Ҡөрьәндә һандар тылсымы

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. «Аллаһ Тәғәлә таҡ һандарҙы ярата, Уның яратҡан һандары – 3 һәм 7. Зекер әйткәндә: 3, 5, 7, 11, 33, 111 тапҡыр ҡабатларға кәрәк», – тигәнде йыш ишетәм. Шуға бәйле, ҡайҙан килә һуң ул һандар, тигән ҡыҙыҡһыныу уяна.

Изге китабыбыҙ Ҡөрьән Ябраил фәрештәһе аша пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмгә 610–630 йылдар арауығында тапшырылған. Ҡайһы бер иманһыҙҙар: «Ҡөрьәнде Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-әссәләм үҙе яҙған», – ти. Рәсүлебеҙ уҡый-яҙа белмәгән, ә китап беҙгә Аллаһ Тәғәләбеҙҙән индерелгән ҡулланма икәнен беләбеҙ. Ҡөрьәнебеҙ – иҫ киткес аҡыл хазинаһы, ул биология, география, геология, физика, математика, тарих, медицина кеүек төрлө фәндәрҙе үҙ эсенә һыйҙырған. Ошо тәрән ғилем шишмәһе әкренләп беҙгә серҙәрен аса.

Француз табибы Морис Бюкай, төрөк ғалимы Харун Яхъя Ҡөрьән мөғжизәләрен китаптарында фән теле менән аңлатып биргән. Үҙебеҙҙең БДУ профессоры, химик Нәжип Вәлитов формула һәм теориялар ярҙамында Ҡөрьәндең хаҡлығын, Аллаһ Тәғәләнең барлығын иҫбатлаған. (Ул билдәләүенсә, яҡтылыҡ тиҙлеге секундына 300 мең километр үтһә, ә магнит һәм гравитация тулҡыны (йәғни уй, мәғлүмәт) тиҙлеге унан 900 миллион тапҡырға тиҙерәк, йәғни Аллаһ ишетеүсе һәм күреүсе икәнен дәлилләгән).

Башҡа ғалимдар ҙа күптән инде Ҡөрьәндә һандар тылсымына иғтибар иткән һәм был ҡыҙыҡлы донъяны өйрәнеүен дауам итә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә «ете ҡат күк» – 7, «көн» – 365, «көндәр» – 30, ә «ай» 12 тапҡыр ҡабатлана. Бында барыһы ла аңлашыла.

Изге китабыбыҙҙа күп һүҙҙәр парлы, йәғни тигеҙ һандарҙа яҙылыуы үҙе үк уйландыра: «шайтан» һәм «фәрештә» һүҙҙәре – 88-шәр, «йәннәт» менән «тамуҡ» – 77-шәр, «шәмс» («ҡояш») һәм «нур» – 33-әр, «ир» һәм «ҡатын» һүҙҙәре 23-әр тапҡыр әйтелгән. «Үҫемлек» һәм «ағас» һүҙҙәре – 26-шар, «әйт» һәм «әйткәндәр» – 332-шәр, «ерҙәге тормош» һәм «мәңгелек тормош» 115-әр тапҡыр ҡабатлана.

Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡайһы бер һүҙҙәрҙең күберәк булыуы Аллаһ Тәғәләнең үҙ мосолмандарына мәрхәмәтлелеген тағы ла нығыраҡ дәлилләй, мәҫәлән: «язалау» һүҙе – 117 мәртәбә, ә «ғәфү итеү» һүҙе унан ике тапҡыр күберәк – 234 тапҡыр яҙылған.

Математик феномен булып Ҡөрьәндә 19 һаны тора, ул күп сүрә аяттарҙың эсендә йәшерелгән. Ҡөрьән – 114 сүрәнән (19х6=114), «Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим» һүҙе ғәрәп телендә 19 хәрефтән тора. «Ойошҡан ҡан» сүрәһе 19 аяттан, 285 хәрефтән тора (19х15=285). «Ярҙам» сүрәһендә – 19 һүҙ. «Әл-Ҡәләм» 38 һүҙҙән хасил (19х2 =38). «Әл-Инфитар» («Ярылыу») сүрәһе лә 19 аяттан тора һәм уның ун туғыҙынсы аятының һуңғы һүҙе булып «Аллаһ» һүҙе килә. Ул Ҡөрьәндә 19-сы булып ҡабатлана. «Әл-Мүзәммил» («Кейеменә төрөнгән») сүрәһе 57 һүҙҙән тора (19х3=57). Был сүрәнән аңлашылыуынса, тамуҡта ут һаҡсылары булып 19 фәрештә торғаны билдәле. Ошоға ярашлы серле һандар миҫалын Ҡөрьән буйынса бихисап килтерергә мөмкин. Был һандарға ҡарап, Ҡөрьәндең тотош камил бер конструкция, уның һәр хәрефе үҙ урынында, бер һүҙен дә алмаш­тырып булмай икәнен аңлайһың.

Аллаһ Тәғәлә ни өсөн беҙгә Ҡөрьәндә математика, һандар ғилеменең серен күрһәткән һуң, тигән һорау тыуа. Ә бит Ҡөрьәнде ябай әҙәм яҙмаған, Ул кешеләр динде аңлаһын өсөн фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең Үҙенән индерелгән ҡулланма икәнен аңғарта.

Ҡөрьәндең «Әл-Исра» сүрәһендә: «Әгәр кешеләр һәм ендәр йыйылып, ошо Ҡөрьәнгә оҡшағанды яһарға теләһәләр, уларҙың ҡайһы берҙәре икенселәренә булышһалар ҙа, уға оҡшағанды килтерә алмаған булырҙар ине», – тип әйт. Һәм Беҙ ошо Ҡөрьәндә кешеләргә төрлө миҫалдар килтерҙек, әммә күпселек кешеләр кафыр булыуҙарында ныҡ тора» (17:88–89).

Әлбиттә, Ҡөрьәндәге һандар серҙәрен аңлап бөтөрлөк түгел, уны Аллаһ Тәғәлә Үҙе генә беләлер. Шулай ҙа ундағы сикһеҙ ғилем донъяһы, серле һандар тылсымы динебеҙ, иманыбыҙ, фән, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте хаҡында тағы ла нығыраҡ уйланырға ишара.
Фәнирә ҒАЙСИНА.
Интернет материалдары файҙаланылды.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook