НИКАХ ЙӘКИ АЛЛАҺ РИЗАЛЫҒЫНА ӨЛГӘШЕҮ

Бәлиғ булған, йәше еткән һәм аҡылы теүәл һәр кемгә никахлы булыу Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өлгәшеү өсөн сөннәт ғәмәлдәрҙең береһе иҫәпләнә. Никахҡа ингән егет менән ҡыҙҙың йәше, милләте, дәрәжәһе тура килеүе яҡшы. Ҡыҙ баланың ғәҙәттә, һаулығына, нәҫеленә, иманына, байлығына, уңғанлығына, матурлығына ҡарайҙар. Кем дә кем иман, аҡыл, әҙәп, әхлаҡ нигеҙҙәренә таянып өйләнә, ул бәхеткә һәм бәрәкәткә өлгәшәсәк, тиелә динебеҙҙә. Тормош ҡороу өсөн һайлаған һылыу – буласаҡ балаларҙың әсәһе генә түгел, ә нәҫел ҡотон, бәрәкәтен үҫтереүсе лә ул. Өй йәме, балалар һаулығы һәм тәрбиәһе уның булмышына, тормошҡа ҡарашына, ирен хөрмәт итеүгә бәйле. Ә киләсәк быуындың рух ныҡлығы, иман кимәле милләттең сәскә атыуына ла туранан-тура йоғонто яһай.

Динебеҙ никахлашыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, ғаилә ҡорорға ашығырға ҡуша. Хатта ки, өйләнгән ирҙең үҙе лә, намаҙы ла өйләнмәгәндекенә ҡарағанда күпкә дәрәжәле һанала. Аллаһҡа инанмаған йәки күп илаһтарға табынған гүзәл затты ҡатын итеп алыу хупланмай. Был хаҡта Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 221-се аятында тыйыу бар. Шулай уҡ «Ән-Ниса» сүрәһенең аяттарында былай тиелгән:
«...Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатындарға өйләнегеҙ – икәүгә, өсәүгә, дүртәүгә...»
«Үҙ атайығыҙ менән никахта булған ҡатынға өйләнеү ярамай. Был – әшәкелек, боҙоҡлоҡ!»
«Һеҙгә әсәйҙәрегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апай-һеңлеләрегеҙгә, атай-әсәйегеҙ менән бер туған ҡатын-ҡыҙҙарға, ир туғандарығыҙҙың һәм ҡыҙ туғандарығыҙҙың балаларына, һөт әсәләрегеҙгә, имсәктәш апай-һеңлеләрегеҙгә, ҡатындарығыҙҙың әсәләренә, бер юлы ике бер туған ҡыҙға, һеҙ ҡушылған ҡатынға эйәреп килгән аҫрау ҡыҙҙарығыҙға, үҙ улдарығыҙҙың ҡатындарына өйләнеү тыйыла».
«...Һылыуҙарға ғаиләләренең рөхсәте менән өйләнегеҙ, мәһәрҙәрен яҡшы итеп түләгеҙ, ғиффәтлеләргә, зина ҡылмаусыларға һәм йәшерен дуҫтар тотмаусыларға...» (Ҡөрьән Кәрим).

Мосолман ҡатын-ҡыҙына ла фәҡәт мосолманға кейәүгә сығыу мөһим, динһеҙ йәки башҡа дин әһеле менән ғаилә ҡороу ҡәтғи тыйыла, сөнки ҡатын-ҡыҙ иренә буйһоноп йәшәй, ә иманһыҙ кеше уны гонаһҡа батырып, үҙе артынан тамуҡҡа индерәсәк.
Ҡыҙ үҙе оҡшатҡан, иманы ныҡ кешегә ризалығын бирә ала, әгәр ҙә оҡшатмай икән, уны көсләп кейәүгә бирергә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Ҡыҙҙы уның махрамы, йәғни уның атаһы йә ағаһы кейәүгә бирә. Никахта мосолман булған ике ир шаһит йәки бер ир һәм ике ҡатын шаһит була ала.
Өйләнешеүселәрҙең ниәте – фәҡәт Аллаһ ризалығында ғаилә ҡороу. Сөнки кем ниндәй ниәт менән ғаилә ҡора, ул тик шуға ғына өлгәшәсәк.
Никах уҡыр алдынан мәһәр хаҡы һөйләшелә. Мәһәр хаҡы ун дирхәмдән йәки ул ерлектәге уртаса хаҡтан кәм булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, хәҙер Өфөлә уртаса мәһәр 30-40 мең һум икән, унан да кәм түләнергә тейеш түгел. Әлбиттә, юғары дәрәжәле, уҡымышлы һәм олуғ иманлы ҡыҙға мәһәр күберәк бирелә.
Мәһәрҙе никахҡа хәтлем йәки бүлеп бирергә мөмкин. Дүрт мәҙхәп ғалимдары фекеренсә, никах уҡылһа ла, кейәү мәһәрен түләмәй тороп, кәләшенә ҡағылырға хаҡы юҡ.

Үкенескә ҡаршы, беҙҙең йәмғиәттә ҡайһы берәүҙәр никахҡа хәтлем зина ҡылып йөккә уҙа. Улар һуңынан никах уҡытһа ла, бала зинанан тыуған иҫәпләнә һәм ул атаһы нәҫеленән иҫәпләнмәй, һуңынан мираҫ бүлгәндә өлөшһөҙ ҡала.
Өйләнергә әлегә мөмкинлеге булмаған егеттәргә күберәк ураҙа тоторға кәңәш ителә. Был енси нәфсене баҫыу, гонаһҡа яҡынаймау өсөн дә файҙалы.
Өйләнеү – диндең яртыһын үтәү ул, йәғни пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтен үтәү, тигән һүҙ. Иманлы ғаиләләр артыуы динде ҡеүәтләндерә. Мосолмандың иң күркәме – үҙ ғаиләһенә, ҡатындарына яҡшы, ипле мөнәсәбәт һаҡлағаны.
Хәҙистә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Өйләнегеҙ һәм артығыҙ! Яуап көнөндә мин үҙемдең өммәтемдең күплеге менән ғорурланырмын», – тигән. Аллаһ рәхимле, ул барыһын да ярлыҡай!
Аллаһ Тәғәлә һәр кемебеҙгә хәләл һөт имеп үҫкән иманлы, күркәм холоҡло тормош юлдашы, бәрәкәтле, бәхетле никах насип итһен! Амин.

Асыу килгәндә уҡый торған доға
Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.
Фәнирә ҒАЙСИНА
әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook