Бәхет һәр кемдең үҙе менән...
Ғәжәйеп зат инде ҡатын-ҡыҙ: бер кешелә нәзәкәт һәм талапсанлыҡ та, һығылмалылыҡ һәм саялыҡ та, наҙлы күңел һәм һалҡын аҡыл да бергә тупланһын, улай ғына түгел, был сифаттар бер-береһен тулыландырһын әле! Өфө районы Ҡыҙыл Яр мәктәбе директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, өс бала әсәһе Гүзәл Лотфулла ҡыҙы Зөбәйерованың булмышына тап ошондай күркәм сифаттар хас.
Бала саҡ мәңге иҫтә ҡаласаҡ
Ғафури районының Имәнлек тип аталған матур ауылында ун ике балалы ҙур, татыу ғаиләлә кинйә ҡыҙ булып үҫә Гүзәл. «Дүрт апайым, ете ағайым мине ҡурсаҡ урынына күреп үҫтерҙе», – тип көлөп тә, һағынып та иҫкә ала бала сағын. Шулай ҙа күмәк ғаиләлә бер-береңә иғтибар, ихтирам, хеҙмәт тәрбиәһе беренсе урынға ҡуйыла. Фронтовик атаһы, һуғышта бер ҡулын юғалтып ҡайтыуға ҡарамаҫтан, колхоз эшенән бушамай, баш бухгалтер йөгөн тарта. Әсәһе лә йә сөгөлдөр утауҙа, йә колхозсыларға аш бешерә. Балалар бер-берен ҡарап, ололарға ярҙамлашып, эшкә өйрәнеп буй еткерә. «Ун ике бала булһаҡ та, мин үҫкәндә апай-ағайҙарымдың күбеһе үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан ине. Донъялар ҙа бер аҙ бөтәйгән булғандыр. Ә бына апай-ағайҙарым, һикегә теҙелеп ятып йоҡлай торғайныҡ, тип иҫләп һөйләп ала, – тип хәтирәләр ебен таратты әңгәмәсем. – Атай-әсәйебеҙ беҙгә ғүмерлек байлыҡ – матур тәрбиә бирә алған. Әле лә күңелебеҙгә улар һеңдергән ҡанундарға, атай-әсәй васыятына тоғробоҙ. Аралашып йәшәйбеҙ. Йыл һайын 9 майҙа тыуған йортҡа йыйылабыҙ, ҡәҙерлеләребеҙҙең ҡәберенә зыярат ҡылып, изге рухтарына аят бағышлайбыҙ»…
Йәшлек – ҡанатлы осор
Тыуған ауылы мәктәбендә 8-сене тамамлаған Гүзәл үҙен һынап ҡарамаҡҡа ғына Салауат педагогия училищеһына юллана һәм артыҡ ауырлыҡһыҙ студент булып китә. Йәмәғәт эштәре, дуҫтар менән аралашыу, мауыҡтырғыс конкурстар, ҡыҙыҡлы концерттар менән үрелеп барған уҡыу йылдары күҙ асып йомғансы аҙағына яҡынлаша. Бер мәл Гүзәлде ятаҡтың беренсе ҡатына саҡырталар. Төшһә, ниндәйҙер ят егет баҫып тора. «Мин һеҙҙе эҙләп килдем, һеҙ бит Гүзәл Ғөбәйҙуллина булаһығыҙ», – ти йылмайып. «Һеҙ мине икенсе Гүзәл менән бутағанһығыҙҙыр ул», – ти ҡыҙ уңайһыҙланып ҡына. «Юҡ, мин эҙләгән Гүзәл – тап һеҙ», – ти егет икеләнергә урын ҡалдырмайынса. Ә эш бына нимәлә икән. Имәнлек ауылында Ғөбәйҙуллиндарҙың йорто клуб янында ғына була. Мәҙәниәт усағына артистар килһенме, район түрәләре берәй йыйылыш үткәрһенме, һәр саҡ Гүзәлдең әсәһенә – аш-һыуға оҫта Тәслимә апайға алып инәләр. Мул ҡуллы, киң күңелле ҡатындың өҫтәлендә самауыры боһрай, ҡаҙанында тәмле ашы әҙер. Бер мәл райондың комсомол ойошмаһы секретары йөгөн тартҡан Рим атлы егет сәйгә инә. Йәш кеше стенала теҙелеп торған ун ике баланың фотоһүрәтен ҡыҙыҡһынып ҡарап сыға ла иң аҙаҡҡы фото тәңгәлендә туҡтап ҡала. Рәсемдәге томорап торған ҡара күҙле сибәр ҡыҙҙы мотлаҡ табып, танышырға хәл итә. Тәүәккәлләгән – таш ярған, тиҙәр бит, Салауаттағы педучилище ятағына барып, эҙләп таба Гүзәл Ғөбәйҙуллинаны. Әммә уға фотоһүрәттәге сибәркәйгә һис тә оҡшамаған икенсе һылыуҙы күрһәтәләр. «Юҡ, мин эҙләгән Гүзәл был түгел», – ти аптырашта ҡалған егет. Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белер вахтер әбекәй: «Эй, беҙҙә бит тағы бер Ғөбәйҙуллина Гүзәл бар! Моғайын, шуны эҙләйһеңдер һин», – тип егетте дөрөҫ юлға төшөрөп ебәрә. Бына шунан һуң инде ике йәш йөрәктең юлдары мәңге айырылмаҫҡа бергә бәйләнә, көҙөнә тәүәккәл егет бер күреүҙән күңеленә ятҡан һөйгәненә тәҡдим яһай.
Йәшәү йәме, тормош мәғәнәһе – балалар
Бер аҙ Красноусолда йәшәп алғандан һуң, Римдең атаһы – бөтә ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған, фиҙакәр хеҙмәт йылдары дауамында бер нисә хужалыҡты уңышлы етәкләгән Ғәлип ағай Зөбәйеров йәштәргә үҙҙәре янына – Өфө районы Ҡыҙыл Яр ауылына төпләнергә кәңәш итә. Ололар һүҙен тотоп, ер биләмәһе алалар, ҙур итеп йорт һалып инәләр. Тормоштарының йәме булып өс бала – Ләйсән, Тимур, Рөстәм буй еткерә. Ләйсән уҡырға төшкәс, Гүзәл Лотфулла ҡыҙы ла Ҡыҙыл Яр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Көн дә иртәнсәк әсәһе менән апаһына эйәреп, биш йәшлек Тимур ҙа мәктәпкә бара. Ләйсәндең уҡытыусыһы: «Барыбер көн һайын мәктәпкә килә, әйҙә, апаһы янында уҡып ҡараһын», – тигәс, ярай, үҙе ялҡҡансы йөрөр тип, ризалашалар. Шулай итеп, апай менән ҡусты бер класта 11 йыл тырышып уҡып, өлгөргәнлек аттестаты алыуға ирешә. Ләйсән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның сит телдәр факультетын тамамлай. Әлегә бәләкәс улы менән өйҙә ултыра, тормош иптәше Динар – юл төҙөлөшө белгесе. Апаһы менән ярышып белем алған Тимур Өфө дәүләт авиация техник университеты дипломына эйә була. Ул да ғаиләле, кәләше Регина – буласаҡ табибә, йәш ғаиләнең йәме булып Ариана исемле ҡыҙ үҫә. Зөбәйеровтарҙың кинйә улдары Рөстәм автотранспорт колледжында белем ала...
Яратҡан эш, яуаплы вазифа...
Һәр ғәмәлде урын-еренә еткереп башҡарырға күнеккән, ярты юлда туҡтап ҡалыуҙы өнәмәгән Гүзәл Лотфулла ҡыҙы уҡытыусылыҡ эшенә лә ең һыҙғанып тотона. Ҡыҙыл Яр мәктәбендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ та, туған тел булараҡ та уҡытыла. Төрлө милләт балаларына телебеҙҙең бөтә матурлығын, байлығын еткерергә тырыша ул. Тиҙҙән фиҙакәр хеҙмәтенең емештәрен дә татый башлай, республика конкурстарында уңышлы сығыш яһап, «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» бәйгеһенә сығырға батырсылыҡ итә. Унда ла һынатмай, рус телле баһалама ағзалары алдында милли ерлекле белем биреү системаһының бар нескәлектәрен асып биреүгә өлгәшә. Тырыш хеҙмәте РФ һәм БР Мәғариф министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты грамоталары, грант менән билдәләнә. Тартҡан атҡа йөктө лә мулыраҡ тейәйҙәр, тиҙәр бит, 2006 йылда маҡсатҡа ынтылыусан, йөҙөп йөрөп эшләгән мөғәллимәне директор урынбаҫары итеп ҡуялар. Ә инде 2013 йылдан уның нескә иңдәренә Ҡыҙыл Яр урта мәктәбен етәкләү бурысы һалына…
Иңдәрҙе терәп иңгә
Атлайбыҙ яңы көнгә
Комсомол мәктәбен үтеп, етәкселек итеү, кешеләр менән эшләү йәһәтенән байтаҡ тәжрибә туплаған Рим Ғәлип улы донъялар үҙгәреп киткәс тә юғалып ҡалмай. Зөбәйеровтар ең һыҙғанып эшҡыуарлыҡҡа – төбәгебеҙ өсөн ят һаналған йүнәлешкә – бүҙәнә үрсетеүгә тотона. Тәүҙә был шөғөл ике бүлмәле фатирҙа башлана, артабан ҙурыраҡ бинаны ҡуртымға алалар. Бөгөн инде тотош комплексты тәшкил иткән «Бүҙәнә» агрофирмаһында 40 меңдән ашыу ҡош аҫрала. «Башлап ебәргәндә бөтә буш ваҡытыбыҙ, ялдарыбыҙ шунда үтә ине. Себештәр сыҡҡан мәлдә үҙебеҙ бағып, ем биреп йөрөй торғайныҡ. Хатта оло йәштәге ҡәйнәм Фәнүзә Сиразетдин ҡыҙы яндарынан китмәй ҡарашты. Хәҙер күп эште заманса техника башҡара. Бүҙәнәнең ите лә, йомортҡаһы ла диетик аҙыҡ һанала, шуға күрә аллергия, быума сирлеләргә даими ҡулланырға тәҡдим ителә, операциянан һуң организмды тергеҙеү өсөн дә файҙалы. Ғаиләбеҙҙә лә яратып ҡулланабыҙ, дуҫтарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырһаҡ, беҙҙән мотлаҡ бүҙәнә итенән әҙерләнгән ризыҡ көтәләр», – тип иренең ныҡлы терәге, уң ҡулы булған ханым ғаилә бизнесының нескәлектәре менән дә таныштырып үтте. Бөгөн атаһының эшен улдары Тимур лайыҡлы дауам итә, ә Рим Ғәлип улы Өфө районының Цюрупа исемендәге агрофирмаһын уңышлы етәкләй…
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Өфө районы.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.
Өфө районы.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә