Ниәт һәм ғәмәл
Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Әҙәм балаһы көн дә хыялланып, уйланып, ниәттәр ҡылып йөрөй, шул уйҙарыбыҙҙан сығып төрлө ғәмәлдәр ҡылабыҙ. Уйҙарыбыҙ матур икән, яҡшы эштәр башҡарабыҙ, яман булһа, гонаһлы аҙымдар ҙа яһайбыҙ. Күптәребеҙ иғтибар ҙа бирмәй, әммә күп нәмәләр беҙҙең ниәттәрҙән тора. Ҡайһы саҡ: «Эх, аҡсам булһа, ауылда мәсет һалдырыр инем йә күпер төҙөтөр инем», – тип тә уйлап ҡуябыҙ. Беҙҙең фәҡәт шулай яҡшы ниәттә булыуыбыҙ өсөн дә, уны тормошҡа ашыра алмаһаҡ та, Раббыбыҙ беҙгә шул ғәмәлде ысынлап эшләгән кеүек итеп сауабын яҙа. Сөнки Аллаһ Тәғәлә «Мин ниәттәренә ҡарап бәрәкәтен бирермен» тигән. Ғөмүмән, изге уй-ниәт ҡороп ҡына ла әллә күпме сауаптарға ирешә алабыҙ.
Әммә ниәт изге булһын өсөн йөрәк таҙалығы мөһим. Кеше сафлығын һәм ихласлығын һаҡлаһын өсөн гел зекер ҡылып, ҡәлбен таҙартып йөрөргә тейеш. Йөрәк һау икән, башҡа ағзалар ҙа сәләмәт була. Күберәк изге ғәмәл ҡылыр өсөн мөьмин сәләмәтлеген хәстәрләргә бурыслы. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә беҙгә аманат итеп биргән һаулыҡтың, ваҡыттың, сикһеҙ бәрәкәттәренең ҡәҙерен беләйек.
Беҙ көндәлек тормошта күбеһенсә үҙ көсөбөҙгә, туғандарға, таныштарға, табиптарға һәм дуҫтар ярҙамына ышанабыҙ. Эшебеҙ килеп сыҡмаһа: «Ниңә икән?» – тип аптырауға ҡалабыҙ. Ә һәр башланғыста Аллаһҡа ғына тапшырырға, Уға ғына таянырға, һыйынырға, Унан ярҙам һорарға кәрәк икәнде онотабыҙ. «Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булмаһа, ағастың япрағы ла һелкенмәй», – тигәнде хәтерҙән сығарабыҙ. Ҡөрьәндең күп аяттарында: «...Иман килтергән кешеләр Аллаһҡа тәүәккәлләһен!» (9:51), «...әгәр берәй эш башҡарырға ҡарар итһәң, Аллаға тәүәккәллә. Аллаһ, ысынлап та тәүәккәлләгәндәрҙе ярата!» (3:159) – тиелгән.
Нимәлер ниәт иткәс, беҙгә сәбәбен ҡылырға, хәрәкәт итергә, маҡсатҡа өлгәшергә ынтылыр кәрәк, «Алма беш, ауыҙыма төш!» – тип, көтөп ятыу яҡшы түгел. Ниәттәр, ғәмәлдәр, доғалар тормошҡа ашһын өсөн мосолман һәр ваҡыт хәләл ризыҡ менән туҡланырға, Аллаһ тыйғандарҙан тыйылып, Уға сикһеҙ шөкөр һәм ҡылған гонаһтарына үкенеп, ихласлыҡ менән күп тәүбәләр әйтеп йәшәргә тейеш. Ниндәйҙер ғәмәл ҡылыр алдынан Аллаһтан ярҙам, хәйерлеһен биреүен һорап доға ҡылыу фарыз. Хыялланған эш килеп сыҡмаһа, уның өсөн ҡайғырырға кәрәкмәй, сөнки Аллаһ Тәғәлә беҙгә тик хәйерлеһен генә насип итә. Беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнде Ул ғына белә.
Кешегә тормош артынан ҡыуып, донъяуи мәшәҡәттәрен генә уйлап йәшәү дөрөҫ түгел, әхирәтте лә онотмау мөһим. Мосолмандарға ике донъяны ла тигеҙ алып барырға ҡушылған. Беҙгә изгелектәребеҙ өсөн әхирәттә лә сауаптар алырға тырышыу һәйбәт. Мәҫәлән, кемдер мәсет һалһа, унда халыҡ ғибәҙәт ҡылған һайын уға сауап яҙыласаҡ. Кемдер күпер төҙөһә, уның менән халыҡ файҙаланған һайын, уға сауап киләсәк. Ҡыласаҡ ғәмәлдәребеҙ үҙебеҙ өсөн генә түгел, туғандарыбыҙ, халҡыбыҙ һәм барлыҡ мосолмандар өсөн дә файҙалы. Әммә башҡарасаҡ барлыҡ эштәребеҙҙе беҙ фәҡәт «Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн», – тип ихлас ниәтләп башҡарырға тейеш. Сөнки беҙҙе ҡәберҙә, Яуап көнөндә был донъяла ҡылған барлыҡ ғәмәлдәребеҙ, һүҙҙәребеҙ өсөн яуап биреү көтә. Кемгә күпме ғүмер бирелгәнен бер кем дә белмәй, бәлки, ошо минут кемдер өсөн һуңғыһылыр... Шуға һәр эште бары тик ихласлыҡ менән ысын күңелдән башҡарыу зарур.
Был донъяға әҙәм балаһының бары тик һынау өсөн генә яратылғанын онотмайыҡ. «Беҙ һеҙҙе уйын-көлкө өсөн барлыҡҡа килтерҙек һәм һеҙ Беҙгә ҡайтарылмаясаҡһығыҙ, тип уйланығыҙмы ни?» (23:115) – тиелгән Ҡөрьәндә.
Уйлаған изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын! Ҡыласаҡ ғәмәлдәребеҙ халҡыбыҙҙы, динебеҙҙе ҡыуандырырлыҡ, ҡеүәтләндерерлек булһын. Амин!

Фәнирә ҒАЙСИНА.
Теги: