Рух тәрбиәсеһе

Рух тәрбиәсеһе«Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аға. Ҡайһы ваҡыт миңә актриса булырға тура килә, әммә уның өсөн алҡышлауҙар көтмәйем. Ирекһеҙҙән үҙемдә рәссамлыҡ һәләттәремде таныһам да, картина­ларым күргәҙмәләргә ҡуйылғаны юҡ. Табип тәүәккәллеген алып, бәләкәй генә кешеләрҙең күңеленә операция яһағанға ла рәхмәт һүҙҙәре ишеткәнем булманы. Әммә беҙҙең республикала йәшәгән барлыҡ халыҡтар ҙа башҡорт телен, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тормош-көнкүрешен, йолаларын, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙәрен, уларға ҙур хөрмәт менән ҡарауҙарын теләйем», – ти Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова.

Эй, мәктәбем, белем усағы!
Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты 1996 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың көнбайыш төбәге балалары өсөн ишектәрен аса. Егерме йыл эсендә тотош республикала, хатта Рәсәй күләмендә алдынғы белем биреү усағы дәрәжәһенә етә. Бөгөнгө көндә яңы корпустарҙа уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәрен алып барыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Заман талап­тарына яуап биргән уҡыу кластары, китапхана, музей, көндөҙгө стационар, процедура һәм теш дауалау кабинеттары, спорт, бейеү һәм тренажер залдары, 200 урынлыҡ ашхана, тәрбиәләнеүселәр өсөн ике-өс урынлыҡ йәшәү бүлмәләрен ҡарап сығып хушландыҡ. Ҡыш килгәндә боҙ-ҡарҙан яһалған һындарға кеше ҡулы тыуҙырған әкиәт донъяһы тип һоҡланһаҡ, йәйен гөл-сәскәгә күмелгән, теплицаһы мул уңыш биргән мәктәп алды баҡсаһына хайран ҡалдыҡ. Уҡытыусылар әйтеүенсә, һәр кемдең үҙ майҙансығы бар, сәскәне һәр ҡайһыһы үҙе сәсеп бағып үҫтергән.

Рух тәрбиәсеһеГимназия Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Әлшәй, Туймазы, Миәкә, Бүздәк, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Бөрйән райондарынан 520 баланы быйыл да ҡабул итергә әҙер. Башланғыс кластар – ун өс, быйыл беренсе класҡа килеүселәр һаны артҡас, тағы дүртәүен асырға мәжбүр булғандар.

Етәкселек һәм татыу коллектив белем биреү сифатын үҫтереү, талантлы балалар тәрбиәләү, башҡорт мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен уҡытыу, рухи йәдкәрҙәребеҙ менән таныштырыу, милли үҙаң, тыуған ергә һөйөү уятыу өҫтөндә ҙур эш алып бара. Дәрестәрҙе республиканың иң яҡшы педагогтары – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, БР мәғариф отличниктары бирә. «Уҡытыусыларҙың берҙәм коллективы – мәктәбебеҙҙең төп ҡаҙанышы. Оҙаҡ йылдар дауамында бер командала үҙ һөнәре оҫталары фиҙакәр хеҙмәт итә. Тап улар балаларға юлында осраған кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙамлаша, дуҫлашырға, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә өйрәтә, яҡты киләсәктәренә өмөт уята. Улар – үҙенсәлекле методик табыштары үҙ емешен биргән мәғариф алдынғылары. Дүрт тиҫтәгә яҡын белгесте берләштергән коллективта эшенә илке-һалҡы ҡарағандар юҡ: уңыштарыбыҙ ошо хаҡта һөйләй, – ти директор Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Гимназияла уҡыусыларҙың һәләтен асыу өсөн мөмкинлектәр күп. Шулай тигәндә, төрлө өҫтәмә курс, факультативтарҙы күҙ уңында тотабыҙ, улар ирекле шарттарҙа, шуға ла бик ҡыҙыҡлы үтә. Гимназияла барыһы ла тик балалар өсөн эшләнә, мәктәп менән идара итеүҙә уҡыусылар ҙа туранан-тура ҡатнаша, улар ваҡыттарын файҙалы ойоштора һәм үҙҙәрен камиллаштырырға өйрәнә. Белем алыусы балалар ҙа район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, бәйге-конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Мәғариф учреждениеһының уҡытыу барышында заманса мәғлүмәт технологиялары, сәләмәтлекте һаҡлаусы һәм инновацион проекттар файҙаланыла».

Һуңғы йылдарҙағы уңыштарын алғанда, гимназия «Рәсәй почет таҡтаһы» Федераль электрон реестрына индерелә, Башҡортостан Республикаһы туған телде өйрәнеүсе инновацион дөйөм белем биреү учреждениеларының III слеты еңеүсеһе тип табыла. «Иң яҡшы сайт» Бөтә Рәсәй конкурсының «Школяр» номинацияһында тап Бәләбәй башҡорт гимназияһы алға сыға. «Азамат» республика сәнғәт фестивалендә I урын, «Рәсәйҙең алдынғы белем биреү учреждениелары» Милли реестрына индерелеүе кеүек уңыштар – коллективтың ныҡышмалы хеҙмәт емеше.

Йыл да гимназия «Цифрлы быуат мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурсында, Ю.А. Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһы кеүек белем биреү һәм патриотик рухта тәрбиәләү проекттарында, «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы» республика бәйгеһендә әүҙем ҡатнаша. Шуныһы һөйөнөслө: быйыл гимназия республиканың 41 белем усағы араһында «Иң яҡшы мәктәп» номинацияһында Гагарин кубогына лайыҡ була. Ҡала көнө – һабантуйҙа һәр йыл мәктәптәр ярышы үтә – быйыл гимназия «Иң алдынғы белем биреү усағы» исемен яулаған.

Республика, төбәк-ара, халыҡ-ара сараларҙы тап ошонда үткәреүҙе ҡулай күрәләр. Уның базаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының республика кәңәшмәһе, ШОС һәм БРИКС илдәренең милли мәҙәниәттәр фестивале, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын тәрәндән төшөндөрөүҙе маҡсат иткән «Йәйләү», инглиз телен һәм менеджментты өйрәнеү Халыҡ-ара йәйге лагерҙары ойошторолған, «Бөтә донъя диалогтары контексы»нда Халыҡ-ара Мәғариф һөнәри компетентлыҡ проекты тормошҡа ашырылған.

Башҡорт гимназия-интернаты ғилми-тикшеренеү майҙансыҡтары үҙәгенә лә әүерелгән: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге менән берлектә физиканан «Уҡыусыларҙың техник һәләттәрен үҫтереү», БР Мәғарифты үҫтереү институты менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән «Күп мәҙәниәтле мөхиттә креатив шәхес тәрбиәләү», М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә лингвистик фәндәрҙә танып белеү һәм аралашыу һәләтен, башланғыс класс уҡыусыларының ижади мөмкинлектәрен үҫтереү буйынса саралар тап ошонда уҙа.

Ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ҡатнашлығында «Шәжәрә байрамы», «Ҡаҙ өмәһе», «Ҡарға бутҡаһы», «Өләсәйем һандығы», «Нардуған», «Бәпес туйы», «Аулаҡ өй», «Кәкүк сәйе», «Һабантуй» кеүек милли байрамдар ойоштороу традицияға ингән.

…Ижад менән мауыҡҡан уҡыусылар өсөн «Ынйылар» исемле гәзит сыға. Уның һәр һанын уҡыусылар гимназияның сайтынан уҡып бара. Шулай уҡ телестудия булдырылған. Гимназистар төшөргән фильмдар ҙур популярлыҡ яулай. «Уйланылмаған аҙым» фильмы «Бронза Витязь» халыҡ-ара кинофестивалендә донъяның ете иленән килгән эштәр менән бер ҡатарҙан күрһәтелгән, «Бейеүсе гимназистка» проекты «КРИТ-2017» мәғлүмәт технологиялары бәйгеһендә «3Д графика» номинацияһында еңгән. Республика «Толпар» теле-кинофестивалендә «Иң яҡшы анимацион фильм» номинацияһында «Йәшәһен тыныслыҡ!» фильмы юғары баһаға лайыҡ булған.

Тән сәләмәтлеген ҡайғыртыу, спортҡа ылығыу ҙа хуплана бында. Төрлө ярыштарҙа гимназистар бик теләп ҡатнаша. «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән «Һаҡсылар, алға!» Бөтә Рәсәй спорт-белем биреү уйындарында республика намыҫын тап Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары Эльвира Тимерхан ҡыҙы Алдарова, Рузилә Риф ҡыҙы Баймиева, Резида Миңнетдин ҡыҙы Тимербаева етәкселегендәге уҡыусылар командаһы яҡлауын директор ғорурланып һөйләй.

«Дарман» ҡурайсылар, «Һылыуҡай», «Умырзая» вокаль ансамблдәрендә, «Ынйы» бейеү төркөмөндә, «Аманат» тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә, милли, грек-рим көрәш секцияларында уҡыусылар бик теләп шөғөлләнә.

Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса Әлшәй һылыуы Гөлнара Ғәзим ҡыҙы Хоҙайназарова, тәрбиә эштәре буйынса сығышы менән Дәүләкән районынан Нәзирә Хисаметдин ҡыҙы Фәрхетдинова, фән буйынса Белорет районы ҡыҙы Зөлфиә Нурулла ҡыҙы Ғилманова һәм хужалыҡ эштәре буйынса Йәрмәкәй егете Мурас Мусуфулла улы Гәрәев кеүек янып торған урынбаҫарҙар булғанда, гимназия тормошо гөрләп алға бара, ти директор.

...Гөл-сәскәгә күмелеп ултырған белем усағы егерме беренсе тапҡыр яңы уҡыу йылын ҡаршылай, күңелдәрҙе елкендереп, тәүге ҡыңғырау моңо яңғырай. БР Мәғариф отличнигы Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинованың һәр башланғысты төплө уйлап күтәреп алыуы, дәрт-дарман менән тотоноп, ҡулы аҫтындағыларҙы илһамландырыуы, уның хужабикәләрсә хәстәрлеге, әсәйҙәрсә яғымлылығы гимназия тормошон илаһи бер нур менән балҡыта.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Бәләбәй ҡалаһы.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook