Йәйҙең онотолмаҫ өс көнө
Ағиҙелдең көндөҙ аҡ көмөштәй емелдәгән тулҡындарының төнгө ут яҡтыһында алтын төҫөнә инеп, йомшаҡ ҡына ярға ҡағылыуын ҡыҙ, арбалғандай, күҙ ҙә алмай күҙәтә. Йәйҙең иң ҡыҫҡа, сихри төнө – теләктәр теләй торған төн! Уның тулҡындарға ҡарап теләгән оло теләге Йыһанға юллана. Яр буйында яҡҡан ҙур усаҡ янында дуҫтары үҙҙәренә нимә юрағандыр, әммә Лолита был теләгенең дә мотлаҡ тормошҡа ашасағын белә. Атайлы-әсәйле, туғанлы булып, татыу ғаиләлә йәшәргә хыяллана ине бит – хәҙер уның өсөн өҙөлөп торған атаһы һәм әсәһе, ике ағаһы бар, йорттарындағы иң матур бүлмә – уныҡы!
Ә Ағиҙел буйындағы лагерҙа үткәргән өс көн уның өсөн, балалар йорттарынан, патронат ғаиләләрҙән килгән етмеш малай һәм ҡыҙ өсөн йәйҙең иң ҡояшлы көндәре булып хәтерҙә ҡаласаҡ.
Республикала билдәле «Мәрхәмәт» хәйриә-мәғариф фонды эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше – балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә тормошто нығыраҡ аңларға, унда үҙҙәрен табырға, йәғни социалләшергә, ярҙам итеү. Фонд «Дуҫлыҡ ебе» һәм «Плюс бер» проекттары сиктәрендә Ауырғазы, Бүздәк, Бөрө, Стәрлетамаҡ балалар йорттарында был тәңгәлдә ҙур эш алып бара. Ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙарҙың өшөгән йәндәрен йылытырға теләүсе миһырбанлылар, шөкөр, етерлек. Фонд хеҙмәткәрҙәре оло йөрәкле ошо кешеләр булышлығында йәшәйеш тигән фәнде төшөндөрөүсе оҫталыҡ дәрестәре, тренинг-семинарҙар уҙғара. Бөрө ҡалаһынан алыҫ түгел «Ыласынҡай» лагерында етем балалар өсөн ойошторолған ял иһә эҙмә-эҙлекле, оҙайлы эштең мөһим өлөшө булып тора.
– Йәшәй башлар-башламаҫ борон яҙмыш тарафынан ҡағып-һуғылған малайҙар һәм ҡыҙҙар, күңелдәре менән һиңә тартылһа ла, асылып бөтмәй. Баштарына биш ғүмергә торош ҡайғы-хәсрәт төшкән, етемлектең, хыянаттың әселеген татыу ғына түгел, сөмөргән балалар, өркәк кейек кеүек, тулыһынса ышаныуҙан һаҡлана. Хатта тик яҡшылыҡ теләүеңде белһә лә. Ҡайһы берәүҙәренең йөрәге шәфҡәтһеҙлектән таштай ҡатҡан. Араларында бишәр тапҡыр ғаиләгә алынып, бишәр тапҡыр кире ҡайтарылғандары бар, – тип һөйләй тєжрибєле психолог Лариса Гехт.
Бында нотољ кеүек аҡыллы һүҙҙәр һөйләп түгел, иң матур яҡтарын, йәшерен һәләттәрен асыусы ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеп, ете йоҙаҡҡа бикләнгән күңелдәргә асҡыс яраталар. Мәҫәлән, футболкаларҙы, сынаяҡтарҙы, тәрилкәләрҙе хыялдары ҡушҡанса биҙәгәндә, балаларҙың һәр береһе үҙен ҡабатланмаҫ рәссам итеп тойғандыр. Аҫылташтай мәрйендәрҙән ҡатлы-ҡатлы оҙон муйынсалар теҙгәндә ысын дизайнерҙай хис иткәндер. Ижад емештәрен, йәйҙең иҫтәлеге тип, үҙҙәре менән алдылар. Футболкалағы һүрәттәр оҙаҡ һаҡланһын өсөн, тиҫкәре яғынан үтекләгәс кенә йыуырға кәрәклеге лә хәтерҙәрендә ҡалды.
Һынлы сәнғәттәге эбру тигән яңы йүнәлеш буйынса һүрәт төшөрөүселәрҙең эштәренән тотош күргәҙмә ойошторолдо. Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матурлыҡты тыуҙырыусылар был көндә ысын-ысындан бәхетле ине. Спорт майҙансығында баскетбол, интеллектуаль футбол уйнаусыларҙың шат тауыштарынан иһә бөтә Ағиҙел буйы яңғырап торҙо.
Аш-һыу дәресе күптәр өсөн торғаны асыш булды. Йәйге селләлә яратып ашалған ябай һалҡын ризыҡ – окрошка әҙерләү, баҡһаң, бик ябай ҙа түгел. Ҡаҙна йортонда ашнаҡсылар бешергәнде ашап өйрәнгән балалар колбасаны бөтөнө менән түгел, грамлап үлсәргә, ҡыяр менән йомортҡаны эре киҫәкләп түгел, ваҡлап турарға кәрәклеген белеп, аптыраны. Ә үҙең әҙерләгән ризыҡ телде йоторлоҡ тәмле икән дә!
Балалар йорто – ябыҡ донъя һәм унда тәрбиәләнеүселәрҙең тормош хаҡында күҙаллауы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлыҡтан ныҡ айырыла. Был йорт ишектәрен ябып, үҙ аллы йәшәй башлағас, тормошто, кешеләрҙе ғәмәлдә бөтөнләй белмәүҙәре уларға ифрат ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Шул арҡала күпме яҙмыштар селпәрәмә килә! «Мәрхәмәт» хеҙмәткәрҙәре һәм йөрәк ҡушыуы буйынса уларға проектты ғәмәлгә ашырыуҙа булышыусылар, балаларҙы һәр осраҡтан ҡурсалай алмауҙарын белһә лә, тырышлыҡтарының бушҡа түгеллегенә ышана: бөгөн өлкәндәргә ярҙамлашып йөрөүсе Слава менән Алһыуҙың яҙмышы – шуға сағыу дәлил. Балалар йортонда тәрбиәләнгән егет менән ҡыҙ асылдарын тап ижад йоғонтоһонда асҡан, ә фонд ойошторған сараларҙа ҡатнашыу, бынан алдағы йәйҙәрҙә ошо уҡ лагерҙың кескәй сәхнәһендә йондоҙ булып балҡыу үҙҙәренә ышанысты нығытҡан. Слава менән Алһыу үҙҙәренән бәләкәйерәктәрҙә ошо мөһим сифатты үҫтерешеүҙе бурыстары тип һанай. Слава Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжында программистлыҡҡа уҡый, ә Алһыу Башҡорт дәүләт университетында белем ала, йәшәйеш хаҡында бәләкәйҙән күңелендә йөрөткән һорауҙарға яуап эҙләп, фәйләсүф булырға йыйына. Ләкин йыр-моңдан башҡа йәшәүҙәрен күҙ алдына ла килтерә алмайҙар.
– Бөтә сараларҙы йыр менән һуғарып алып барғанға ғына түгел, балалар йорто донъяһын эстән белгәнгә, унда тәрбиәләнеүселәрҙең күңел торошон бөтәһенә ҡарағанда нескәрәк тойғанға күрә, был егет менән ҡыҙҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, – ти проект етәксеһе Ксения Афанасьева. – Уларға ҡарап, һис шикһеҙ, күптәрҙә тырышып уҡып, яҡшы белем алыу теләге уяналыр.
Төп эштәрен ситкә ҡуйып тороп, ваҡыттарын балаларға бүлеүсе волонтерҙар – үҙ өлкәләрендә уңышлы кешеләр. Осрашыуҙарҙа улар һөнәрҙәре, яратҡан шөғөлдәре хаҡында һөйләй, малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы саҡырып, эш урындарын күрһәтә. Ћµнєри й∆нєлеш алыу µсµн фекерлє∆ даирєћен кињєйтћендєр, таныш булмаѓан тормош менєн танышћындар, тип тырыша был кешелєр. Лагерҙа уларҙың унауһы ун команданы етәкләй ине. Подряд ойошмаһында программист булып эшләүсе егерме биш йәшлек Лиана Мєхм∆тованың был хәрәкәткә ҡушылыуына өсөнсө йыл.
– Улар һиңә ҡапыл ғына өйрәнеп китә алмай, ә эҫенһәләр, айырылышыу – ғазап. Йөрәгем йылыһынан имшеүҙәрен күреп, йәнә һәм йәнә яндарына тартылам, – тип һөйләй ул.
Онотолмаҫ тәьҫораттар менән тулы өс көн күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Ул көндәрҙең ҡайнар ҡояшы оҙаҡ ваҡыт балаларҙың күңелдәрен балҡытыр әле. «Мәрхәмәт»тәге апайҙары һәм ағайҙарына ҡушылып: «Артабан яҙмыш аяулыраҡ булһын һеҙгә, сабыйҙар. Фәрештәләрегеҙ һаҡлаһын, юлдарығыҙҙа Хызыр Ильястай изге йәндәр күберәк осраһын!» – тип әйтәбеҙ.

Альмира КИРӘЕВА.
Бөрө ҡалаһы.
Бөрө ҡалаһы.
Теги: