Исламда һыуға мөнәсәбәт
Һыу – йәшәү сығанағы. Башҡорт халҡында тәбиғәткә, һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында күп әйтелгән. Һыу тураһында борон-борондан ата-бабаларыбыҙ тарафынан тапшырыла килгән ырым-ышаныуҙар, тыйыуҙар бөгөнгәсә һаҡланған. Мәҫәлән: «Шишмә, йылғаларҙы бысратма», «Төнөн шишмәләр йоҡлай, ҡояш байығас, һыуға барма», «Йылға буйҙарында сүп ташларға, кесе ярау итергә ярамай», «Мунсала һыуҙы күп тотонма, исраф була», «Ҡиблаға табан аҡҡан шишмәләр изге, шифалы була» тигән ышаныуҙар бар. «Урал батыр» эпосында ла батырыбыҙ ятҡан күлдәрҙән һыу эсеүҙе тыйып, киләсәк быуындарға аманат итеп әйтеп ҡалдырған, сөнки аҡмаған һыуҙа кеше һаулығына зыянлы микроб, бактериялар туплана.
Динебеҙҙә лә һыуға айырыуса һаҡсыл мөнәсәбәт сағыла, Ҡөрьәндә һыу тураһында аяттар бихисап (6:99, 21:30, 42:28, 43:11, 56:68-70), хәҙистәр ҙә күп.
Әле бер нәмә лә булмағанда, Аллаһ Тәғәләнең тәхете һыу өҫтөндә булған, тиелә (11:7). Шунан Аллаһ Тәғәлә Ерҙе-Күкте, йәғни был донъяны барлыҡҡа килтергән.
Беренсе кеше – Әҙәм ғәләйһис-сәләмде бар ҡылғанда Аллаһ Тәғәлә Ғазраил килтергән дүрт төрлө балсыҡҡа өс төрлө – әсе, тоҙло һәм татлы һыуҙы ҡушып иҙә. Шуға ла Ер йөҙөндәге кешеләр төрлө холоҡло, төрлө ҡиәфәтле, тиелә дини риүәйәттә.
Һыу – беҙгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән ниғмәт, ризыҡ, ғүмер биреүсе. Һыуһыҙ йәшәй алмайбыҙ. Беҙҙең өсөн Аллаһ Тәғәлә Ергә Күктән һыу төшөрә. Ямғыр яуҙырып, үлән-үҫемлектәр, еләк-емештәр үҫтерә, шулай беҙҙе ниғмәтләндерә, көс бирә. Ҡөрьәндә һыу Аллаһтың беҙгә булған шәфәғәтен дә күрһәтә: «Ул кешеләр өмөтһөҙлөккә төшкәндән һуң ямғыр ебәрә һәм Үҙ рәхмәтен йәйә...» (42:28), «Ул Үҙ рәхмәте алдынан һөйөнсө менән елдәр ебәрә. Беҙ күктән таҙа һыу төшөрҙөк, уның менән Үҙебеҙ үлек ерҙәрҙе терелтер, Үҙебеҙ барлыҡҡа килтергән кешеләрҙе һәм хайуандарҙы туйғансы эсерер өсөн» (25:48-49), «Һеҙ үҙегеҙҙең эсә торған һыуығыҙҙы күрҙегеҙме? Уны болоттан һеҙ төшөрҙөгөҙмө йәки Беҙ төшөрәбеҙме? Әгәр Беҙ теләһәк, уны әсе итер инек. Ни өсөн һуң һеҙ шөкөр итмәйһегеҙ?» (56:68-70) тиелгән Ҡөрьән аяттарында.
Һыу – ул беҙҙе паклаусы, таҙартыусы. Аллаһ Тәғәләбеҙ таҙа йөрөгәнде ярата (9:108). Шуға мосолман кешегә ғөсөл ҡойоноп, тәһәрәт алып, йыуынып, таҙа йөрөргә ҡушылған (5:6, 9:108), ә был һыуһыҙ мөмкин түгел. Таҙалыҡ – ул ярты иман, ә тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡабул булмай. Тәһәрәт алғанда әҙәмдәрҙең гонаһы ла йыуылып төшә. Яуап көнөндә мөьминдәрҙең тәһәрәт алған ерҙәре нурланып, яҡтырып торор һәм ул ерҙәр тамуҡ утына харам булыр, ти.
Ике донъяла ла һыу иң яҡшы эсемлек һанала. Йәннәттә лә мосолмандар өсөн Кәүҫәр, Рәжәп исемле һәм башҡа һөт, шарап, бал йылғалары буласағы хаҡында беләбеҙ. «Тәҡүәлеләргә вәғәҙә ителгән ожмахтың күренеше: унда һыуы боҙолмаған һыулы йылғалар, тәме үҙгәрмәй торған һәм эсеүселәргә татлы хәмер йылғалары, таҙартылған бал йылғалары, һәр төрлө еләк-емештәр һәм Раббыларынан ярлыҡау...» (47:15).
Мосолман кешеһе һыу эскәндә ултырып, «Бисмилла» итеп, һауытты уң ҡулда тотоп, бәләкәс йотомдар менән эсергә тейеш. Һәр кемгә ризыҡ, һыу үлсәүле бирелгән. Шуға ла һыуҙы, ғөмүмән, тормош-көнкүрештә лә артыҡ исраф итмәү хәйерле. Баҫып, ашығып эскәндә сиргә дусар булыу ихтималлығы хәҙистәрҙә иҫкәртелгән. «Зәм-зәм» һыуын кем ниндәй ниәт менән эсә, шул теләге ҡабул була. Мәҫәлән, «Һауығайым» тип эсһә, кеше ысынлап һауыға.
Хәҙерге заманда һыуҙың хәтере һәм сихри көсө барлығын ғалимдар ҙа билдәләй. Һыуҙы өшкөргәндә лә ҡулланабыҙ, быға ямғыр һыуы бигерәк тә килешә.
Бер яҡтан, һыу ул Аллаһтың шәфәғәте, бәрәкәте булһа, икенсе яҡтан, Аллаһ Тәғәлә һыуҙы кешеләргә ҡаршы язалау сараһы итеп тә ҡуллана. Мәҫәлән, Нух пәйғәмбәр заманында бөтә донъяны һыу баҫҡанлығын беләбеҙ. Хәҙер ҙә, кешеләр гонаһҡа батһа, тәүбә-шөкөр итмәһә, Аллаһты иҫкә алмаһа, Уға кемделер тиңдәш итһә, ерҙәрҙе ҡар, һыу баҫа, боҙ яуа, йылғалар таша, зыян килә. «Һеҙҙең өсөн Ерҙе түшәк итеүсегә, Күкте көмбәҙ ҡылыусыға һәм Күктән һыу төшөрөүсегә, һеҙгә ризыҡ булһын өсөн һыу менән емештәр үҫтереүсегә. Белә тороп та, Аллаға тиңдәш тотмағыҙ!» (2:22) тиелгән Ҡөрьән-Кәримдә.
Теге донъялағы ғазап – тамуҡта гонаһлыларҙы ҡайнар һыу эсергә мәжбүр итәсәктәр.
Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, заман ахырында таҙа һыу ер аҫтына төшөп китәсәк һәм халыҡ һыуһыҙ интегәсәк. «Ер йөҙөндә алтын тулып ятыр, әммә һыу ҡиммәтле хазинаға әйләнер», тиелгән.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә бығаса биргән сикһеҙ бәрәкәтенән, ниғмәттәренән, һаулығынан, таҙа һыуҙарынан айырмаһын. Амин.

Фәнирә ҒАЙСИНА.
Теги: Һыу