Ҡатын-ҡыҙ ҙа тигән мөғжизә!

Ҡатын-ҡыҙ ҙа тигән мөғжизә!Алып барыусы Инга Юмашеваның мөләйем йөҙөн республикабыҙҙа зәңгәр экран аша күптәр танып өлгөргәйне. Ун туғыҙ йәшендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында иғлан ителгән бәйгелә еңеп, республикабыҙҙа эфир йондоҙо булып балҡыған, Рәсәй телевидениеһы киңлектәренә ынтылған, журналист булараҡ Рәсәй Президенты командаһына эләккән, Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Еңеү парадын, Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙы үҙәк канал аша яҡтыртыусы, Кремль һарайында И.Д. Кобзон менән Ҙур концертты алып барыусы ҡыҙ өсөн үткән йыл һынылышлы ла, уңышлы ла булды. Инга Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булып китте. Башҡортостан халҡы уға ышанысын күрһәтте. Кем ул, тип һынабыраҡ күҙәтеүселәр ҙә, матурлыҡ – бөйөк көс, тип, уңыштарында тик тышҡы ялтырауыҡты ғына күрергә теләүселәр ҙә табылды, әлбиттә. Тыумыштан һалынған һәләткә ҡушып, уның бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләүен, инглиз телендә рәхәтләнеп аралаша алыуын, белем эстәүҙәге, фән өлкәһендәге тырышлыҡтарын, рухи эҙләнеүҙәрен, иманлы, тәүфиҡлы булыуын аңлағандан һуң, уға тәрән ихтирам уяна.
Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулай барған Башҡортостан ҡыҙының ныҡышмалығы, ҡуйған маҡсаттарына тоғролоғо, һәр мәлен файҙалы үткәрергә ынтылыуы һоҡландыра.


Һикәлтәле баҫҡыстар
Март – Инга өсөн әһәмиәтле ай. Берҙән, ул ошо матур айҙың ун беренсе көнөндә донъяға килгән, икенсенән, яҙмышының һынылышлы мәлдәре лә тап ошо ваҡытҡа тура килеүсән. Өфөнөң инглиз теле йүнәлешле 39-сы гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университеты гуманитар факультетының «Йәмәғәтселек менән бәйләнеш» белгеслеге буйынса икенсе курста уҡып йөрөгән ҡыҙ телевизор аша осраҡлы ғына БЮТ каналында «Беҙҙең яңы телевидение» конкурсында ҡатнашырға саҡырыу күреп ҡала. «Эстә нимәлер ҡабыныуын тойҙом, ҡыҙыҡһыныуым еңде. Телеүҙәктә береһен дә яҡындан белмәй инем, ҡыҙҙар менән таныштым, улар бәйге шарттарын ентекләберәк әйтте. Һәм бына тулҡынландырғыс һынау ваҡыты. Үҙем менән таныштырҙым, Редьярд Киплингтың «Ҡанун» шиғырын яттан һөйләнем. Иҫ киткес мәғәнәгә эйә шиғырҙың һәр юлы һуңынан тормош этабында асылырын кем белгән?» – тип хәтерләй ул был иҫтәлекле көндө.
Ҡатын-ҡыҙ ҙа тигән мөғжизә!
Тәүге программа яҙыла, уның 1 апрелдә эфирға сығырға тейешлеге беленә. Инга конкурста ҡатнашыуы хаҡында яҡындарына өндәшмәгән була. Еңеүсе телевизор ҡарау­сыларҙың пейджер, телефон, смс аша тауыш биреүе менән билдәләнә. Яҡындары 1 апрель шаяртыуы тип ҡабул итһә лә, бына ул эфирҙа! 100 бәйгесе араһынан башта унауһын, аҙаҡ бишәүһен һайлап алалар. Финалда яңылыҡтар программаһы буйынса һынау тотҡан Инга проекттың еңеүсеһе тип табыла. Әлбиттә, был телевидениеға эшкә алыныуҙы аңлатмай әле. Оҫталыҡ буйынса эшләргә, телмәрҙе камиллаштырырға тип ҡыҙыҡай йәйге каникулдарында Нил Ғаяз улы Дистанов һабаҡтарын ала. Тиҙәйткестәр ятлау, тын алыу, текст уҡыу логикаһын үҙләштереү, баҫым яһау – тотош бер сәнғәт серҙәренә төшөнөү өсөн ҡыҙыҡай барлыҡ көсөн һала. Шулай итеп, 2004 йылдың 22 сентябрендә тәүге тапҡыр эфирға сыға. Ике йыл буйына уҡып та, Башҡортостан телевидениеһында эшләп тә йөрөп, журналист, алып барыусы нескәлектәренә төшөнә. Иртән телеүҙәккә килеп «Яңылыҡтар» тапшырыуын үткәреп, Черниковка биҫтәһендәге университетҡа беренсе лекцияларға ла өлгөрә. Йоҡоға ваҡыты самалы ҡалыуын күргән әсәһе, ҡыҙының һаулығы өсөн борсолоп, ризаһыҙлыҡ та белдереп ҡарай, әммә Инга эштән биҙмәй. Тағы ла бер март етә. Һылыу тыуған көнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Ҡунаҡтар ҙа саҡырыла. Әммә алып барыусылар араһынан үҙәк телевидениела үтәсәк семинарға тап үҙен һайлауҙарын ишеткәс, тыуған көн үткәреү урынына, Мәскәүгә оса.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Инга Юмашева




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook