Төш юрау хаҡында
Халҡыбыҙҙа һәр кем төшөн үҙенсә аңлай, юрай, әммә күршеһенә йәки берәй туғанына һөйләп юратыу күренештәре лә бар. Шулай уҡ һәр ауылда тиерлек төштө аңлата белгән төш юраусылар булған, әле лә бар. Махсус төш юраусылар, һынсылар борон Сыңғыҙхандың, Аҡһаҡ Тимерҙең, Аттиланың баш ярҙамсылары булыуын тарихтан беләбеҙ.
Төштәрҙе аңлаған, күңеле менән изге булған кеше уларҙы яҡшыға, ә төштө аңламаған, ҡара йөрәкле әҙәм насарға юрауы ихтимал. Шуға ла, «Төш күрһәң, иң элек изгегә булһын, тиергє кәрәк», «Сит кешегә һөйләргә ярамай, насарға юрауы ихтимал», «Төш күрһәң, төндә һөйләргә ярамай», «Төш күрһәң, хәйерлегә булһын, тип әйтмә, ул хәйер көтөп тик торор. Шатлыҡҡа, ҡыуанысҡа булһын, тип әйт», – тигән ышаныуҙар киң таралған.
Дини ҡараш буйынса, төш пәйғәмбәрҙәрҙән ҡалған ғилемдең ҡырҡ алтынсы өлөшө һанала. Төштәр өс төрлөгә бүленә: изге, шайтандан һаташыу һәм көндөҙ кеше менән булған хәл-ваҡиғаларҙың һүрәтләнеше. Ислам мәҙәниәтендә Ибн Сириндең (655 — 732 й.й.) төш юрау китабы киң билдәле. Беҙҙең башҡорт фольклорында бөгөнгө көндә булған ҡайһы бер төш юрау алымдары фәҡәт шул китаптан ингән, тип фаразлай алабыҙ. Сөнки башҡорт халҡының күпселеге мең йылдан ашыу ислам динен тотоу дәүерендә тормош-көнкүрешендә һәр ваҡыт ислам дине ҡушыуы буйынса, йәғни Ҡөрьән китабына һәм Мөхәммәд пәйғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-әссәләм тормошона бәйле хәҙистәргә, таянып йәшәгән. Ә Ибн Сирин китабы Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһис-әссәләм төштәрҙе нисек аңлатыуына, шул заманда сәхәбәләр ниндәй төштәр күреүенә, уларҙың һуңынан нисек юралыу, тормошҡа ашыу тарихына нигеҙләнеп яҙылған. Шуға ла күпселек төштәр ислам диненә, йәғни Ҡөрьән һәм хәҙистәргә, бәйле юралған. Мәҫәлән, халыҡ араһында әле лә ғәрәпсә яҙылған төш юрау китаптары, уның өлөштәре осрап тора.
Төрлө төркөм кешеләренең төштәргә ҡарашы айырыла, мәҫәлән, атеистар уны кешенең физик һәм хис-тойғо үҙгәрешенең һөҙөмтәһе тип аңлата. Мосолмандар иһә төштөң Аллаһтан йәки шайтандан булыуын билдәләй. Яҡшы төштәр мосолмандарҙы шатландыра, сөнки ул Аллаһтан яҡшы хәбәр кеүек ҡабул ителә. Изге төш күргәндән һуң беҙ Аллаһҡа шөкөр итергә тейеш. Ә шайтандан булған төштәр ҡурҡыта, хәүефкә һала, уларҙы кешегә һөйләргә ярамай. Ундай төш күрһәк, һул яҡҡа өс тапҡыр төкөрөп, Аллаһтың шайтандан һаҡлауын һорап, доға уҡып, боролоп ятырға тейешбеҙ.
Дин тарихынан Йософ пәйғәмбәр ғәләйһис-єссәләм төш юраусы булараҡ билдәле. Ул бала сағында уҡ төшөндә ун бер йондоҙ, Ҡояш һәм Айҙың үҙенә сәждә ҡылғанын күрә. Уны атаһы: «Эй, улҡайым! Күргәнеңде туғандарыңа һөйләй күрмә, улар һиңә ҡаршы хәйлә ҡорор. Бына ошолай Раббың һине һайлар һәм һиңә ваҡиғаларҙы аңлатырға өйрәтер…» – ти. Аҙаҡ Йософ зинданда ултырғанда ла шул төш юрай белеүе уны һәләкәттән ҡотҡара.
Төш юраусылар бер ваҡытта ла һығымталары менән ашыҡмаҫҡа тейеш. Ҡөрьән һәм хәҙистәр буйынса төш юрау миҫалдарын килтерәйек, мәҫәлән, төштә карап күреү – ул ҡотолоу, сөнки Нух пәйғәмбәр, карапҡа ултырып, туфан һыуынан ҡотолған. Таш күреү йөрәктең ҡатылығын иҫкәртә. Кем дә кем төшөндә Әйүп пәйғәмбәрҙе күрһә, ауырығандар һауыға, доғалары ҡабул була. Тура юл – Ислам юлын аңлата. Ә көл – буш һәм дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр. Мәҫәлән, «Ибраһим» сүрәһенең 18-се аятында: «Раббыларына иман килтермәгән кешеләрҙең мәҫәле: уларҙың эштәре дауыллы көндә ҡойон осорған көл шикелле. Улар ҡаҙанған нәмәләре менән бер ни ҙә эшләй алмай. Был – йыраҡ (сикһеҙ) аҙашыу», – тиелгән.
Пәйғәмбәрҙәрҙең төштәре вәхи була, уларға шайтан тәьҫир итә алмай, ябай кешеләрҙекенән айырыла. Әгәр ҙә төшөбөҙҙә Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе күрһәк, ул үҙе була, сөнки шайтан уның ҡиәфәтенә керә алмай. Был хаҡта рәсүлебеҙ үҙе әйтеп ҡалдырған.
Кем дә кем изге төш күрергә теләй, ул хәләл ризыҡ менән генә туҡланырға, һәр ваҡыт дөрөҫтө һөйләргә, Аллаһ һәм Уның рәсүле ҡушҡандарын үтәп, шәриғәт буйынса йәшәргә тырышырға тейеш. Шулай уҡ йоҡларға ятҡанда ғөсөл ҡойоноп йәки тәһәрәт алып, ҡибла тарафына уң яҡ менән ятып йоҡларға кәрәк.
Элек тә, хәҙерге заманда ла башҡорттар араһында 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы – «Истихара»нан һуң күргән төштө лә юрау таралған. Мәҫәлән, кешенең ниндәйҙер мәсьәләһе бар икән, эшен нисек хәл итергә белмәһә, ул кис, йоҡларға ятыр алдынан, шул намаҙҙы уҡып, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорай. Намаҙҙан һуң бер кем менән дә һөйләшмәй, ятып йоҡлай. Төшөндә аҡ, яҡты төҫтәр күрһә, тимәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ, ә ҡара, ҡараңғы төҫтәр күрһә, был эшкә тотонмаҫҡа икәнлекте аңғарта. Яуап булмаһа, йәғни шул уҡ төндә төш күрмәһәгеҙ, был намаҙҙы ете көн уҡырға мөмкин.
Киләсәктә дин ғилеме кәмер, әммә заман ахырында кешеләр тормошҡа аша торған изге төштәр күрер, тип әйтеп ҡалдырған боронғолар.

Фәнирә ҒАЙСИНА.
Теги: