Сәүҙә анабыҙ
Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең ҡатыны Хәҙисә анабыҙ әхирәткә күскәс, ул яңғыҙлыҡтан йонсоғанда, өйөнә Усман ибн Мәзғүн менән уның ҡатыны Хәүлә килеп инә. Пәйғәмбәрҙең ниндәй хәлдә икәнен күреп, уға ҡатын алырға кәрәклеген әйтәләр. «Теләһәң, ҡыҙға йә тол ҡатынға өйлән», – ти Хәүлә.
– Кемдәр улар? – тип рәсүл һорағас, Хәүлә:
– Ғәйшә, Әбү Бәкерҙең ҡыҙы һәм тол ҡалған Сәүҙә бинт Зәмғә һиңә ышанғандарҙан, – ти.
Пәйғәмбәребеҙ был яуаптан риза ҡала һәм икеһе менән дә һөйләшергә ҡуша.
Хәүлә башта Ғәйшә радыйаллаһу ғәнһүне яусылай, әммә ул әлегә үтә йәш булғанлыҡтан, рәсүлебеҙ Сәүҙә бинт Зәмғәгә өйләнергә ҡарар итә. Шулай итеп, Сәүҙә анабыҙға пәйғәмбәребеҙҙең икенсе ҡатыны булырға яҙа.
Сәүҙә күптән ислам динен тотҡан була. Мәккәлә мосолмандарҙы йәберләй башлағас, Сәүҙә анабыҙ Сакран ибн Әмир исемле тормош иптәше менән Эфиопияға күсә. Үҙҙәренең йортон, барлыҡ мөлкәтен, туғандарын ҡалдырып, Аллаһ ризалығы өсөн дин тотоп йәшәргә теләйҙәр. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң уның ире ауырып китә һәм Мәккәгә кире ҡайтыу менән мәрхүм була. Илле йәш тирәһендә Сәүҙә биш бала менән тол ҡала.
Рәсүлебеҙ исеменән Хәүлә яусылап килгәс, Сәүҙә шатлана. Сөнки ул тормошонда бик мөһим ваҡиға буласағын алдан тойоп йөрөгән була. Ире Сакран иҫән саҡта уҡ ул бер нисә тапҡыр төш күрә. Төшөндә уға күктән ай төшә һәм баш осонда өйөрөлә башлай. Төшөн тормош иптәшенә һөйләгәс, Сакран уға: «Әгәр һин ысынлап шулай күрһәң, тимәк, мин тиҙҙән үләсәкмен, ә һин Аллаһ Тәғәләнең илсеһенә кейәүгә сығасаҡһың», – тип әйткән була.
Хәҙер Сәүҙә ошо төшөн иҫенә төшөрә, бындай яҙмыш бөтәһенә лә насип булмай бит. Ул ваҡытта Сәүҙәнең атаһы Зәмғә ибн Ҡайсу ислам динен ҡабул итмәһә лә, рәсүлебеҙҙең ҡоҙалауынан баш тартмай. Үҙе оло булғанлыҡтан, үлеп китһәм, ҡыҙым яңғыҙ ауыр хәлдә ҡалыр, тип борсолған ҡарт: «Ысынлап Ул бик хөрмәтле кеше», – тип ризалығын бирә.
Сәүҙә радыйаллаһу ғәнһүне рәсүлебеҙгә кейәүгә мәхрәме булып уның ҡустыһы Хатиб ибн Амр бирә. Рәсүлебеҙ дүрт йөҙ дирхәм мәһәр түләй. Был хәл хижрә ҡылыуға өс йыл ҡалғас, рамаҙан айында, пәйғәмбәрлектең унынсы йылында була.
Рәсүлебеҙ Сәүҙәнең Эфиопияла нисек интеккәнен, тол ҡалғас, ниндәй ауырлыҡтар күргәнен аңлай һәм уға, уның балаларына ихлас ярҙамлаша.
Шулай итеп, Сәүҙә анабыҙ үҙенең биш балаһына һәм Хәҙисә анабыҙҙан ҡалған етем балаларға әсәй урынына ҡалып, тормош йөгөн артабан тарта башлай. Ул хатта көндәше – йәш Ғәйшәгә лә әсәй кеүек ярҙамсыл була. Олоғайғас, ул рәсүл менән үткәрә торған төндәрен Ғәйшә анабыҙға бирә.
Телмәре татлы, йөҙө рауза гөлө һымаҡ наҙлы, бер аҙ тулыраҡ кәүҙәле, эшһөйәр, киң күңелле һәм иманлы Сәүҙә барыһына ла өлгө булып тора. Рәсүлдең ҡатыны булыу ғына ла – ҙур бәхет, тип һанап, пәйғәмбәребеҙ риза, бәхетле булһын өсөн барыһын эшләй. Сәүҙә анабыҙ арҡаһында күп туғандары ислам динен ҡабул итә.
Ул етем, мохтаж кешеләрҙе ҡыуандырырға ярата. Үҙенә бирелгән бүләктәрҙе һәр ваҡыт хәйер итеп таратыр була. Бер заман хәлиф Ғүмәр радыйаллаһу ғәнһү Сәүҙә анабыҙға күп итеп аҡса ебәрә. Әммә ул уны үҙендә ҡалдырмай, шунда уҡ мохтаждарға өләшә.
Ухуд һуғышы ваҡытында Сәүҙә яралыларға ярҙам итә, һыу ташый. Пәйғәмбәребеҙҙең һуңғы хажы ваҡытында Сәүҙә анабыҙ уның менән бергә хаж ҡыла. Рәсүлебеҙ был донъянан киткәс, ҡатын башҡаса хаж да, ғөмрә лә ҡылмай.
Сәүҙә анабыҙ Ғүмәр хәлифлек иткән заманда әхирәткә күсә. Ул мәрхүмә булғас, Ғәйшә анабыҙ: «Мин яратҡан ҡатындарҙың араһынан иң нығы Сәүҙә бинт Зәмғәгә оҡшарға теләр инем», – тип әйтә.
Фәнирә Ғайсина.
(Мостафа Эриштың «Пәйғәмбәр ҡатындары»
китабы файҙаланылды.)
(Мостафа Эриштың «Пәйғәмбәр ҡатындары»
китабы файҙаланылды.)
Теги: