БӘХЕТ– КЕШЕЛӘРГӘ КӘРӘК БУЛЫУ!
«Йәшерәм, йәшерәм яулығымды йәшел ҡайын артына», – бала саҡта яратҡан уйындың һамағын иҫләйһегеҙме? Кемдер яулыҡты йәһәт кенә аңғарып ҡала, кемеһелер маяның эргәлә генәлеген белмәй-тоймай отола. Берәүҙәр өлөшлө була, икенселәр булғанын да юғалта. Тормошта ла шулай, яҙмыштар бер-береһенә оҡшамай, бәғзеләр һиҙгер һәм сос булып, йәһәт кенә ишен таба, донъяһын ҡора, ә ҡайһы берәүгә, бик теләһә лә, һис яйы сыҡмай, яңғыҙлыҡтан ҡотола алмай.
...Белорет ҡалаһында Айгөл Ниғмәтуллина ойошторған «Аулаҡ өй» – шул ҡуласанан сыға алмаған бик күп яңғыҙаҡтың бәхетенә ишек асҡан, парлы ғүмерҙәр насип иткән изгелекле ойошма. Таныштырыу клубының даны Башҡортостанға ғына түгел, хатта күрше Силәбе өлкәһенә лә таралған. Димселәр күп беҙҙә, әммә береһе лә Айгөл Батыр ҡыҙы һымаҡ ҡауыштырған парҙарының күплеге менән маҡтана алмай. «Аулаҡ өй» барлыҡҡа килгәндән аҙаҡ республикала оҡшаш 18 ойошма асылып кире ябылған. Ике йыл дауамында Башҡортостан яусылары араһында Гран-при яулаусы, дүрт йылда 216 парҙы табыштырыусы һылыуҙың уңыш сере нимәлә һуң?..
... Йәштәр киске уйындарҙа таныша. Ә бына урта йәштәрҙәге ханым йә ир-ат ҡайҙа бара ала? Дискотекала сәйер күренәсәк, унда башҡа быуын кешеләре. Ә «Аулаҡ өй»гә төрлө йәштәгеләр килә, күмәгебеҙ бер ғаилә һымаҡ. Кемдең тыуған көнө, туйы, бәпесе тыуған, хәҙер күтәреп алалар, бергәләп ҡотлайҙар. Иш эҙләүселәр менән бергә, инде тапҡандары ла, бер күс булып, ҡуша йөрөй. 216 пар ҡауышты тигәндә, никахҡа ингәндәрҙе генә һанайым, йәшәп ҡарайбыҙ, тигәндәрҙе йә осрашып йөрөгәндәрҙе иҫәпкә алмайым. Беҙ өйләндергәндәрҙең 18 бәпесе тыуҙы. Ай аҙағында үтәсәк кисәбеҙ – ике йөҙ ҙә ҡырҡ беренсеһе.
Олоғайғас беренсегә аҡ күлдәк кейгән инәйҙәр, ғашиҡ булып яман ғәҙәттәренән арынған ағайҙар, һаулыҡтары сикләнгәнлектән, ғүмерҙә ғаиләм булмаҫ, тигәндәрҙең яртыларын табыуы – һәр осраҡ үҙе бер тарих. Инвалидтар араһынан ун ете пар ғаилә ҡорҙо...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Белорет ҡалаһы.

Теги: