Намаҙ – кешенең иң матур ғәмәле

Мосолманға иман килтерергә, ураҙа тоторға, саҙаҡа бирергә, хәле­нән килһә, хаж ҡылырға һәм көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға бойорол­ған. Был хаҡта Ҡөрьәндә: «Миңә табын һәм Мине иҫкә төшөрөү итеп намаҙ уҡы!» («Та һа» сүрәһе, 14-се аят); «…Сәждә ҡыл һәм (Беҙгә) яҡы­най!» («Әл-Ғәләҡ» сүрәһе, 19-сы аят); «Әгәр хәүеф­ләнһәгеҙ, йәйәү йәки ат өҫтөндә уҡығыҙ…» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 238-239-cы аяттар) – тиелгән.
Намаҙ – ул диндең терәге, Аллаһтың әмере, фарыз, йәғни мотлаҡ башҡарылырға тейешле ғәмәл. Шулай уҡ ул Аллаһҡа яҡынайыу юлы һәм кешене гонаһтарҙан, күңел кисерештәренән таҙартыусы дауа ла. Беҙҙән ҡәберҙә һорау алған ваҡытта намаҙ уҡыуыбыҙ тураһында һораласаҡ. Әгәр ҙә кеше намаҙына тейешенсә иғтибар бирмәй, тәһәрәтһеҙ уҡыһа йәки ваҡытында уҡымаһа, мотлаҡ ҡәбер ғазабына тарттырыласаҡ.
Ҡиәмәт көнөндә лә әҙәм балаһынан иң тәүҙә намаҙы һораласаҡ. Әгәр фарыз намаҙҙары теүәл икән, башҡа ғәмәлдәре лә яҡшы буласаҡ.
Кешенең иң матур ғәмәле – намаҙ. Беҙ һәр намаҙыбыҙҙы ла ғүмеребеҙҙәге һуңғыһы тип уйлап, ихлас уҡырға тейешбеҙ. Рәсүл: «Кешенең Аллаһҡа иң яҡын мәле – сәждә ҡылған сағында. Шул ваҡытта доға ҡылып, йышыраҡ Уға мөрєжәғәт итегеҙ!» – тигән.

Намаҙ – ул Аллаһтың әҙәм балаларына биргән бүләге. Баланы ете йәшенән намаҙға баҫтырырға кәрәк. Йәше еткән һәм аҡылы булған һәр кеше намаҙ уҡыһын. Кеше намаҙға баҫҡанда, уның гонаһтары башына ҡуйыла, ул сәждәгә киткән һайын гонаһтары ҡойола икән. «Ғаср намаҙын төшөрөп ҡалдырыусының хәле үҙенең ғаиләһен һәм барлыҡ мөлкәтен юғалтҡанға тиң», – тиелә хәҙистә.

Фарыз намаҙҙы аңлы рәүештә, ваҡытында уҡымай төшөрөп ҡалдырыу – оло гонаһ. Ә оло гонаһ тик тәүбә ҡылғанда ғына ғәфү ителә. Төшөп ҡалған намаҙ шул уҡ көндө мотлаҡ уҡылырға тейеш, әгәр ул да уҡылмаһа, тағы ла гонаһ яҙыла. Ҡа­заға ҡалған намаҙҙарҙың сөннәте уҡылмай (иртәнгеһенән башҡа). Әгәр иртәнге намаҙҙы йоҡлап ҡалдырһағыҙ, уның ике рәҡәғәт сөннәте төшкә саҡлы уҡыла, ә өйләнән һуң уҡылмай.
Фарыз намаҙҙы ҡазаға ҡалдырыр­ға бик мөһим сәбәп булырға тейеш, беренсеһе – дошман менән алышыу, икенсеһе – юлбаҫарҙар килеп баҫы­уынан ҡурҡыу, йыртҡыс хайуандар һәм көслө ғәрәсәт ҡурҡынысы янау.

Барлыҡ ғаләм һис бер һүҙһеҙ Аллаһ Тәғәләгә буйһона, тик кеше генә үҙ Раббыһы әмерҙәренә битараф ҡала, тыңлашмай йөрөй, гонаһтан ҡурҡмай.
Аллаһ Әҙәм ғәләйһис-сәләмде бар ҡылғас, фәрештәләргә Әҙәмгә сәждә ҡылырға ҡушҡан. Шунда барлыҡ фәрештәләр ҙә сәждәгә китә, бер Иблис кенә Аллаһҡа буйһонмай. Фәрештәләр сәждәнән ҡалҡынған саҡта, шул арала Иблистең йөҙө ҡап-ҡара булғанын күреп, ҡурҡып һәм үҙҙәре ундай хәлгә ҡалмағандарына шөкөр итеп, тағы ла сәждәгә китәләр. Намаҙ ваҡытында икешәр тапҡыр сәждә ҡылыу − ана шул ваҡыттан ҡал­ған. Шулай итеп, Иблис бер тапҡыр ғына Аллаһҡа буйһонмай, Уның ҡушҡанын үтәмәй, Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә сәждә ҡылыуҙан баш тарта һәм шуның өсөн тамуҡ әһеленә әүерелә. Ә әҙәм балалары бер нисә тапҡыр ғына түгел, Раббыбыҙ язаһы­нан ҡурҡмай, хатта йылдар буйы намаҙ уҡымай йөрөй…

Тамуҡ әһелдәренән: «Һеҙҙе бында нимә килтерҙе?» – тип һораһалар, «Беҙ намаҙ уҡыусылар араһында булманыҡ», – тип яуапларҙар, ти.
Иманлы мосолман – намаҙы менән көслө, ә кем намаҙҙы ҡайһы саҡ уҡып, ҡай саҡ уҡымаһа – ул монафиҡ була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәд саллалаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: «Намаҙ уҡымаусылар Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәләбеҙҙе асыулы килеш күрәсәк».

Шуға, мәңгелек әхирәттә бәхетле булайыҡ тиһәк, был фани донъя артынан ҡыуғансы, тәү сиратта үҙе­беҙҙең киләсәкте ҡайғыртырға кәрәк. Күберәк сауаптар эшләп, намаҙҙарыбыҙҙы теүәл үтәп, Аллаһ Тәғәлә беҙҙән риза булһын өсөн тырышыу зарур.

Ә бит Исламда бер нәмә лә бушҡа әйтелмәгән, һәр нәмә кешенең үҙенә файҙа булһын өсөн бар ҡылынған. Намаҙ, бер яҡтан, Аллаһҡа ғибәҙәт, уға буйһоноуҙы күрһәтеү булһа, икенсе яҡтан, уның кеше организмы өсөн ни тиклем файҙалы булыуын дин ғалимдарының боронғо китаптарынан уҡып аңлайһың. Намаҙ − ул рухи таҙарыныу ҙа, һаулыҡты нығытыуға сәбәпсе булған физик күнегеү ҙә. Намаҙ уҡығанда кеше, бар донъянан бер ни тиклем ваҡытҡа арынып, таҙарына, тыныслана. Икенсенән, намаҙҙа саҡта барлыҡ тамырҙарыбыҙ, мускулдарыбыҙ тартыла, ҡан йөрөшө һәйбәтләнә һ.б. Бында ла Аллаһ Тәғәләбеҙҙең беҙгә биргән бәрәкәте ни тиклем сикһеҙ икәнен күрәбеҙ.
Был донъя үҙенең ығы-зығыһы, ялтырауыҡтары һәм мәшәҡәттәре менән беҙҙе алдамаһын. Барыбыҙ ҙа намаҙға баҫайыҡ, имандарыбыҙ камил, намаҙҙарыбыҙ ҡабул булырына өмөт итәйек. Амин.

Фәнирә ҒАЙСИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook