«Ҡартлыҡ көҙҙәй, сағыулығы уның – күңелдәрҙә янған иҫтәлек»

ҠОСАҒЫМ
Тыуасаҡ сабыйым, емешем,
Тыңлайым йөрәгең тибешен.
Һөйөнөс булып был донъяға,
Еремә киләсәк бер кешем.
Йөрәгем аҫтында йөрәгең,
Үҙеңде эй килә күрәһем.
Бәхеттән, наҙҙарҙан иҫереп,
Иркәләп-иркәләп һөйәһем.
Ҡояшын балҡытыр таң сағым,
Сәскәһен баҙлатыр гөл сағым.
Бәпкәһен йылытып ҡурсалар,
Инә ҡош ояһы – ҡосағым!
ҺҮҘ
Һүҙҙе мин тиңләнем йондоҙға.
Ул янып, атылды бер аҙҙан.
Оҡшаттым мин уны гөлдәргә,
Тик улар яндылар ҡырауҙан.
Тамсыға оҡшаттым һүҙемде,
Йылтырап көҙгөләй күренде.
Асҡайны саф йөҙөн ут-ҡояш,
Ни ҡалды тамсынан – күр инде!
Һүҙ – ялҡын, һүҙ – һалҡын, һүҙ – осло,
Һүҙ – шифа, яраны имләрлек.
Йәшәткән, йәшнәткән, күтәргән –
Нимә бар, әйт, һүҙгә тиңләрлек?!
УСТАРЫМДА – ОРЛОҠ
Устарымда – орлоҡ, серле орлоҡ,
Ниндәй гөл ул, ниндәй япраҡ булыр.
Кемдер уға ҡарап хайран ҡалыр,
Кемдер бүләккә тип өҙөп алыр.
Ҡояш көслө, ямғыр – шифа, әммә
Гөл итә алмай уны бер ни, юҡ, юҡ...
Шыта бит ул бары тупрағында,
Ерһеҙ ул – сүп, туҙан, ябай орлоҡ.
Теги: