«Әл-Хәшер» һәм «Әл-Мүлк» сүрәләре хикмәттәре

«Әл-Хәшер» (59) сүрәһенең һуңғы аяттары
• Аллаһ Тәғәләнең Рәсүле саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Кем иртән өс мәртәбә «Әғүҙү билләһис-сәмиғыйл-ғалим минәш-шәйтанир ражим» тип «Әл-Хәшер» сүрәһенең һуңғы өс аятын уҡыһа, уның өсөн 70 мең фәрештә аҡшамға ҡәҙәр истиғфар әйтеп торор, ярлыҡау һорар. Әгәр ул шул көндө баҡыйлыҡҡа күсһә, шәһиттәрҙән иҫәпләнер. Аҡшамда уҡыусыларға ла шулай уҡ булыр», – тигән.
• «Әл-Хәшер» сүрәһен уҡыусыға йәннәт, йәһәннәм, ғәрше-көрси, күктәр, ер, елдәр, болоттар, ҡоштар, башҡа төрлө хайуандар, тауҙар, ҡояш, ай һәм бөтөн фәрештәләр доғала булыр, ярлыҡау һорар» (Хәҙис-шәриф).
• «Әй Ғәли! «Әл-Хәшер» сүрәһен уҡыһаң, Ҡиәмәт көнөндә һәр төрлө ауырлыҡтан, хәсрәттән имен ҡалырһың!» (Хәҙис-шәриф).
• Уны һәр көн уҡығандың ҡәлбе тыныс, имен булыр.
• «Әл-Хәшер» сүрәһен эшем уң булһын тигән уй менән бер юлы өс мәртәбә уҡығанда, мораҙыңа юл асылыр.
• Берәү төшөндә «Әл-Хәшер» сүрәһен уҡыһа йә иһә уға сүрәне бағышлаһалар, Ҡиәмәт көнөндә был кеше изгеләр менән бергә булыр. Дине ҡаҡшағас та, уны нығытыр, ҡайғы-хәсрәттән арыныр, мосафир булһа, – сәфәренән өйөнә ҡайтыр, Аллаһы Тәғәлә дошмандарын юҡ итер, күп мөлкәткә өлгәштерер.

«Әл-Мүлк» (Тәбарәк) сүрәһе хикмәттәре
• Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм был сүрәнең фазиләттәре хаҡында: «Ҡөрьәндә утыҙ аятлы сүрә бар. Үҙе өсөн уҡыған кешегә ул шәфәғәтсе булыр, мәғрифәткә ирешер», – тигән (Хәҙис-шәриф).
• «Тәбарәк» сүрәһен дауамлы уҡыған ҡәбер ғазабынан имен буласаҡ. «Әл-Мүлк» – ҡәбер ыҙаһынан кәртә булыусы сүрә. Уны кис һайын уҡыу – оло фазиләтле ғәмәл», – тигән пәйғәмбәребеҙ.
• «Өммәтемдең һәр ҡайһыһының күңелендә «Әл-Мүлк» сүрәһе булыуын ныҡ теләр инем», – тигән рәсүл.
• Ҡиәмәт көнөндә «Тәбарәк» сүрәһенең шәфәғәте менән берәү йәһәннәмдән сығарылып, йәннәткә үтер.
• «Ҡөрьәндә утыҙ аятлы сүрә барҙыр. Кем уны йоҡоға ятыр алдынан уҡыһа, уға утыҙ сауап яҙылыр, утыҙ гонаһы ғәфү ителер, ул кеше утыҙ дәрәжәгә үҫтерелер. Аллаһ Тәғәлә уның янына бер фәрештә индерер, ул өҫтөнә ҡанатын йәйеп, уянғанына ҡәҙәр һәр насарлыҡтан, күңелһеҙлектән һаҡлар», – тигән.
• Рәсүл: «Ҡиәмәт көнөндә бер бәндәне килтереп баҫтырырҙар. Уның бөтөн гонаһтары арҡаһына тейәлгән булыр. Үҙе Аллаһ Тәғәләнең бар һәм бер икәненә ышанған. Был кешене йәһәннәмгә ташларға әмер ителгәндә, күкрәгенән йәшен һымаҡ нур бәреп сығыр ҙа ялбарып һорар: «Аллаһым! Мин Һинән пәйғәмбәрең Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә ингән инем. Был ҡолоң уҡыны һәм шәфәғәтсе булыуыма өмөтөн өҙмәне!». Шуның менән Аллаһ был бәндәне йәннәткә индерергә әмер бирҙе. Был сүрә «Тәбарәкәл-ләзиби-йәдиһилмүлк» ине», – тип ғәжәйеп ваҡиға һөйләне.
• Уны һәр көн иртәнге намаҙҙан һуң уҡыусы Аллаһ Тәғәләнең ярҙам рөхсәте менән игелек эйәһенә әйләнер. Кис менән таң араһында яҡшы итеп тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, «Тәбарәк» сүрәһен егерме бер мәртәбә уҡып, ҡайғы-хәсрәттән арыныуҙы һораһағыҙ, иншә Аллаһ, теләгәнегеҙгә ирешерһегеҙ.
• Был сүрәнең 14-се аятын даими уҡыусы ауырыуҙан, бәлә-ҡазанан, фәҡирлектән һаҡланыр.
• Хәҙрәти Ғүмәр былай тигән: «Мүлк» сүрәһен уҡыусы Ҡиәмәт көнөндә фәрештәләрҙең ҡанат аҫтына килтерелер һәм уның йөҙө Йософ ғәләйһис-сәләмдеке шикелле нурлы булыр».
• «Әл-Мүлк» сүрәһен уҡыусы халыҡ араһында күркәм күренер һәм һөйөклө иҫәпләнер. Уны бер юлы ете мәртәбә уҡыған ҡайғыларҙан имен булыр.
• Яңы ай күргәндә уҡығандар төрлө яуызлыҡтан имен булыр, ниғмәттәргә өлгәшер. Икенде намаҙынан һуң уҡыусының ризығы артыр.
• Берәү төшөндә «Әл-Мүлк» сүрәһен уҡыһа йә иһә был сүрәне уға бағышлаһалар, өнөндә берәй хужа кешегә хеҙмәт итер. Был бындә йәнен тәслим ҡылғанда Аллаһ Тәғәләнең ғазабынан имен булыр, шатлыҡҡа, бәрәкәткә, күп хәйерлеккә ирешер.
(«Һәфтиәк шәриф тәфсире» китабынан тәржемәләнде.)
Фәнирә ҒАЙСИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook