Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә байрамы

Мөхәррәм айы һәм  Ғәшүрә байрамыБисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Барыһына ла билдәле булыуынса, мосолмандарҙың ай календары күсеп йөрөй. Быйыл изге Мөхәррәм айы 22 сентябрҙә башлана һәм Ғәшүрә байрамы 1 октябргә тура килә.

Мөхәррәм айы – ислам календарында беренсе ай, йыл башы, сөнки уның беренсе көнөнән яңы йыл башлана. Мөхәррәм – тыйылған дүрт айҙың береһе. Ул үҙенсәлектәргә бай: беренсе көнөнән унына ҡәҙәр ураҙа тоторға ҡушыла һәм Ғәшүрә байрамы үткәрелә.

Рамаҙан айынан һуң ураҙа тотор өсөн иң ҡулайлы, яҡшы ваҡыт Мөхәррәм айы һанала. Әлбиттә, был айҙа ураҙа тотоу, изге ғәмәл ҡылыу фарыз. Мотлаҡ булмаһа ла, был айҙа ураҙа тотҡан өсөн, нәфел ураҙаға ҡарағанда, сауап күберәк яҙыла.

Мөхәррәм айының иң билдәле һәм изге унынсы көнө – Ғәшүрә байрамы. «Ғәшүрә» «ун» һанын аңлата. Был көндө Аллаһ Тәғәлә күкте, ерҙе, ғәреште, фәрештәләрҙе барлыҡҡа килтергән, тип бәйән ителә дини китаптарҙа. Уны Ҡөрьән уҡып, туған-тыумасаны ҡыуандырып, ураҙа тотоп үткәрергә ҡушыла. Ураҙа тотҡан өсөн үткән һәм алдағы йылдарҙың гонаһтары ғәфү ителә.

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткәненән: «Әгәр бер кеше Ғәшүрә көнөндә балаларына вә йәмәғәтенә күңеллелек ҡылһа йәки яҡшы кейемдәр кейендерһә, йәки хәләл тәғәмдәр булдырһа, Аллаһ Тәғәлә уға вә уның балаларына һис тә мохтажлыҡ күрһәтмәҫ. Шулай уҡ хәйер-саҙаҡалар таратыу хуплана. Әгәр ҙә кемдер бер бөртөк хәйер бирһә, Аллаһ Тәғәлә уға шул бөртөк өсөн Ухуд тауы хәтлем сауап яҙа икән.

Ғәшүрә байрамында ун пәйғәмбәргә Аллаһ Тәғәләнән бәрәкәт бирелгән. Был көндө Ул атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмде, Ибраһим пәйғәмбәрҙәрҙе яралтҡан. Фәҡәт ошо көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең тәүбәһе ҡабул ителгән, Нух пәйғәмбәрҙең кәмәһе ҡоро ергә килеп туҡтаған, Ибраһим пәйғәмбәр уттан ҡотҡарылған, Сөләймән пәйғәмбәр батша итеп ҡуйылған, Йонос пәйғәмбәр ҡырҡ көн балыҡ эсендә йөрөп, ҡарынынан сығарылған, Әйүп пәйғәмбәр ауырыуынан һауыҡҡан, Муса пәйғәмбәр халҡы – фирғәүен ғәскәренән, Йософ пәйғәмбәр төрмәнән азат ителгән, Яҡуп пәйғәмбәр улы Йософ менән күрешкән.

Бер кеше Ғәшүрә байрамы хөрмәтенә ғөсөл ҡойонһа, Аллаһ Тәғәлә уны төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлар һәм бер ваҡытта ла сиргә дусар итмәҫ.
Кем дә кем Ғәшүрә кисен ғибәҙәт ҡылып һәм көнөн ураҙа тотоп үткәрә, Аллаһ Тәғәлә уны йән биргән саҡта үлем ғазабынан ҡурсалар.

Әгәр ҙә кем дә кем Ғәшүрә байрамында ауырыуҙың хәлен белешеп барһа, ул барлыҡ Әҙәм балаларының хәлен белешкән кеүек сауапҡа эйә.
Әгәр ҙә кемдер был көндө үҙенең ғаиләһенә йомарт булһа, Аллаһ та уға йыл буйы йомартлыҡ күрһәтәсәк.

Ғәшүрә көнөн ҡырағай йәнлектәр ҙә ураҙа тотоп үткәрә икән.

Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр! Әйҙәгеҙ, изге Мөхәррәм айын сауаплы үткәрергә әҙерләнәйек, Ғәшүрә байрамы күңелдәребеҙҙе нурландырһын. Күберәк изгелектәр эшләргә тырышайыҡ!
Фәнирә ҒАЙСИНА.
Интернеттан мәғлүмәттәр файҙаланылды.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook