Намаҙ тәғлимәттәре

БИСМИЛЛӘӘҺИ-РАХМӘӘНИ-РАХИИМ!
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса намаҙға баҫыу тәртибен өйрәтеүҙе башлайбыҙ.


Ни өсөн намаҙ уҡыу кәрәк? Ислам динен тотоусылар өсөн намаҙ фарыз, йәғни мотлаҡ башҡарылырға тейешле ғәмәл һанала. Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем», – ти («Әҙ-Ҙәрийәт» (Елгәреүселәр) сүрә­һе, 51:56). «…Ысынлап та, намаҙ – иман килтергән кешеләр өсөн ваҡыты билдәләнгән йөкләмә» («Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһе, 4:103). «Мине иҫкә алығыҙ, Мин һеҙҙе иҫкә алырмын, Миңә ышаныусыларҙан булығыҙ, Миңә шөкөр итегеҙ! Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Сабырлыҡтан һәм намаҙҙан ярҙам һорағыҙ. Ысынлап та, Алла сабыр иткәндәр менән!» – тиелә («Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 152:153). Әгәр уны ҡылмаһаҡ, беҙгә гонаһ яҙыласаҡ. Белеүегеҙсә, донъяла ҡылған һәр ғәмәлебеҙ, әйткән һүҙебеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ, иң тәүге һорау намаҙ хаҡында буласаҡ. Шуға ла намаҙыбыҙ менән Аллаһы Тәғәлә риза булһын өсөн, уны ысын күңелдән ихлас һәм дөрөҫ итеп ҡылыу фарыз. Пәйғәмбәребеҙ хәҙ­рәттәре «Намаҙ – диндең терәге» тип намаҙҙың динебеҙҙәге әһәмиә­тен аңлатҡан. Ул кешене тәртипкә өйрәтә, ихтыяр көсөн, һаулығын нығыта, күңелен тынысландыра, әхлаҡи яҡтан таҙарта. Намаҙыбыҙ ҡабул булһын өсөн иң элек ғөсөл һәм тәһәрәт алыуҙы тейешенсә өйрәнеү бурыс. Әгәр кеше үҙ ғүмерен намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәләгә ышанып, әҙәпле, иманлы итеп уҙғарһа, фанилыҡта ла, әхирәттә лә уны бәхет көтә.

Был донъяға яратылыуыбыҙҙың асыл нигеҙе – Аллаһы Тәғәләне таныу, Уға ысын күңелдән ғибәҙәт ҡылыу һәм һәр ваҡыт Уны иҫтә тотоу. Йыһанда бөтә нәмә лә Уға буйһона. Мосолман кешеһенә Раббы­һына инанып, Уның ҡушҡандарын тулыһынса үтәргә тырышыу мотлаҡ. Намаҙ – ислам фарыздарының береһе.

Иман шарттары
Мосолмандың тәүге бурысы – Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, Хәҙрәти Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмдең пәйғәмбәрлегенә ышаныу. Аҡылы камил һәм бәлиғ булыу осорона еткән һәр кеше беренсе сиратта иман нигеҙҙәрен белергә тейеш. Уны «Иман шарттары» тип тә әйтәләр.

Иман шарттары:
1) Аллаһы Тәғәлә барлығына һәм берлегенә,
2) Аллаһы Тәғәлә фәрештәләренә,
3) Аллаһы Тәғәлә китаптарына,
4) Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәрҙәренә,
5) Яуап көнөнә,
6) Яҙмышҡа (насипҡа) – яҡшылыҡ һәм яманлыҡтың Аллаһы Тәғәлә тарафынан булыуына ышанырға тейешбеҙ.

Ислам шарттары
Иң әһәмиәтле булған вазифабыҙ – «Ислам шарттары»н белеү. Ислам шарттары бишәү:
1) Кәлимәи Шәһәҙәт килтереү:
Кәлимәи Шәһәҙәт: «Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүүлүһ».
Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа һис бер тәңре юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәт Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм». Был изге һүҙҙәр ислам динен ҡабул итеүҙе аңлата. Кәлимәи Шәһәҙәтте йыш ҡабатлап йөрөүҙең сауабы ҙур, уны тел һәм йөрәк менән ихлас, ысын күңелдән ышанып әйтеү мөһим.
2) Намаҙ: көнөнә биш тапҡыр намаҙ ҡылыу.
3) Ураҙа тотоу: һәр йыл Рамаҙан айында ураҙа тотоу.
4) Зәҡәт биреү.
5) Хаж ҡылыу: матди мөмкинлеге, һаулығы булған кешегә хажға барырға тырышыу кәрәк.
Фәнирә ҒАЙСИНА төҙөгән
«Балалар өсөн рәсемле намаҙ» китабынан.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook