Бәхетле яҙмыш яҡтыһы
Республика перинаталь үҙәгенең ярҙамсы репродуктив технологиялар бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы Үҙәнбаеваның тормош юлы Башҡортостан медицинаһы үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Үҙ ғүмерендә нисә ғаиләне тарҡалыуҙан һаҡлап ҡалған, нисәмә балаға ғүмер биргән ул! Англияла Экстракорпораль аталандырыу (ЭКА) ысулы ярҙамында пробирка эсендә яралған Луиза Браун исемле ҡыҙҙың тыуыуы бөтә донъяны шаулатһа, 1986 йылда Рәсәйҙә ошондай ысул менән барлыҡҡа килгән Ленаның яҙмышы күптәрҙе тетрәндерә. Башҡортостанда ошо эштәрҙең инешендә тороу, бүлекте булдырыу, етәкләү тап Рәмилә ханым иңенә төшә.
Йылайыр ҡыҙы
Рәмилә эштән ҡайтып, ғаиләһенә тәмле ризыҡтар бешергәнендә икенсе бүлмәнән ағылған моңдоң күңеленә бәхет булып тулышҡанынан үҙен күктең етенсе ҡатында тоя. Бына бит ул ысын ҡатын-ҡыҙ бәхете! Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, «Устарыма һал һин йөрәгеңде», «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Аҡ болоттар», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Тыпырҙатып бер баҫмағас, бейеү буламы бейеү!» кеүек әллә күпме популяр йырҙары менән танылған композитор Юлай Үҙәнбаев менән улар өс тиҫтә йылға яҡын ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер һуҡмағынан атлай. Һөйөклөһөнөң күҙ ҡарашынан аңлауынан, һәр ваҡыт иң ҡуйырға әҙерлегенән, ауыр эшен аңлап ҡарауынан үҙен терәкле, көслө тоя ул.
Үткән ғүмер юлын барлағанда был игелекле, ихлас ханыма барыһы ла алдына ғына килеп торған кеүек. Әммә һәр уңыштың нигеҙендә ныҡышмал хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр, үҙенең алсаҡлығы, асыҡлығы, киң күңеллелеге ятыуын төшөнәһең.
Үҫәргән ҡыҙы Рәмилә Йылайыр районының әлеге көндә ер йөҙөнән юғалған Ҡамыш-Үҙәк ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килгән. Уға хәтлем гел малайҙар тыуғанлыҡтан, бөтә иғтибар ҡыҙға күскән. Наҙлыҡай тынысһыҙыраҡ та күренгән. Фәүзиә менән Оморҙаҡтың ғаиләһендә алтынсыға – малай, етенсе, һигеҙенсегә – ҡыҙ, туғыҙынсыға йәнә ир бала тыуған. Рәмиләне холҡо буйынса кендек инәһе Сәғиҙәгә оҡшаталар. Атаһы менән әсәһенең үҙ-ара мөғәмәләһе, балаларына ҡарата мөнәсәбәттәре иҫ киткес йылы була. Атаһы – механик, әсәһе колхозда – ашнаҡсы. Күмәк балалы ғаиләнән кеше өҙөлмәй. Бәләкәстәр эш менән тәрбиәләнеп үҫә. Рәмилә лә һәр ваҡыт хәрәкәттә: кер йыуһынмы, аш-һыу әҙерләһенме, һыйыр һауһынмы – бөтә мәшәҡәт уға төшә. Башланғыс класты тамамлағас, Сибай интернат-мәктәбенә уҡырға бара. Яҡшы өлгәшкән өсөн 6-сы класта Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка путевка менән бүләкләнә. Интернаттың комсомол ойошмаһы секретары була. «Гөлнур Салауат ҡыҙы Байегетова, Миңъямал Әшрәф ҡыҙы Солтанова, Лилиә Әхмәт ҡыҙы Аҡъюлова 4-се кластан атай-әсәйҙе алмаштырҙы. Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы менән Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәновтар кеүек шәп апай-ағайҙар уҡытты беҙҙе. Интернат икенсе тыуған йортобоҙға әйләнде. Һабаҡташтарым менән һаман аралашам», – ти Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы ғорурлыҡ менән.
Бәләкәйҙән табип булырға, йыш ауырыған әсәһен дауаларға хыялланған ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетына уҡырға инә.
Ул 2-се курста белем алғанында, 46 йәшендә генә әсәһе гүр эйәһе була. «Ваҡытында дауаланһа, ҡотҡарып ҡалырҙар ине. Әлеге белемем булғанда ла ярҙам итә алыр инем», – тип үртәлә Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы. Ваҡ балалар менән яңғыҙы тороп ҡалған атай өйләнә. Үгәй әсәйле яҙмышҡа күнеп, баш баҫып йәшәп китергә лә үҙендә көс таба. Ҡусты-һеңлеләре өсөн яуаплылыҡ тойған ҡыҙҙы яҙмыш нығыта. Күҙ алдында һәр ваҡыт әсәһенең яҡты рухы балҡып тора. «Ябай ауыл ҡатыны булһа ла, беҙҙе уҡытырға тырышты. Беребеҙ шиғыр ятлай, беребеҙ матбуғат уҡый. Гәзит-журналдарға һәр ҡайһыбыҙҙың йәшенә тура килтереп яҙыла торғайнылар. Атайым шул арҡала бер ай эш хаҡы алманы. Әсәйем үҙе шәл бәйләгәндә лә, беребеҙҙән ҡабатлау ғәмәлдәрен ятлатһа, икенсебеҙҙән китап уҡытты. Ғаиләлә барыбыҙ ҙа шахмат уйнай. Уҡыу буйынса ярыша инек. Һәр ваҡыт ошо күренеш күҙ алдымдан китмәне. Мәктәп базаһы ныҡ булғанға, институтта белем алыу еңел бирелде. Студент саҡта дауаханала санитарка булып эшләнем. Һабаҡташтарымдан уңдым. Юлымда гел яҡшы кешеләр осраны», – ти Рәмилә ханым. Ятаҡтың бер бүлмәһендә Рәсәйҙең төрлө тарафынан йыйылған ете ҡыҙҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табып, бер ғаилә булып һыйышып дуҫ йәшәйҙәр.
Өлөшкә төшкән көмөш
Тормош иптәше Юлай менән 1984 йылда танышалар. Райондашы, билдәле йырсы Фәрит Бикбулатов студенттарҙың осрашыу кисәһенә Үҙәнбаевты ла алып килә. Рәмилә уны хеҙмәткә оҙатып, көтөп ала. Дипломлы белгес Баймаҡта баш лаборант булып эшләп йөрөгәндә, Юлай атаһынан ҡыҙҙы һоратып килә. «Тормошҡа сыҡһам, бәләкәй туғандарыма ярҙам итә алмаҫмын тип, ризалыҡ бирмәгәйнем. Әммә ул ныҡыш булып сыҡты», – тип бәхетле йылмая Рәмилә ханым.
Йәш ғаилә 1990 йылда Баймаҡта төпләнә. Юлай ҡалалағы сәнғәт мәктәбенә музыка уҡытыусыһы булып урынлаша. Йырҙар ижад итә, «Ҡош юлы» вокаль-инструменталь төркөмө менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Телевидение, радиола яҙмалары йыш яңғырай. Рухиәтебеҙ күгендә Юлай Үҙәнбаев исемле яҡты йондоҙ ҡабына. Тиҙҙән улдары Салауат донъяға килә. 1992 йылда, шатлыҡ өҫтәп, ҡыҙҙары Ләйсән тыуа. 1993 йылда ғаилә башлығы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына саҡырылыуы сәбәпле, Үҙәнбаевтар Сибай ҡалаһына күсенә. Рәмилә ҡала поликлиникаһында табип булып эшләй башлай. Юлай сәхнә әҫәрҙәрен музыкаль яҡтан биҙәй, спектаклдәргә йырҙар ижад итә.
2003 йылда Юлай Хәмит улын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына музыкаль етәксе итеп саҡыралар. «Юлай февраль айында, беҙ августа Өфөгә күсендек. Өс йыл иремдең бер туған апайы Тәнзилә Үҙәнбаевала йәшәнек. Ял көндәрендә өйҙә баҫырлыҡ та урын булмай. Туғандар йыйыла. Бер насар һүҙ әйтеү түгел, ҡырын да ҡарап ҡуймаған Тәнзилә апайға рәхмәтлемен. 2006 йылда, ниһайәт, үҙебеҙҙең фатирға күстек», – ти Рәмилә ханым.
Баш ҡала үҙенә һыйындырыр алдынан түҙемлектә, ныҡышмалыҡта һынап алыусан. Үҙәнбаевтар ҙа төпләнеп китер алдынан эштәре менән таныла. Әлдә балалары аҡыллы, бәләсел түгел, тырышып белем ала, үҙ аллы булып үҫә. Әлеге көндә Салауат «ЮТЕЙР» авиакомпанияһында – бортпроводник, ә Ләйсән Санкт-Петербургта акушер-гинеколог булып эшләй. Рәмиләнең кесе туғандарымды ҡарай алмаҫмын тигән борсолоуҙары юҡҡа була. Юлай ҙа, Рәмилә лә туған айырмай. Бер бөтөн, бер-береһенә терәк булып, бер төптән егелеп, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға.
Бала – бауыр ите
Өфөгә килгәс тә, республика кардиология диспансерында эшләп йөрөгән Рәмилә эстракорпораль аталандырыу бүлеген асыу хаҡында һүҙ алып барғандарын ишетә йөрөй. Ошо эште тап үҙенә етәкләргә тәҡдим иткәстәр, ҡаушап ҡала. Көсөм етмәҫ, тип уйлай. Ҡайтҡас, тормош иптәше менән кәңәшләшә. Юлай Хәмит улы дәртләндерә, баш тартмаҫҡа күндерә.
Бүлекте булдырыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү кеүек бихисап һорауҙарҙан башланып китһә лә, ул – тәүге юл ярыусы, беренсе эмбриолог. Мәскәүҙә, сит илдә уҡып ҡайтыу ышаныс өҫтәй. «ЭКА беренсе тапҡыр үткәрелгәндә, һәр аҙымды эҙмә-эҙлекле, минутлап һанап әҙерләндек. 25 процедура үткәреп, күрһәткесебеҙ буйынса сит илдәрҙән ҡалышманыҡ: һөҙөмтә 31% тәшкил итте. Әлеге көндә беҙҙең беренсе балаға 11 йәш тулды. Бүлек ойошторолоуының 10 йыллығын билдәләгәндә, ул байрамда шиғыр һөйләне. 2006 йылдан алып күп кенә ғаиләне бәхетле иттек. Өйләнешкәс, ғаиләлә сабый тыуырға тейеш. Балаһыҙ тормош бушҡа үткән кеүек. Уларҙың ҡыуаныстарына шатланабыҙ. Әлеге көндә түлһеҙ ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү күпкә яҡшырҙы. Элек дәүләттән 100-әр квота бирелә ине, быйыл – 1500, икенсе йылға 2000-гә етәсәк. Хәҙерге йәштәр иң тәүҙә белем ала, карьера төҙөй, фатир мәсьәләһен хәл итә, сәйәхәт ҡыла – шуларҙы үтәгәс кенә тормошҡа сығыу яғын ҡарай. Ул ваҡытта инде бала табыу һәләте, ауырға ҡалыу ихтималлығы кәмей. Элек ЭКА-ға 34 – 35 йәшлектәр мөрәжәғәт итһә, хәҙер 26 – 27 йәшлектәр ҙә килә.
...Ирҙәр донор булырға аҡса өсөн ризалаша. Уларҙы ла бөртөкләп табабыҙ. Күптәр түлһеҙ икәнен белмәй йөрөй. Спермограммаларын тапшырғас, енси күҙәнәктәре юҡлығы асыҡлана. Ошондай ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн донорлыҡ банкы булдырылды. Кандидат итеп юғары уҡыу йортонан бер айҙа 17 студентты саҡырҙыҡ, уларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә киләсәктә икәүһенә донор спермаһы кәрәк булыуы асыҡланды. «Атай» һайлағанда төҫ-фиғеленә ҡарайбыҙ, уртаса стандарттарға тап килтерергә тырышабыҙ. Бөтә кәрәкле күрһәткестәр буйынса үтһә, генетик консультацияға ебәрәбеҙ. 50-нән икәүһе генә яраҡлы булыуы мөмкин. Аллаһы Тәғәлә ярҙам итеп, фенотип үҙенсәлектәр буйынса үҙ аталарына оҡшаған бала ебәрә», – ти Рәмилә ханым. Эше хаҡында ул илһамланып һөйләй. Күңел һалып, яратып башҡарған шөғөлөң булыуы – үҙе бер бәхет!
Һүҙ ҡеүәте
«Элек-электән ғаиләлә бала булмаһа, ҡатын-ҡыҙ ғәйепле һаналған. Ирҙәрҙең түлһеҙлеге дөрөҫ туҡланмауҙан да килә. Ир-егеттең бил үлсәме 92 сантиметрҙан ҡалынайһа, тестостерон гормоны кәмей, был үҙ сиратында түлһеҙлеккә дусар итә. Һыра, спиртлы эсемлектәр, тәмәкенең кире тәьҫире хаҡында һөйләп тә тормайым. Экологик шарттар, химик бысраныу, пестицидтар, радиация, компьютер, телефондар зарары шикһеҙ. Ир-егеттәрҙең репродуктив ағзаларына юғары температура насар тәьҫир итә. Автомобилдәрҙә йылытылыусы креслолар, мунса, эҫе сауна менән мауығыу, спорт менән шөғөлләнмәү, енси бәйһеҙлек түлһеҙлеккә килтерә. Дауаланмаһалар, йоғошло ауырыуҙар хроник төргә күсә. Енси тормош менән бер йыл йәшәп тә, ҡатын ауырға ҡалмаһа, тикшереү үтергә кәрәк. Сәбәбе ирҙә түгел икән, ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы тикшерелә. Ғәҙәттә, ғаиләлә түлһеҙлек булһа, ҡатын-ҡыҙ бөтә анализдарын биреп бөткәс кенә, ирен арҡан менән һөйрәп тигәндәй алып килә. Ирҙәрҙе тикшереү еңелерәк, шуға ла тәүҙә уларҙан башларға кәңәш ителә. Ҡайһы ваҡыт психологик түлһеҙлек була. Ундайҙар менән бер һөйләшеү етә. Ҡайғыларын уртаҡлашып сығып китәләр ҙә икенсе айында, ауырға ҡалдыҡ, тип ҡыуанып шылтыраталар. Һүҙ ҡеүәте микән?» – ти табип.
Ҡиммәтле бүләк
Бүлек асылғас та, түләүле дауалау, тикшереүгә рөхсәт бирелмәй. Дүрт йылдан һуң ғына пациенттар һорауы буйынса ундай мөмкинлек асыла. «Беҙҙең маҡсат аҡса эшләү түгел. Эмбриондар үҫешкәндә әсәнең бала ятҡылығында ниндәй шарттар булһа, биш көндөң һәр береһендә температура, газ, дымлылыҡ шул миҡдарҙа күҙәтелергә тейеш. Енси күҙәнәктәр, эмбриондар менән эшләгән һәр бер манипуляция өсөн материалдар бер тапҡыр ҡулланылғас та ташлана. Эмбриондар үҫешһен өсөн махсус культураль средалар Даниянан һатып алына. Был, һис шикһеҙ, ҡыйбатҡа төшә. Үҙҙәре түләй алмағандар өсөн хөкүмәт аҡса бүлә.
ЭКА-ға килер алдынан күптәр уйланып йөрөй. Бәлки, шулай кәрәктер ҙә. Кеше психологик яҡтан да өлгөрөргә тейеш. Ыңғай һөҙөмтәгә көйләнгәндәр, ысынлап та, уңышҡа өлгәшә», – ти Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы. Ошоларҙы тыңлағас, бала, ысынлап та, Аллаһы Тәғәләнән бирелгән ҡиммәтле бүләк икәненә төшөнәһең.
Табипты борсоған мәсьәләләр
Хәҙерге заманда ҡыҙҙарға пар табыуы ҡыйын. Юғары белемле, бөтә яҡтан да тап килгән йәр көтөп ғүмерҙәрен уҙғарып, ҡыҙлыҡтарын хатта табиптарҙан алдырғандар менән енси бәйһеҙлек арҡаһында түлһеҙ ҡалғандарҙы бер маҡсат берләштерә – улар бала теләй.
«Пар таба алмағандар йәл, әлбиттә. Әммә ҡырҡҡа еткәнсе көтөп ултырырға ярамай. Йәшәйештең дауамы булырға тейеш. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйға ҡурҡып түгел, ҡыуаныс итеп ҡарарға өйрәтмәгәнлектән дә киләлер ул. Тәүәккәлләп килгәндәр тиҙ генә ауырға ҡала. Йөклөлөктө лә еңел үткәрә. Сәләмәт бала табыу өсөн үҙ һаулығыңды алдан ҡайғыртырға кәрәк. Иң тәүҙә, енси юлдарҙың таҙа булыуы шарт. Күп осраҡта түлһеҙлектең сәбәбе – аборт яһатыу. Был хаҡта әсәйҙәргә ҡыҙ бала менән тартынмай алдан һөйләшеүҙәр алып барыу мотлаҡ. Күремдең ҡасан килерен бала белергә тейеш. 17–18 йәш тулып китә, ә ҡыҙ баланың күреме юҡ. Был осраҡта гормондарын көйләү талап ителә. Ҡатын-ҡыҙ – генетик банк ул. Гүзәл затҡа йомортҡалыҡ тыумыштан һалына. Ир-егеттәрҙең енси күҙәнәктәре 72 көн һайын алышынып торһа, ҡатын-ҡыҙ тыумыштан бирелгән запасын сарыф итә, ғүмер дауамында яңылары барлыҡҡа килмәй. Спиртлы эсемлектәр ҡулланһа, тәмәке тартһа – беренсе сәп йомортҡалыҡ. Эмбриолог булараҡ әйтәм, яман ғәҙәтле ханымдарҙың эмбриондары сифаты түбән», – быныһы ла уның борсолоуҙары.
Рәмиләне, ЭКА – Хоҙайҙың ихтыярына ҡыҫылыу, тигән ҡараш һағайта. Уның ихтыярында булмаһа, бер япраҡ та һелкенмәй. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән ярала ярҙамсы юл менән табылған сабыйҙар ҙа. Ошо балаларҙан изгелектәр күреп ултырырға яҙһын ата-әсәләренә, тип теләй ул һәр ваҡыт.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ