Аҡ бәхетең булырмын...

Йәш шағирә Ҡарлуғас Ишемғолова – Хәйбулла районы Садовый ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. М. Цветаева, С. Есенин, Р. Сафин, Ә. Атнабаев шиғ­риәтенә ғашиҡ һылыу үҙе лә ҡәләм тибрәтмәй оҙаҡ тора
алмай. Хыялы – Ер йөҙөндәге һәр кешене бәхетле итеп күреү. Изге йөрәкле, нескә күңелле шағирәнең ижады ла үҙе кеүек гәлсәр сыңлы, саф ысыҡтай үтә күренмәле булһа ла, һәр шиғыры серле моң менән һуғарылған.

Торналар киткәндә
Торналар киткәнен күңелем аңламай,
Әрнеүле ҡарашын офоҡтан
ал(а) алмай.
Сәғәттәр буйына ҡоштарҙы күҙәтә,
Әйтерһең, үҙ-үҙен юрамал йөҙәтә.

Әйтерһең, ул үҙе шул ҡоштар тубына
Эйәргән, осорға ҡағына-ҡағына.
Әйләнеп ҡарамай, ә үҙе һығыла,
Тыуған яҡ ҡырҙарын һағына-һағына.

Шул мәлдә күңелде тик
бер моң йыуата –
Ҡурайҡай өҙөлөп көйҙәрен яңғ(ы)рата…
Ул көйҙә, хуш еҫле икмәген бешереп,
Әсәйем торналар юлына оҙата.

* * *
Быйылғы йәй һараныраҡ булды
Ҡояшына, йылы көнөнә.
Йәй уртаһы ҡар яуыуын күреп,
Аптыраған күңел көйөнә.

Көҙ бағамы июль тәҙрәһенән?
Күк көмбәҙен болот ҡаплаған.
Ямғыр яуа.
Ҡыйып оса ҡоштар,
Улар иртә көҙ ҡаршылаған.

Быйылғы йәй һараныраҡ булды
Ҡояшына, йылы көнөнә.
Сынығыуым шулай булды, тиеп,
Ҡаҡҡыланған күңел һөйөнә.

Һин маяҡ бул!
Һин маяҡ бул!
Мин юлсыға
Барыр юлын яҡтыртҡан,
Дөм ҡараңғы төндәремдең
Моңло күген балҡытҡан.

Һин мәғрур бул.
Ҡаяларҙы
Тулҡын менән ҡурҡытҡан,
Ел-дауыллы көндәремде
Йолоп алған һыуыҡтан.

Түҙемле бул.
Мин килермен,
Мең саҡрым ара үтеп,
Һүнеп барған ялҡыныңа
Өр-яңы нурҙар бөркөп!

* * *
Яраларың мең-мең ҡатлы,
Һыйпап ҡына бәйләрмен.
Бәйләрмен дә, башым һалып,
Ипләп кенә көйләрмен.

Моңдарымды тыңлай-тыңлай
Улар инде уңалыр.
Күңелеңде телгесләгән
Барса шомдар таралыр.

Шул көйөмдө көйләгәндә
Үҙем ҡабат тыуырмын,
Яраларыңдан яралған
Аҡ бәхетең булырмын.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook