«Йөрәгемдә һайрай һандуғас»

«Йөрәгемдә һайрай һандуғас» Йөрәктәрҙе наҙлы хистәргә сорнар моңло тауышы менән Нәркәс Сиражетдинова эстрада күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыны. Уның башҡарыуындағы «Йөрәгемдә һайрай һандуғас», «Әсәйем, әсәкәйем» йырҙары теле-радио эфирҙарҙа ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Үҙен композитор булараҡ та танытҡан йырсының ижады ғына түгел, сәхнәлә үҙен тотошо, стиль үҙенсәлеге, иплелеге лә һоҡлан­дыра. Сәхнәнән бер аҙ юғалып торған Белорет һылыуының тормош яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, үҙенә мөрәжәғәт иттек.

– Нәркәс, һеҙ сәхнәлә ҡапыл балҡып яндығыҙ ҙа ҡайҙалыр юҡҡа сыҡтығыҙ. Ижадығыҙҙы үҙ итеп өлгөргән тамашасыларға быны нисек аңлатырһығыҙ?
– Һәр кемдең тормошонда шундай мәл етә. Гүзәл зат, мөхәббәт хисенә сорналып, бала бағыу бәхетен татый. Ул ваҡытта эш тә, сәхнә лә, ижад та икенсе планға күсә. Әйтерһең, Хоҙай Тәғәлә ул осорҙо үҙе билдәләй. Йә ҡыуаныс, йә көйөнөс аша иҫкәртә, үҙең дә аңғармай ҡалаһың. Сәнғәт академияһында театр факультетының режиссер бүлегендә уҡып йөрөйөм, «Башҡортостан» киностудияһына тауыш режиссеры булып эшкә индем, кистәрен концерттарҙа сығыш яһайым, ҡайһы ваҡытта көнөнә ике-өс сара тура килә. Бушыраҡ саҡта студия һайлау, йыр яҙҙырыу, телевидение тапшырыуҙарында ҡатнашыу менән ваҡыт уҙа. Йәшлек дәрте менән уның ауырлығын һиҙмәһәм дә, шаулы, етеҙ тормош үҙәгемә үткән булғандыр, тип уйла­йым хәҙер. Көтмәгәндә әсәйем ауырып китте һәм бөтә иғтибарым уға күсте. Ошоғаса берҙән-бер бала булып, әсәйемдең гел йылмайыулы ҡарашын, һөйөүен татып өйрәнгәнгәме, уны юғалтыу ҡурҡынысы мине тетрәтте. Шунда был донъяла яратҡан кешелә­реңдән дә, ғаиләңдән дә мөһимерәк нәмә юҡ икәнен аңланым. Йыр, ижад үҙенән-үҙе артҡа сигенде.

«Йөрәгемдә һайрай һандуғас»Әмәлгә ҡалғандай, тап шул осор студент йылдарынан осрашып йөрөгән егетем өйләнешергә тәҡдим яһаны. Ә мин әсәйемдең һаулығы өсөн борсолам. Буласаҡ тормош иптәшем хәлемде аңлармы һуң? Шунда Илгизгә: «Беләһең, әсәйем олоғайған, уның берҙән-бер ҡыҙымын, яңғыҙын ҡалдыра алмаҫмын, уның хаҡында хәстәрлек күреү – минең бурыс», – тинем. Тормошто алдан уҡ таҙа биттән башлау, икеләнеүҙәргә, өҙгөләнеүҙәргә урын ҡалдырмау фарыз. Кеше ысындан яратһа, бөтөнләйе менән ҡабул итә бит ул. Был һөйгән йәрем һәм мөхәб­бәтебеҙ өсөн тәүге һынау булғандыр. Һөйгәнем үҙен ауырлыҡтарҙан ҡурҡ­маған, ысын ир-егет итеп танытты, әсәйемдән беҙҙең никахҡа фатиха һо­раны. Аллаға шөкөр, бөгөн дә тормош иптәшемдең киң күңеллелегенә, сабыр­лығына, аңлаусан холҡона һоҡланам. Икебеҙ ҙә уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкәнгәлер, бәлки, бала тәрбиәләүгә, тормошҡа ҡараштарыбыҙ уртаҡ. Әле Ильяс менән Илһам исемле ике ул тәр­биәләйбеҙ. Балалар тыуғас, яңы илаһи донъяға сумғандай булдым. Ҡасандыр тормошон йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтермәгән Нәркәсте башҡа ҡыҙыҡ­һыныуҙар менән йәшәгән хәс­тәрлекле әсә, сабыр ҡатын, өлгөлө хужабикә алмаштырҙы. Өйөмдә йыр китаптары урынын бала тәрбиәләү һәм туҡлан­дырыу әсбаптары, медицина энциклопедиялары, өйҙө биҙәү һәм баҡса үҫтереү журналдары биләне. Улдарыма уйындар, күнегеүҙәр уйлап табыу, аш төрләндереү минең өсөн иң һөйөнөс­лөһө булғандыр. Бәләкәстәремә, һөт кухняһынан кефир бәшмәктәре алып, көн дә үҙем эремсек, ҡатыҡ яһап эсерә инем. Өйҙә ултырған арала ысын ҡа­тын-ҡыҙ белергә тейеш бөтә нескәлек­тәрҙе үҙләштерҙем. Холҡом шулай: күңелем ятҡан берәй нәмәгә тотонам икән, ялҡмайынса энәһенән ебенә тиклем өйрәнәм.

– Хәҙер күптәр ҡала эргәһендә үҙ йортонда йәшәүҙе хуп күрә. Саф һауа, йәшеллек, тыныс, балалар өсөн дә иркен...
– Беҙ яңыраҡ шул маҡсат менән Өфө ситендә йорт һалыу өсөн ер ал­ғайныҡ. Ҙур булмаған өй күтәреп, шунда йәшәйбеҙ. Төҙөлөш эштәре әле һаман дауам итә, йортто ҙурайтырға ниәтләйбеҙ. Баҡсала емеш-еләк, йә­шелсәләр үҫтерәм. Улдарыбыҙ ҙа ярҙамлаша: һыу һибәләр, ҡыйын уташалар. Беҙгә үҙ өйөбөҙҙә күңелле, балалар ихатала йүгерешеп уйнай, үҙҙәре үҫтер­гән түтәлдән йәшелсә өҙөп ашай алалар. Ауыл балалары кеүек иркенлектә, сәхрәлә үҫкәндәренә һөйөнәм.
– Йыр-моң бәйгеләрендә ҡатнашып, номинацияларҙа еңеү яулаға­нығыҙҙы хәтерләйбеҙ. Тал сыбығындай нескә бил, зифа буй, һөйкөмлө йөҙ, яғымлы тауыш, камил хәрәкәттәр, үҙен­сәлекле стиль. Моданы нескә тойоу ҡайҙан килә?

– Бәйгеләрҙә ҡатнашырға электән яратам. Улар артистың дәрәжәһен арттырап ҡына ҡалмай, ә һөнәри үҫешкә, тәжрибә туплауға, артабан сәмләнеп эшләүгә этәргес бирә. «Йәшлек-шоу-2000» фестивалендә – «Йыл асышы», 2003 йылда «Йыл йыры» номинация­һында еңеүгә өлгәштем. Унан Бурятия­ла үткән «Аҡ ай йондоҙҙары» халыҡ-ара йыр-моң фестивалендә беренсе дипломант исеменә һәм Бурятияның «Информ полис» гәзитенең махсус призына лайыҡ булғайным. 2004 йылда «Юлдаш-хит» конкурсында «Йыл хиты»н алдым. 2013 йылда «Төрквизион» халыҡ-ара фестивалендә «Тамашасылар һөйөүе»н яуланым.
Тамашасы сәхнәлә артисты энә күҙлегенән үткәреп ҡарай. Шуға һәр сығышыма ентекле әҙерләнәм. Артыҡ ялтырауыҡлы кейем, баҙыҡ төҫтәр, ҡатлы-ҡатлы ҡабарынҡы итәктәр минең өсөн түгел. Сәхнәгә йырлар өсөн сығаһың, артыҡ сағыу кейем менән кеше күҙен ҡамаштырыр өсөн түгел. Һәр нәмәлә сама яратыуым, холҡом һайлаған әйберҙәремдә лә, үҙемде тотошомда ла сағылалыр, бәлки. Сәхнә кейемдәре өсөн туҡыманы үҙем һайлайым, күлдәктәрҙе лә эске зауығыма ярашлы тектертәм.
– Шулай ҙа ҡатын һәм әсә булыу һеҙҙе үҙгәрттеме? Ғаилә­геҙ ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәргә таяна?
– Тышҡы ҡиәфәткә килгәндә инде, ашауҙа үҙемде сикләмәйем, косметологҡа йөрөмәйем. Әлегә, балалар бәләкәй саҡта, былай ҙа мәшәҡәт етерлек. Шәхси йортта йәшәгәс, фитнесты йорт-баҡса эштәре алмаштыра.

Тормошҡа сығып, балалар тыуғас, әлбиттә, мин үҙгәрҙем. Әгәр йәшерәк саҡта күберәк үҙеңде уйлаһаң, ғаиләлә ир, балалар тәүге урынға баҫа. Бәлә­кәстәр хаҡына сабырыраҡ, тыйнағыраҡ була башлайћыњ. Балаларҙың ирмәгенә алданаммы, насар уйҙарға ваҡыт ҡалмай. Өйҙә тәртип булғанын яратам. Уйың, киләсәккә бағлаған хыял-маҡсатың да, тәртипкә һалынмаған булһа, тарҡала, юғала.
Яйлап эшкә йәлеп итеп, күңелле ғаилә байрамдарын ойоштороп, балаларҙы татыулыҡҡа, берҙәмлеккә өйрә­тәбеҙ. Йыл да улдарымдың тыуған көндәренә торт бешерәм, һуңынан уны бергәләшеп биҙәйбеҙ. Һәр иҫтәлекле мәлде билдәләп, улдарыбыҙҙың күңе­лендә матур сатҡылар, үҙаллылыҡ, тормошҡа ижади ҡараш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ.

– Тормош иптәшегеҙ ҙә сәнғәт кешеһеме?
– Илгиз һөнәре буйынса хоҡуҡ белгесе. Ижад кешеһе булмаһа ла, ул музыканы яҡшы тоя, үҙе лә матур йырлай, гитарала уйнай.
– Өйҙә аш әҙерләгәндә, баҡсала эшләгәндә йырлайһығыҙмы? Ғөмүмән, бөгөн сәнғәткә, заман эстрадаһына мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Мин өйҙә йырларға әүәҫ түгел. Шулай ҙа бәләкәстәремде, оҙон көйлө халыҡ йырҙары йырлап, бәүетеп йоҡлата торғайным. Ә улар миңә ҡушылып көйләй ине. Бала тәрбиәләгән арала музыканан бер аҙ ситләштем. Хәҙер донъя күргән, уландар тәрбиәләгән һәм тормошта бер аҙ тәжрибә туплаған ҡатын-ҡыҙ булараҡ, йырҙы белгес кенә түгел, ябай тамашасы күҙлегенән дә һынап ҡабул итәм. Тормошта һәр нәмәгә лә өлгөрөү кәрәктер. Бөгөн минең йырға, ижадҡа, сәнғәткә ҡарашым яңыса. Күңелемдә яңы композициялар, яңы идеялар, уй-хистәр тулышып бөрөләнгәнен тоям. Тамашасыларға әйтәһе һүҙем, асаһы серҙәрем бар. «Артист шифа өләшеүсе серле һауыт кеүек, моң-даръяға тулы булғанда ғына ҡөҙрәте көслө, ә буш килеш әһәмиәте юғала», – тигәйне бер остазым. Йырсы белем тупларға, рухи бейеклеккє өлгәшергә тейештер. Һүҙ юҡ, шоу-бизнес үҙ талаптарын, үҙ ҡанундарын алға һөрә. Иң мөһиме – модаға эйәреп, үҙ-үҙеңде юғалтмау. Йыр – бәләкәй тамаша. Унда бөтә ваҡиғалар үҫеше аныҡ билдәләнгән: үҙ сюжеты, үҙ кульминацияһы, үҙ төйөнләнеше бар. Матур, сифатлы йыр тамашасыға тәҡдим ителер алдынан бик күп баҫҡыс һәм юл үтә. Сит ил башҡарыусыларының һәр йыры ни өсөн хит була һуң? Алға киткән заман технологиялары, йырҙың бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алып, уны яңғырашлыраҡ, кеше күңеле­нә үтерлек көскә эйә итергә һәләтле. Әл­лә күпме белгестең хеҙмәт емеше бер­ләшә унда. Хатта тамашасыларҙың ихтыяжы, йырҙың темаһы, башҡарыусы­ның стиле, ҡайһы ваҡытта ниндәй музыканың айырыуса үтемле булыуы ла иҫәпкә алына. Камиллыҡтың сиге юҡ, тиҙәр. Һәм мин бының менән килешәм.
– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр ҡорғанһығыҙ?

– Яңы йырҙар яҙҙырыу, әлбиттә. Ниәттәрем хаҡында алдан ҡысҡырып йөрөргә өнәмәйем. Маҡсаттар билдә­ләнгән, әле бер проект өҫтөндә эшлә­йем. Ул серҙе асырға иртәрәктер. Аллаһ бойорһа, киләсәктә тамашасы уны үҙе күреп баһалар.
Мин журналды алдырыусы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ижади ҡомар, яңы­нан-яңы асыштарға, еңеүҙәргә ынтылып йәшәүҙәрен теләйем. Гүзәл заттың һәр көнө бары матурлыҡтан, мөхәббәт­тән, изге ниәттәрҙән генә үрелһен!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА һөйләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook