«Ҡыҙым бар, усағымда ҡуҙым бар!»
Таңсулпандың әле усында ҡуҙ баҫырыр сағы. Санкт-Петербург кино һәм телевидение университетын тамамлап, режиссер һөнәрен алып сыҡҡан ханым үҙенең яҡты хыялдарын ғәмәлгә ашырырға, тормошто йәйғор төҫтәрендә күрергә һәм кешеләргә лә шул бәхетен өләшеп ҡалырға ашыға.
Башҡорт халыҡ медицинаһы тураһында мистик фильм төшөрөлөүе, әлегә нәфис-документаль фильм «Тәбиғәт балалары» тип аталыуы, проекттың идея авторы һәм режиссеры тележурналист һәм режиссер Таңсулпан Ильясова булыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ.
Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында «Ҡәҙерле әсәй» сараһын ойоштороусы ла Таңсулпан Фәнил ҡыҙы ине. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, театр һәм кино артистары, эшҡыуар һәм етәксе ҡатын-ҡыҙҙар әсәлектең ниндәй ҙур бәхет икәнен тап ошо сарала асыҡ тойҙо. «Акция әсәйҙәрҙең мәртәбәһен күтәреүгә, әсәлектең гүзәллеген билдәләүгә йүнәлтелгән. Матурлыҡтың стандарттарҙа түгел, ҡатын-ҡыҙ асылында икәнен дәлилләү һәм күрһәтеү», – тигәйне Таңсулпан.
Үҫешкә илткән баҫҡыстар
Рухи үҫеш, тәрәнәйеү йыш ҡына үҙ өлкәңдә ышаныслы аҙымдар яһағандан һуң килеүсән. Ижад кешеһенең өлгөрөүе, емеш биреүе өсөн белем дә, тойомлау ҙа, заман заңының йөрәгеңде ярып үтеүе лә кәрәк. Тап ошо юҫыҡта, халыҡ имселәре хаҡында фильм төшөрөү нигеҙендә тарих, халыҡтың психологияһы менән тәрәндән ҡыҙыҡһыныу ята.
Таңсулпан көҙ тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим итәсәк фильм геройҙары – халыҡ табиптары – быуын ултыртыусылар, үлән, бал, ҡымыҙ менән дауалаусылар, арбаусылар, өшкөрөүселәр, күрәҙәлек ҡылыусылар. Ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, тирегә төрөү кеүек алымдарҙың әле лә йәшәүе режиссер-документалист өсөн бик ҡыҙыҡлы. Бер нисә йылдан был күренеш юғала ҡалһа, таҫманың әһәмиәте артасағы асыҡ билдәле. Таңсулпан Ильясованың консультанты булып профессор, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова сығыш яһай.
Халыҡта имсе, күрәҙәсе данын алған Әхмәтйән олатай, Наза апай, үләндәрҙе төтәҫләп дауалаусы Земфира ханым ҡыйын хәлгә ҡалған геройҙарға ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләшә. Мәҫәлән, бер егет, теләһә лә, бер нисек тә өйләнә алмай. Һәр апрель һайын дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы ташлай. Фильм төшөрөүселәр, уға ҡағылышлылар тәүге көндән үк ҡыҙыҡлы ваҡиғалар солғанышында ҡала. Егеттең төндә элеүле торған көҙгөһө төшөп китеп селпәрәмә килә. «Фильмдың нимә менән тамамланыуын үҙем дә белмәйем. Белһәм, режиссер булмаҫ инем», – тип йылмая Таңсулпан. 27 көн төшөрөлгән кадрҙарҙы 45 минутлыҡ фильмға һыйҙырырға кәрәк. Йоҡоһоҙ төндәр, ижади эҙләнеүҙәр алда әле. Фильм төшөрә башлағас та өйҙәренең ҡыйығы өҫтөндә ике йәйғор ҡалҡыуын күҙәтеүҙәре бәхетле осраҡ түгел, ә тап күктәр фатихаһы тип ҡабул ителә.
Матурлыҡ күңелдә ярала
«Ҡатын-ҡыҙ нисек бар, шулай матур булырға тейеш. 52-се үлсәм кейемдә лә үҙен ҡараған, яратҡан, төҫ-ҡиәфәтенең яҡшы булыуын алға ҡуйған ҡатындарҙы беләм. Анфиса Чехова үҙен нисек бар, шулай ярата, әммә шул формаһын тотоу өсөн тырыша. Кәртинкә кеүек һылыу ҙа үҙен бәхетле тоймауы бар. Йәшерәк сағымда, аяҡтарың тулы, ҡыҫҡа итәк кеймә, тип киҫәтеүҙәрен иҫләйем дә, уҫал теллеләрҙең юрамал да әйтеүҙәре башыма ла инеп сыҡмаған, тип көләм. Үҙеңде нисек бар, шулай ҡабул итергә, әммә һәр ваҡытта ла ҡиәфәтеңә иғтибарлы булырға кәрәк. Шунда ғына башҡалар ҙа һиңә һоҡланыр», – ти Таңсулпан Фәнил ҡыҙы.
Ҡыҙ балаларҙы бәләкәйҙән матур булырға, үҙенән оялмаҫҡа өйрәтеү мөһимлеген аңлап, ул кескәйҙәр менән шөғөлләнә башлай, студия аса. Сәхнәлә үҙҙәрен нисек тоторға оҫталыҡ дәрестәре бирә.
Тулы ҡатындарға ла үҙ-үҙҙәренән тартыныу, оялыу кеүек сифаттарҙы алып ташлап, тәбиғилекте өҫтөн ҡуйырға саҡыра ул. Тәбиғи матурлыҡ, олоғайыу билдәләре – йыйырсыҡтарҙан, башҡа кәмселектәрҙән тартынмай, үҙен нисек бар, шулай ҡабул итеү, яратыу – донъя кимәлендә лә күпселектә яҡлау таба барған йүнәлеш. Иң мөһиме – гүзәл зат мөхәббәтле булырға, үҙенән кәмһенмәҫкә, үҙен түбәнһетмәҫкә тейеш.
Таңсулпан туҡланыу рационынан ҡайһы бер зарарлы аҙыҡтарҙы бөтөнләй төшөрөп ҡалдырған. Әммә, матур булайым тип, үҙеңде аслыҡ менән яфалау, туҡтауһыҙ диеталарҙа ултырыу яҡлы түгел. Дөрөҫ туҡланыу зарурлығын өҫтөн күрә.
Ер йөҙөндәге иң матур ҡатын кем тип һораһаң, күптәр Моника Белуччиҙы телгә ала. Ул бер ҡасан да артыҡ ябыҡ йә тулы булмаған. Кешеләр нәзәкәтлекте өҫтөн күрә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә