Тәһәрәт фарыздары

Тәһәрәт – намаҙ алдынан мотлаҡ башҡарыла торған ғәмәл. Әгәр тәһәрәт дөрөҫ башҡарылмаһа, намаҙҙың ҡабул булмауы ихтимал.

Тәһәрәттең фарыздары:
1) битте йыуыу;
2) ҡулды терһәктәргә ҡәҙәр йыуыу;
3) баштың дүрттән бер өлөшөнә мәсих ҡылыу;
4) аяҡтарҙы тубыҡҡа ҡәҙәр йыуыу.
Был фарыздарҙың береһе генә үтәлмәһә лә, тәһәрәт дөрөҫ һаналмай. Фарыздарынан башҡа сөннәттәре һәм әҙәптәре бар.

Тәһәрәттең мәкруһтары
(гонаһлы, килешмәгән ғәмәлдәр):

1) һыуҙы кәрәгенән артыҡ ҡулланыу;
2) һыуҙы кәрәк булғандан аҙ ҡулланыу;
3) һыуҙы биткә сәсрәтеп йыуыныу;
4) тәһәрәт алғанда кәрәкһеҙ һүҙҙәр һөйләү;
5) бысраҡ ерҙә тәһәрәт алыу. Тәһәрәт алған кеше быларҙан һаҡланырға тейеш.

Тәһәрәтте боҙа торған нәмәләр:
Тәһәрәте булған кешенең түбәндәге осраҡтарҙа тәһәрәте боҙола:
1) тәндең берәй еренән ҡан, эрен, һары һыу килһә;
2) ауыҙ тултырып ҡоҫһа;
3) төкөргәндә төкөрөгөнөң яртыһы йәки унан да күберәге ҡан булһа;
4) кесе йәки оло хәжәтен башҡарһа, артынан һауа сығарһа;
5) һуштан яҙһа;
6) намаҙ уҡығанда көлһә (намаҙҙа булмаған ваҡытта көлөү тәһәрәтте боҙмай);
7) йоҡлаһа.

Тәһәрәтһеҙ эшләнелмәй торған ғәмәлдәр:
1) намаҙ уҡылмай;
2) Ҡөрьән Кәрим ҡул менән тотолмай;
3) тиләүәт сәждәһе ҡылынмай;
4) Ҡәғбә тәуаф ителмәй.

Тәһәрәт алыу:
Тәһәрәт алыуҙы һүрәттәрҙә бирелгән тәртип буйынса өйрәнәйек:
Иң элек еңде терһәктәрҙән бер аҙ юғары итеп һыҙғаналар. Мөмкин булһа, ҡиблаға ҡарап, юғарыраҡ ергә ултыралар. «Ниәт иттем Аллаһ ризалығы өсөн тәһәрәт алырға» тип ниәт ителә һәм «Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-ражим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» уҡыла.
Ҡулдар беләккә ҡәҙәр өс мәртәбә һәм бармаҡ аралары, йөҙөк аҫты йыуыла. (1-се һүрәт)
Бынан һуң, уң ус менән ауыҙға өс мәртәбә айырым-айырым һыу алынып, һәр осраҡта яҡшы итеп сайҡала. (2-се һүрәт)
Яңынан уң усҡа айырым-айырым һыу алынып, танауға һыу тартыла һәм өс мәртәбә йыуыла, һул ҡул менән һемгереп, танау таҙартыла.
Сәстәр бөткән ерҙән башлап, ҡолаҡ йомшаҡтарына һәм эйәк аҫтына ҡәҙәр йөҙҙөң һәр тарафы өс мәртәбә йыуыла. (3-сө һүрәт)
Бынан һуң башта уң ҡул терһәккә ҡәҙәр өс мәртәбә йыуыла, йыуғанда ҡулдың һәр тарафы ҡоро ер ҡалмаҫлыҡ итеп яҡшылап йыуыла. Һуңынан һул ҡул терһәккә ҡәҙәр өс мәртәбә йыуыла. (4-се һүрәт)
Ҡулдар тағы бер ҡат һыу менән сайҡатыла. Уң ҡулдың эсе һәр бармаҡтары ярҙамында башҡа бер мәртәбә мәсих ҡылына. (5-се һүрәт)
Ҡулдар, тағын бер ҡат сылатылып, уң ҡулдың һуҡ бармағы менән уң ҡолаҡтың эсе, баш бармаҡ менән ҡолаҡтың тышы; һул ҡулдың һуҡ бармағы менән һул ҡолаҡтың эсе, баш бармаҡ менән ҡолаҡтар арты мәсих ителә. (6-сы һүрәт)
Ҡалған өс бармаҡтың тышҡы яғы менән муйындың арты мәсих ҡылына. (7-се һүрәт)
Иң элек уң аяҡ өс мәртәбә тубыҡтарға ҡәҙәр йыуыла. Йыуғанда бармаҡ остарынан башлана һәм бармаҡ аралары яҡшы итеп йыуыла, һуңынан һул аяҡ тубыҡтарға ҡәҙәр йыуыла. (8-се һүрәт)
Тәһәрәт тамамланғас, аяҡта торған килеш ҡиблаға ҡарап, Кәлимәи Шәһәдәт уҡыла. Фарыздары, сөннәттәре, әҙәбе еренә еткереп алынған тәһәрәт ошо рәүештә була. Тәһәрәт алғанда уҡыла торған доғалар ҙа бар. Быларҙы уҡыу бик күркәм. Уҡылмаһа ла, тәһәрәт алынған тип һанала.
Фәнирә ҒАЙСИНА
төҙөгән «Балалар өсөн рәсемле намаҙ» китабынан.

Тәһәрәт фарыздары
Тәһәрәт фарыздары

Тәһәрәт фарыздары
Тәһәрәт фарыздары

Тәһәрәт фарыздары
Тәһәрәт фарыздары

Тәһәрәт фарыздары
Тәһәрәт фарыздары



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook