмышында ҡырҡа боролош яһарға ул тап ошо маҡсаттан сығып ҡарар ҡыла бит. Яҡты ниәт, ҡанатландырыусы хыялдар менән йәшәгән аҫыл заттың үлсәүе тик яҡшылыҡ яғында, тынғыһыҙ йөрәге тик изгелек юлында. Ошондай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барында донъя ла яҡтыраҡ, тормош та күркәмерәк.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ