Намаҙ ҡылыу тәртибе
Хөрмәтле уҡыусылар! Һеҙҙе журналыбыҙҙың алдағы һандарында тәһәрәт, намаҙ уҡыу тәртибен һүрәттәрҙә күрһәтеп таныштыра килдек. Шуға ла был һанда ҡыҫҡаса дөйөмләштереп бирергә булдыҡ.
Һәр намаҙ алдынан ҡайһы намаҙҙы уҡырға ниәтләүебеҙ хаҡында әйтәбеҙ, мәҫәлән: «Аллаһ ризалығы өсөн бөгөнгө иртәнге намаҙҙың 2 рәҡәғәт фарызын ҡылырға ниәт иттем» тип. Иртәнге намаҙҙың фарызы ла, сөннәте кеүек үк, ике рәҡәғәт итеп ҡылына.
Өйлә намаҙы дүрт сөннәт, дүрт фарыз һәм тағы ла ике сөннәттән тора, бөтәһе – ун рәҡәғәт. Иң тәүҙә дүрт рәҡәғәт сөннәте уҡыла. Түбәндә өйлә намаҙының сөннәтен аңлатып китәбеҙ:
Беренсе рәҡәғәт. Башта ҡәҙимгесә ниәт әйтелә: «Аллаһ ризалығы өсөн бөгөнгө өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәтен ҡылырға ниәт иттем».
Ике ҡулды күтәреп тәҡбир – «Аллаһу әкбәр»ҙе әйтәбеҙ. «Сүбхәнәкә», «Әғүҙү-бисмилләһ», «Фатиха» һәм тағы бер сүрә уҡыйбыҙ. Тәҡбир әйтәбеҙ ҙә рөҡуғҡа китәбеҙ. Рөҡуғта өс мәртәбә: «Сүбхәнә раббийәл-ғаҙыйм» тибеҙ, шунан – «Сәмиғәл-лааһу лимән хәмидәһ». Рөҡуғтан торғанда «Раббәнә ләкәл-хәмд» тибеҙ. Тәҡбир әйтеп сәждәгә китәбеҙ. Сәждәлә өс мәртәбә «Сүбхәнә раббийәл-әғлә»не ҡабатлайбыҙ, шунан тәҡбир әйтеп, ике сәждә араһындағы ултырышта ултырабыҙ, тағы тәҡбир әйтеп, икенсе сәждәгә китәбеҙ. Сәждәлә өс мәртәбә «Сүбхәнә раббийәл-әғлә»не әйтеп, тороп баҫабыҙ.
Икенсе рәҡәғәт. Тәҡбир әйтәбеҙ ҙә баҫҡан килеш (икенсе рәҡәғәткә) «Бисмилләһ», «Фатиха» һәм тағы бер сүрә уҡыйбыҙ. Тәҡбир әйтеп рөҡуғҡа китәбеҙ. Рөҡуғта өс мәртәбә «Сүбхәнә раббийәл-ғаҙыйм», шунан бер тапҡыр «Сәмиғәл-лааһу лимән хәмидәһ», рөҡуғтан торғанда «Раббәнә ләкәл-хәмд» тибеҙ. Тәҡбир әйтеп сәждәгә китәбеҙ. Сәждәлә өс мәртәбә «Сүбхәнә раббийәл-әғлә» тибеҙ. Тәҡбир әйтеп, ҡалҡынып ултырабыҙ. Был «ике сәждә араһындағы ултырыш» була. Тағы тәҡбир әйтеп, икенсе тапҡыр сәждәгә китәбеҙ. Сәждәлә өс мәртәбә «Сүбхәнә раббийәл-әғлә» тибеҙ. Тағы тәҡбир әйтеп, ҡалҡынып ултырабыҙ ҙа «Әттәхиәт» уҡыйбыҙ. (Иғтибар итегеҙ, дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡығанда, ике рәҡәғәттән һуң ултырышта «Әттәхиәт» кенә уҡыла).
Өсөнсө рәҡәғәттә тәҡбир әйтәбеҙ. Баҫҡан килеш «Бисмилләһ», «Фатиха» уҡыла (иғтибар итегеҙ: өсөнсө, дүртенсе рәҡәғәттә «Фатиха»нан һуң берәй сүрә ҡушып уҡырға мөмкин, ҡушылмаһа ла намаҙ дөрөҫ һанала). Артабан беренсе рәҡәғәттәге кеүек дауам ителә.
Дүртенсе рәҡәғәткә баҫып, тәҡбир әйткәс, торған килеш «Бисмилләһ», «Фатиха» уҡыла. Тәҡбир әйтеп рөҡуғҡа китәбеҙ. Рөҡуғта өс тапҡыр «Сүбхәнә раббийәл-ғаҙыим» һәм бер тапҡыр «Сәмиғәл-лааһу лимән хәмидәһ» тибеҙ. Рөҡуғтан торғанда «Раббәнә ләкәл-хәмд» әйтелә. Тағы тәҡбир әйтеп сәждәгә китәбеҙ. Сәждәлә өс мәртәбә «Сүбхәнә раббийәл-әғлә»не ҡабатлайбыҙ. Яңынан тәҡбир әйтеп, ҡалҡынып, ике сәждә араһындағы ултырышҡа ултырабыҙ. Тәҡбир әйткәс, икенсе сәждәгә китеп, өс тапҡыр «Сүбхәнә раббийәл-әғлә»не ҡабатлайбыҙ. Һуңғы тәҡбирҙән һуң тороп ултырабыҙ һәм, «Әттәхиәт», «Аллаһүмә салли», «Раббана әтинә»не уҡып, уңға-һулға «Әс-сәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лааһ» тип сәләм бирәбеҙ. Өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәте тамам. Дүрт рәҡәғәт фарызы ла ошо тәртиптә ҡабатлана. Ә өйлә намаҙының ике рәҡәғәт сөннәте иртәнге намаҙҙың сөннәте кеүек үк башҡарыла.
Намаҙҙың дүрт рәҡәғәтен уҡығанда, башта – ике рәҡәғәт, ултырышта «Әттәхиәт»те генә әйтеп, шунан тағы ике рәҡәғәт уҡыла. Һәр рәҡәғәттә «Бисмилләһ», «Фатиха» һәм тағы бер сүрә ҡушып уҡыла («Фатиха» ғына уҡыу ҙа етә). Был дүрт рәҡәғәтте уҡып бөткәс, ултырышта «Әттәхиәт», «Аллаһүмә салли» (йәғни «Салауат»), «Раббана әтинә» уҡыла һәм «Әс-сәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лааһ» тип тәүҙә уңға, шунан һулға сәләм бирелә. Шулай итеп, өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәте лә, фарызы ла бер төрлө уҡыла. Ә өйлә намаҙының ике рәҡәғәт сөннәте иртәнге намаҙҙың сөннәте кеүек үк башҡарыла.
Икенде намаҙы иһә дүрт рәҡәғәт сөннәт, дүрт фарыз булып, барлығы һигеҙ рәҡәғәт уҡыла. Башта сөннәте ҡылына (бындағы дүрт рәҡәғәт тә өйлә намаҙындағы кеүек үк үтәлә).
Аҡшам намаҙы өс фарыз, ике рәҡәғәт сөннәттән тора, барыһы – биш рәҡәғәт. Башта фарызы ҡылына. Өс рәҡәғәт фарызын уҡығанда, өсөнсө рәҡәғәттә «Фатиха» доғаһы ғына әйтелә һәм, башҡа намаҙҙарҙағы кеүек үк, ултырышта «Әттәхиәт», «Аллаһүмә салли» (йәғни «Салауат»), «Раббана әтинә» уҡыла һәм тәүҙә уңға, шунан һулға сәләм бирелеп тамамлана.
Йәстү намаҙы тулыһынса өйлә намаҙы кеүек ҡылына: тәүҙә дүрт сөннәт, дүрт фарыз һәм һуңынан тағы ике рәҡәғәт сөннәт уҡыла. Барлығы – ун рәҡәғәт.
Витр намаҙы йәстү намаҙынан һуң ҡылына. Витр намаҙы өс рәҡәғәттән тора. Өсөнсө рәҡәғәтенең ҡылыныуы башҡа намаҙҙарҙан айырыла. Был рәҡәғәттә «Фатиха» һәм тағы берәй сүрә уҡылғандан һуң шунда уҡ рөҡуғҡа кителмәй. «Аллаһу әкбәр» тип, ҡулдар юғары күтәрелеп, яңынан бағлана һәм «Кнут» (йә өс тапҡыр «Раббана әтинә») доғалары уҡыла, һуңынан рөҡуғҡа барыла.
Аллаһ ризалығы өсөн ҡылынған намаҙҙарыбыҙ ҡабул булһын!

Фәнирә ҒАЙСИНА әҙерләне.
Теги: