Бер япраҡ саҡлы ғына

Бер япраҡ саҡлы ғына
Ер йөҙөндәге һәммә күренеш үҙ-ара тығыҙ бәйле, һәр ғәмәл, ҡасан да булһа, ағымдағы ваҡиғаларға ыңғай йә кире йоғонто яһап, киләсәккә ойотҡо һала, бер һүҙ менән әйткәндә, япраҡ һелкенеүенең дә үҙ мәғәнәһе бар. Мең ҡыуаныс вә әрнеү аша үтеп, байтаҡ күңел ҡайтыуҙарын һәм һанап бөткөһөҙ илһамлы минуттарын да кисереп, инде ғүмеренең олпат миҙгеленә аяҡ баҫҡан ҡәләм оҫтаһы, билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙ журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Фәүзиә ЛАТИПОВА үткән юлдың һәр боролошонда был хәҡиҡәт үтә лә асыҡ сағыла.


Күңеле – халыҡта

Ғүмерҙең «хаҡлы ял» тигән өлөшөнә һәр кем үҙ юлы менән рух вә зиһен байлығын йөкмәп килә. Шөкөр, был байлыҡты Фәүзиә ханыма Хоҙай мул биргән. Ҡырмыҫҡалы районындағы Ибраһим ауылында өй һалып, баш-күҙ алғас, ул иң әүәл урындағы мәктәпкә юл тота. Ябай ҡыҙыҡһыныу түгел, күңел талабы әйҙәй уны. Ә күңеле уның күптән инде халҡы менән бергә тоташҡан. Үткән быуаттың 20-се йылдарында уҡ Рабиға Ҡушаева башланғысында нигеҙ һалынып, репрессия һәм унан артабанғы йылдарҙа һүнеп ҡалған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтен арҙаҡлы ғалимәбеҙ, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Нәжибә Мәҡсүтова илебеҙгә ябырылған тағы бер ауыр, халыҡ талонға ғына көн күргән заманда, йәғни 80–90-сы йылдарҙа яңынан дөрләтеп ебәрә. Фән, мәҙәниәт, сәйәсәт күгендә һәм ил яҙмышында бер-бер артлы балҡый барған шәхестәр Фирҙәүес Хисамитдинова, Гүзәл Ситдиҡова, һуңғы ете йыл дауамында Розалия Солтангәрәева, Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы тоҡандырған ялҡынды мираҫ итеп алып, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (Конгресы) эргәһендәге Республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен уңышлы етәкләй. Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы ла ил, тел, милләт мәсьәләләре хәл ителгән хәрәкәттең уртаһында ҡайнай. Ибраһимда төйәкләнгәс, ауыл кешеләрен йәмғиәт эшмәкәрлегенә яҡынайтыуҙы үҙенең бурысы итеп күрә. Йөрәк талабын тойоп килгән апайҙы педагогик коллектив борсолоуҙары менән ҡаршы ала. Ун биш йыл элек кенә ун бер синыфҡа 100-ҙән ашыу баланы ҡосағына һыйҙырған мәктәп, әсе теллеләр нарыҡлауынса, «яптимизация» шауҡымына эләгеп, дүрт йыллыҡҡа ҡалдырылған, етмәһә, бөгөн бөтөнләй ябылыу алдында икән. Боронғо йомран ырыуының нигеҙен тотоп торған, илгә исемдәре киң билдәле Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Рәүилә Хажиева, Тимерғәле Килмөхәмәтов кеүек ҙур шәхестәр үҫтергән ауылдың милли мәктәптән яҙырын, тимәк, милли телде юғалтырын күҙ алдына килтереүе лә аяныс. Тик тарих тәгәрмәсенә таяҡ тығып булмай шул. Ошондай упҡын ҡосағында балалар баҙап ҡалмаһын, бәләкәс йөрәктәрҙә туған телгә һөйөү һүрелмәһен өсөн ни эшләргә мөмкин, тип уйлана ветеран. Аҙ ғына булһа ла ярҙамым теймәҫме тип, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҡшы уҡыған, туған тел буйынса бәйгеләрҙә ал бирмәгән өс уҡыусыға үҙенең журналист премияһын булдыра.
Бер япраҡ саҡлы ғына
Ибраһим ауылы балаларының биш саҡрымда ятҡан һәм уҡыу рус телендә алып барылған Һәүәләй мәктәбенә күсеүенә өсөнсө йыл. Унда башҡорт теле дәүләт теле булараҡ, йәғни аҙнаһына ике сәғәт өйрәнелә. Туған теленең киләсәге өсөн янған Фәүзиә апай премияһын бында күсерә. Уҡыу йорто директоры Наталья Мөслим ҡыҙы Әхмәтова ошо хаҡта бына нимә ти: «Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы мәктәп тарихына тағы бер яҡты бит булып ҡушылды. Премия биреү башҡорттар менән бергә татар, сыуаш һәм башҡа милләт балаларын да дәртләндерҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә иғтибар ныҡ көсәйҙе. Маргарита Стеля тигән ҡыҙыбыҙҙың әҙәби текстарҙы башҡортсанан руссаға ауҙарыу менән ҡыҙыҡһыныуы олимпиадала ҡатнашыуға юл асты, икенсе йыл инде бүләктәр алып ҡайта. Алина Исмәғилева иһә быйыл да икенсе урын яуланы. «Беренсе урын алғансы тырышасаҡмын», – ти ул.

Фәүзиә ханым бының менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Кешеләрҙең йәшәйеше-булмышын нығыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн урындағы хакимиәт, депутат, полицияның участка хеҙмәткәре ойошторған йыйылыштарға йөрөй, халыҡтың фекерен тыңлай. Ябай, киң күңелле, ихлас, төҫкә лә матур халыҡ йәшәүен журналист тиҙ күреп-һиҙеп ала. Тик ауылдың ҡартайыуға табан барыуы ныҡ һиҙелә. Баш ҡала ҡул һуҙымында ғына булғас, йәштәрҙең мәктәпте тамамлар-тамамламаҫтан уҡ шунда ынтылыуын да ғәйепләп булмай. Ҡайһы бер ғаиләләрҙең матди хәле лә борсой Фәүзиә Шәғәли ҡыҙының тынғыһыҙ йәнен. Ундайҙарға ҡалалағы таныш-белештәренән таҙа кейем-һалым йыйып таратып бирһенме, башҡорт матбуғатын онотоп ебәреүселәрҙе гәзит-журналдарға яҙҙырһынмы, район хакимиәте ярҙамында «йәшел йылан дуҫтарын» Ырымбур өлкәһенә дауалауға алып барһынмы, тағы әллә күпме изгелектәр эшләп өлгөрә Фәүзиә апай. Шуға уны сираттағы йыйылышта ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро етәксеһе итеп ҡуялар.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ Фәүзиә Латипова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook