Рамаҙан айы үҙенсәлектәре

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!

Изге Рамаҙан – айҙарҙың солтаны. Башҡаларҙан нимәһе менән айырыла һуң? Был айҙа, 610 йылдың Ләйләтүл-Ҡәҙер кисендә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Хира мәмерйәһендә саҡта Ҡөрьән индерелә башлаған. Ябраил фәрештә уға «Әл-Ғәләҡ» сүрәһенең беренсе биш аятын өйрәтә.

Рамаҙан айы ингән беренсе кистә үк йәннәт ишектәре асыла, ә тамуҡ ишектәре бикләнә, шайтандар сылбырланып ҡуйыла.
Рамаҙан – түҙемлек, сабырлыҡ, нәфсене һынау, күңелде таҙартыу, рухты тәрбиәләү, тамуҡтан ҡотолоу айы. Ҡөрьәндә, «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһенең 185-се аятында бына нимә тиелгән: «Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн, тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу маҡсатында Ҡөрьән индерелде. Һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул саҡта башҡа көндәрҙә шул тиклем ваҡыт тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй һәм һеҙҙе тура юлға күндергәне өсөн Алланы ололауығыҙҙы теләй – моғайын, һеҙ Аллаға шөкөр итерһегеҙ!»

Ураҙа айында һәр кис барлыҡ мосолмандар ҙа йәстү намаҙынан һуң егерме рәҡәғәт сөннәт тарауих намаҙы ҡыла башлай, уны ҡатын-ҡыҙға мәсеткә йөрөмәй, өйҙә генә уҡырға мөмкин.

Рамаҙан айында йәше еткән, аҡылы камил мосолмандарға ураҙа тотоу фарыз. Бәләкәйҙәр ураҙа тотмаһа ла була, шулай ҙа ете йәштән өйрәтә башлау мөһим. Рамаҙанда барлыҡ мосолмандар ҙа бары тик Аллаһы Тәғәләбеҙ ризалығы өсөн ураҙа тоторға ихлас ниәт ҡыла һәм таңдан ҡояш байығансы һис ашамай-эсмәй тора. Үҙҙәрен күҙ, ҡолаҡ, ҡул, тел менән эшләнә торған төрлө гонаһтарҙан һаҡлап, Ҡөрьән уҡырға, күберәк ғибәҙәт ҡылырға һәм изгелектәр эшләргә тырыша, сөнки был айҙа ҡылған ғибәҙәттәребеҙ, изгелектәребеҙ өсөн бик күп сауаптар яҙыла, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә.

Әгәр кеше ауырып йәки сәфәрҙә булыу сәбәпле ураҙа тотмаһа, уны һуңынан тотоп ҡуйырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ күрем күргәндә йәки бала тапҡандан һуң ҡаны килгәндә ураҙа тотмай, улар ҙа ҡаза ҡылып, һуңынан тотоп ҡуйырға бурыслы. Йыуынғанда яңылыш һыу йотоу, укол ҡаҙатыу, ҡолаҡҡа дарыу һалыу, клизма эшләү, ҡоҫоу, тәмәке тартыу ураҙаны боҙа. Шулай уҡ әгәр кемдер «ифтар, йәғни ауыҙ асыу мәле етте икән» тип алдан ашаһа йәки таңда билдәләнгән ваҡыттан һуң сәхәрҙе тамамлаһа, ураҙаһы боҙолған була. Ә, мәҫәлән, көндөҙ, кеше ураҙала икәнен онотоп, яңылыш ашаһа, уныҡы боҙолмай. Был «Аллаһ Тәғәлә ашатты» тип иҫәпләнә, әммә ураҙала икәнен хәтерләһә, шундуҡ туҡтап, ураҙа тотоуын дауам итеү зарур.

Көндөҙ ир менән ҡатынға енси мөнәсәбәткә инеү тыйыла, яҡынлыҡ ҡылыу ҡояш байығандан таңғаса мөмкин. Әгәр ҙә яҡынлыҡ көндөҙ ҡылына икән, уның өсөн ике ай туҡтауһыҙ ураҙа тотоу йөкләтелә. Шулай уҡ кемдер был айҙа ураҙаны бер көн етди сәбәпһеҙ ҡалдыра икән, ул да ике ай буйы һис өҙлөкһөҙ ураҙа (кәффәрат) тоторға тейеш була. Әгәр уртала бер көн төшөрөп ҡалдыра икән, ул иҫәпте яңынан башлай.

Үҙен насар тойоп, балаһы һаулығына зарар килеүҙән ҡурҡҡан йөклө ҡатын, төҙәлмәҫлек ауырыу менән интеккән сирле, үтә ҡарт әбей менән бабай һис ураҙа тоторлоҡ хәлдә булмаһа, улар «муд» (йәғни штраф) түләргә бурыслы. Уны аҡсалата йә ризыҡ менән мохтаждарға бирәләр.

Көн буйы гонаһтарҙан тыйылып, ураҙаны дөрөҫ тотҡан кешенең кис ауыҙ асҡанда теләгән доғалары ҡабул була. Ә инде кем дә кем ураҙаны икенсе ниәт менән, йәғни ябығыр өсөн тотһа, гонаһ ҡылыуҙан, ғәйбәт һөйләүҙән тыйылмаһа, ул ураҙаға иҫәпләнмәй. Шуға кистән таңғаса фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа тоторға ихлас ниәт ҡылыр кәрәк. Кемдер онотһа, иртән һис ашамаған-эсмәгән булһа, төшкә хәтлем йөрәк менән ниәтләнеп, ураҙа тотоуын дауам итергә тейеш.

Рамаҙан айының егермеһенән һуң таҡ һандарының береһендә (21, 23, 25, 27) Ләйләтүл-Ҡәҙер кисе була, уның дәрәжәһе мең айҙан да ҡөҙрәтлерәк. Был төндө кеше ихлас тәүбә ҡылып, гонаһтарына үкенеп, Аллаһы Тәғәлә ғәфү итеүен өмөтләнеп һорап, ғибәҙәт ҡылып үткәрһә, уның бығаса ҡылған гонаһтары ғәфү ителә.

Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, рәсүлебеҙ әйткән: «Кем Рамаҙан айында ураҙа тотоп, Шәүүәл айының башында ла алты көн ураҙа тотһа, бер йыл буйы ураҙа тотҡан кеүек булыр». Икенсе хәҙистә: «Ҡөрьән һәм ураҙа мосолмандарға Яуап көнөндә шәфәғәт ҡыласаҡтар», – тигән. Өсөнсө хәҙистә: «Әгәр кешеләр Рамаҙан айының мәғәнәһен ысынлап та аңлаһа, улар Рамаҙандың йыл буйы булыуын теләр ине», – тиелгән.
Фәнирә ҒАЙСИНА.
Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнде.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook