Аҙан һәм намаҙ талаптары
Аҙан
Аллаһу әкбәр (4 мәртәбә).
Әшһәдү әллә иләһә иллаллаһ (2 мәртәбә).
Әшһәдү әннә Мөхәммәдәр-рәсүлүллаһ (2 мәртәбә).
Хәййә ғәләс-сәләәһ (2 мәртәбә).
Хәййә ғәләл фәләәх (2 мәртәбә).
Әссоләту хайрум минәннәүм (2 мәртәбә. Был юл иртәнге намаҙ аҙанында әйтелә).
Аллаһу әкбәр (2 мәртәбә).
Лә иләәһә илләллаһ (1 мәртәбә).
Аҙанды ирҙәр генә уҡый. Аҙан һуҙып уҡылһа, ҡамәт тиҙерәк әйтелә.
Намаҙҙы боҙа торған хәлдәр:
- Намаҙҙа һөйләшеү.
- Нимә булһа ла ашау йә эсеү.
- Үҙ алдына көлөү (ишетерлек итеп көлһә, тәһәрәте лә боҙолор).
- Кешегә сәләм биреү йәки сәләмен алыу.
- Күкрәген ҡибланан бороу.
- Донъя ҡайғыһын, мәшәҡәтен уйлап йәки берәй ауырыу сәбәпле илау, «аһ-ваһ» килеү (Аллаһтан ҡурҡып илау намаҙҙы боҙмаҫ).
- Ауырымаған килеш йүткерергә тырышыу.
- Намаҙҙа нимә булһа ла эшләргә тырышыу.
- Ҡөрьәндең мәғәнәһен боҙоп уҡыу.
- Намаҙ уҡыған ваҡытта тәһәрәт боҙолоу.
- Тәйәммүм ҡылған кеше намаҙҙа саҡта һыу күрһә, мәсих ваҡыты сыға.
- Иртәнге намаҙҙы ҡылғанда ҡояш сығыуы.
- Ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәр араһында пәрҙә булмаған хәлдә, сафҡа баҫып, йәмәғәт менән бер рәттә намаҙ ҡылыу.
- Намаҙҙа ябылырға тейешле ерҙәрҙең асылыуы һәм бының бер рөҡөн яһаласаҡ ваҡыт ҡәҙәр дауам итеүе.
Ҡамәт төшөрөү

Кад камәтис-саләх (2 мәртәбә).
Аллаһу әкбәр (2 мәртәбә).
Лә иләәһә илләллаһ (1 мәртәбә).
Намаҙ мәкруһтары
(намаҙҙа эшләнмәҫкә тейеш нәмәләр):
1) Намаҙҙа кейем-һалым менән уйнау, бармаҡ шартлатыу, бармаҡтарҙы бер-береһенә ҡарыштырыу, ҡулдарҙы бөйөргә ҡуйыу.
2) Иҫнәү, кирелеү.
3) Күҙҙәрҙе йомоу, тирә-яҡҡа һәм юғарыға ҡарау. Ҡарағанда күкрәгең ҡибланан боролһа, намаҙ боҙола.
4) Ҡулдарҙы һыҙғанып, намаҙҙан тороу. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарын һыҙғанып намаҙ ҡылһа, намаҙҙары боҙола.
5) Ғөҙөрһөҙ хәлдә намаҙҙа аяҡтарҙы салып ултырыу, сүгәләү, теҙҙәрҙе юғары күтәреп ултырыу.
6) Кешенең йөҙөнә, ҡыҙарып янған утҡа ҡарап намаҙ ҡылыу. Сыра, шәм, лампаға ҡаршы булыу мәкруһ һаналмай.
7) Биттәге тир һәм туҙанды һөртөү, тырнау, сәждә ҡыла торған ерҙәге таштарҙы төҙәтеү. Былар намаҙ ҡылыу өсөн уңайһыҙ булғанлыҡтан эшләнһә, мәкруһ булмаҫ.
8) Рөҡуғта йәки сәждәлә тәсбихтәрҙе төшөрөп ҡалдырыу йәки эстән аҙ уҡыу.
9) Намаҙ ҡылыусының янында, өҫтөндә, аҫтында, уң һәм һул тарафында йән эйәләре рәсемдәре булыуы йәки йән эйәһенең рәсеме төшөрөлгән, уйылған берәй нәмәгә ҡарап сәждә ҡылыу. Ағас кеүек йәнһеҙ нәмәләрҙең зарары юҡ.
10) Намаҙҙа берәй нәмәгә таяныу.
11) Сәждәгә барғанда бары тик маңлайҙы ғына тейҙереп, танауҙы ергә тейҙермәү.
12) Сәждәгә барғанда ҡулдарҙы тубыҡтарҙан алда ергә терәү, сәждәнән ҡалҡҡанда тубыҡтарҙы ҡулдарҙан элек күтәреү. Ауырыу сәбәпле эшләнһә, мәкруһ булмаҫ.
13) Юл буйында, бысраҡ ерҙәрҙә, ҡәбер өҫтөндә, эйәһенең ризалығын алмаған урында намаҙ ҡылыу.
14) Икенсе рәҡәғәттә беренсе рәҡәғәттәге уҡыған сүрәне йәки аяттан да оҙонораҡ сүрә йәки аят уҡыу.
15) Яттан башҡа сүрә йәки аят белгәндә ике рәҡәғәттә лә бер үк сүрәне уҡыу.
16) Икенсе рәҡәғәттә беренсе рәҡәғәттә уҡылған сүрә йәки аяттан элек уҡыған сүрә йәки аятты уҡыу. Ҡыҫҡа сүрә уҡылғанда баштан аҙаҡҡа табан (Ҡөрьән буйынса, башынан аҙаҡҡа табан, йәғни юғарынан түбәнгә) уҡыу дөрөҫ.
17) Беренсе рәҡәғәттә бер сүрә уҡып, икенсе рәҡәғәт араһында бер сүрәне ҡалдырып, башҡа сүрә уҡыу.
18) Намаҙ ҡылғанда пальто йәки костюмды елкәгә генә һалыу.
19) Мәсеттә алғы сафта асыҡ ер булғанда артҡы рәткә намаҙға баҫыу.

Фәнирә ҒАЙСИНА төҙөгән
«Балалар өсөн рәсемле намаҙ» китабынан.
«Балалар өсөн рәсемле намаҙ» китабынан.
Теги: