Хәҙисә ана
Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Ер йөҙөндә иң бәхетле ҡатындарҙың береһе Хәҙисә анабыҙ 556 йылда Мәккә ҡалаһында тыуған. Хәҙисә бай һәм яҡшы заттан, атаһы Хувайлид, әсәһе Фатима исемле була. Пәйғәмбәребеҙ менән бер нәҫелдән, атаһы яҡлап Ҡусайға, әсәһе аша Луайға барып тоташҡан. Атаһы Ҡорайыш ырыуының билдәле карауансы-сауҙагәре һанала, тик Фиджәр һуғышына ҡәҙәр үк вафат булып ҡала.
Хәҙисә ике тапҡыр кейәүгә сыға, әммә тол ҡала. Уға яусылар күп килә, тик уларҙы кире ҡаға. Яҙмышы ҡушыуынса, уға пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең беренсе ҡатыны булыу бәхете яҙа.
Ислам диненә ҡәҙәр үк Хәҙисәне Таһира (таҙа) тип йөрөтәләр. Хәҙисә анабыҙ күркәм холҡо, ғәҙел, тәртипле, аҡыллы, ихлас, изге күңелле, йомарт булыуы менән айырылып тора. Етемдәргә һәм яңғыҙҙарға ярҙам итә.
Хәҙисә атаһынан ҡалған сауҙагәрлек эшен дауам итә. Бер заман Хәҙисә анабыҙға карауандарын оҙатыусы ғәҙел кеше кәрәк була. Шул саҡ үҙенең аҡылы, әҙәплелеге менән Мәккә халҡы араһында абруй яулаған Мөхәммәт Әмин (тоғро) тураһында ишетә һәм уға карауанын Сүриәгә оҙатып барыу, тауарын һатыу үтенесен тапшыра. Йәш егет Мөхәммәткә (с.ғ.с.) ярҙамсы итеп үҙ хеҙмәтсеһе Мәйсәрәне ебәрә. Карауан уңышлы урап ҡайтҡас, Мәйсәрә сәйәхәт ваҡытында уларҙы оҙатып барған барлыҡ мөғжизәләр хаҡында хужабикәһенә бәйән итә. Хәҙисә бик аптырай. Ул Мөхәммәттең ябай кеше булмағанын аңлай һәм уға үҙе никахлашырға тәҡдим яһай. Ике яҡтан да ризалыҡ булғас, мәһәргә Хәҙисәгә егерме инә дөйә бирергә һөйләшелә. Рәсүл менән улар өйләнешкәндә Хәҙисәгә – 40, Мөхәммәткә (с.ғ.с.) 25 йәш була.
Йәш айырмаһы ҙур ғына булһа ла, улар бер-береһенә гүзәл мөнәсәбәт ҡыла, матур ғүмер кисерә, Хәҙисә анабыҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмгә ике ул (Ҡасим, Абдуллаһ), дүрт ҡыҙ (Зәйнәб, Руҡиййа, Өммөгөлсөм, Фатима) таба. Әммә ике улдары ла мәрхүм була. Хәҙисә менән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бергә 25 йыл матур донъя көтә.
Рәсүлебеҙгә пәйғәмбәрлек килгәс, Хәҙисә анабыҙ уға тәүгеләрҙән булып ышана һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе ислам динен ҡабул итә. Пәйғәмбәребеҙгә иң ауыр саҡтарҙа ла Хәҙисә анабыҙ уны яңғыҙ ҡалдырмай, үҙенең тәжрибәһе, мөхәббәте, аңлауы, мөлкәте менән уға бар яҡлап терәк була. Ул рәсүлебеҙ үтенесен бер ваҡытта ла ике тапҡыр ҡабатлаттырмаған, шунда уҡ башҡарған, уны ярты һүҙҙән аңлап торған.
Рәсүлебеҙ тоғро дуҫы, яҡшы кәңәшсеһе, ысын ярҙамсыһы булған хәләл ефетенә ныҡ ышана. Ябраил фәрештә нимә әйткәнен дә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ иң беренсе Хәҙисә анабыҙға һөйләй, икәүләп доғалар өйрәнеп, башта йәшенеп намаҙ уҡыйҙар. Уларҙың ниндәйҙер хәрәкәттәр эшләп, доға ҡылғанын ул ваҡытта малай ғына булған Ғәли күрә һәм һорай ҡуя. Рәсүлебеҙ уға ислам дине тотоуҙары, намаҙ уҡыуҙары хаҡында әйтә. Шулай итеп, исламды ҡабул иткән һәм намаҙға баҫҡан өсөнсө кеше Ғәли була.
Ислам дине таралыуы хаҡында күптәр ишетеп белгәс, кафырҙар рәсүлебеҙгә ҡаршы төрлөсә яуызлыҡ ҡыла башлай. Пәйғәмбәребеҙ һәм уның ғаиләһе менән аралашыуҙы тыялар. Шул ваҡытта Хәҙисә анабыҙ бөтә байлыҡ-мөлкәтен динебеҙҙе көсәйтеүгә, таратыуға тотона.
Хәҙисә анабыҙ – беҙҙең өммәтебеҙҙең иң яҡшы ҡатындарының береһе. Шуға ла үҙе иҫән саҡта уҡ Аллаһ Тәғәлә уға Ябраил фәрештә аша әхирәттә урыны йәннәттә буласағы тураһында яҡшы хәбәр еткерә.
620 йылда, Мәҙинәгә хижрә ҡылырға өс йыл ҡалғас, Рамаҙан айында Хәҙисә анабыҙ сирләп китә һәм 65 йәшендә вафат була. Уны Мәккә ҡалаһында Хаджун зыяратында ерләйҙәр. Ҡәбергә рәсүлебеҙ үҙе төшөрөп һала. Күп тә үтмәй, пәйғәмбәрҙең яратҡан ағаһы Абу Талиб та баҡыйлыҡҡа күсә. Шуға ла был йыл «Ҡайғы йылы» булараҡ ислам тарихына инә.
Пәйғәмбәребеҙ: «Ул минең балаларымдың әсәһе һәм яҡшы хужабикә булды», – тип уны гел яҡшы яҡтан иҫкә алыр булған.

Фәнирә Ғайсина.
(Мостафа Эриштың «Пәйғәмбәр ҡатындары»
китабынан тәржемә итеп, ҡыҫҡартып алынды)

Теги: